+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Декабрь 2020, 00:00

Сулпан Билалова. Диптих. “Әсәнең бишек йыры”. “Атаның бишек йыры”.

“Паспортымда тыуған урыным Борай тип яҙылһа ла, мин үҙемде Хәйбулла ҡыҙы тип тә һанайым", - ти рәссам.

Билалова Сулпан Билал ҡыҙы — билдәле башҡорт рәссамы, дизайнер һәм педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Борай районы Борай ауылында 1965 йылдың 16 мартында тыуған. Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалаларында йәшәгәндәр. Каникул осоронда ата-әсәһе, Сулпанды һәм башҡа балаларын Хәйбулла районына Әбүбәкер ауылында йәшәгән Мөслимә ҡарсәһенә һәм Борайҙағы өләсәһенә сиратлап ебәрә торған булғандар.
“Паспортымда тыуған урыным Борай тип яҙылһа ла, мин үҙемде Хәйбулла ҡыҙы тип тә һанайым. Минең ижадым нигеҙҙә Әбүбәкер тураһындағы иҫтәлектәр менән һуғарылған. Мин Тыуған илемдең мәҙәниәте һәм рухи байлығына ғашиҡмын. Күп композицияларым, шулар араһында «Таштар йыйыусы» әҫәре, Әбүбәкергә һәм Борайға бағышланған. Был минең Ташлы буйында үткән гүзәл бала сағымдың иҫтәлектәре. Һәм тағы ла күп картиналар”, - ти рәссам.
Сулпан Билал ҡыҙының Нидерландының Геффен ҡалаһында студияһы бар. Ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй.
https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B8%D0%BB%D0%B0%D0%BB%D0%BE%D0%B2%D0%B0_%D0%A1%D1%83%D0%BB%D0%BF%D0%B0%D0%BD_%D0%91%D0%B8%D0%BB%D0%B0%D0%BB_%D2%A1%D1%8B%D2%99%D1%8B
Читайте нас: