-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Ноябрь 2020, 21:57

ҒӘЙШӘ-ФАТИМА

Был ике исем гел бергә йөрөй һәм, ышаныуҙар буйынса, ҙур магик көскә эйә. Мәҫәлән, башҡорттар баланы мунсала сабындырғанда уға бәхет, һаулыҡ, ғүмер, тәүфиҡ теләп, төрлө яман заттарҙан ҡурсалап, ошондай һамаҡ әйткәндәр:

Диалекттарҙа Ғәйшә-Батима, Ғәйшә-Батман исемдәре менән дә йөрөй. Башҡорт мифологияһына ислам дине менән килеп ингән. Ғәйшә ул Мөхәмәт бәйғәмбәрҙең ҡатынының, ә Фатима - ҡыҙының исеме.
Башҡорт әпсендәрендә, теләк-ырымдарында Ғәйшә-Фатима исеме Ғәйшә-Фатима ҡулы, Ғәйшә-Фатима име, Ғәйшә-Фатима теле тигән һүҙбәйләнештәрҙә осрай. Был ике исем шулай итеп гел бергә йөрөй һәм, ышаныуҙар буйынса, ҙур магик көскә эйә. Мәҫәлән, башҡорттар баланы мунсала сабындырғанда уға бәхет, һаулыҡ, ғүмер, тәүфиҡ теләп, төрлө яман заттарҙан ҡурсалап, ошондай һамаҡ әйткәндәр:
һап - һап - һап!
Мунса ташы, бүрәнә башы,
Әбейҙе «әбей» тип әйт,
Бабайҙы «бабай» тип әйт!
Айыу балаһы,
Бүре балаһы,
Татлы таба бул,
Алабуға бул,
һыуҙан таҙа бул,
һөлөктәй бала бул,
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима ҡулы
һап - һап - һап!
(БХИ. Йола фольклоры. I т.).
Сарпыу ҡайтарыу әпсенендә лә Ғәйшә-Фатима телгә алына. Сағыштырығыҙ:
- Нимә тейгән?
- Сарпыу тейгән.
Нимә имдәйең?
- Сарпыу имдэйем.
1,2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9,
Бер - бөтһөн,
Ике, өс - осһон, китһен,
Дүрт, биш - биҙһен, китһен,
Алты, ете - елгә, ҡуҙға,
һигеҙ, туғыҙ - тупраҡҡа
Имдәп, ҡайтмаһаң,
Миңә оят,
Тфү, тфү,
Минең телем түгел,
Ғәйшә-Батима теле.
Тфү, тфү!
Име-томо шу буһын!
(Г.Лғзамова. Учалы районы ; Батал ауылы.).
Тимерәү имләгәндә лә ҡаҙан йәки сөгөн ҡоромон ҡырып һөртәләр
ҙә тимерәүгә ошондай әпсен әйтәләр:
Бисмилаһи-р - рахмани-р - рәхим,
Бында сыҡма, тышҡа сыҡ!
Имең-томоң шул булһын!
Минең имем түгел,
Ғәйшә-Фатималар име.
(БХИ. Йола фольклоры. I т.)
Күренеүенсә, Ғәйшә, Фатималар бангкорт ышаныуҙарында оло тылсымлы көскә эйә. Уларға им-томсолар, ырыу-юрау менән булышҡан баҡсылар ҙа мөрәжәғәт иткән. Мосолман илдәрендә боронғо талисман – ус һүрәте «Фатима ҡулы» тип йөрөтөлә һәм дауалауҙа ҡулланыла. Ғәйшә, Фатималар исеме бала һаҡлау һамаҡтарында ла телгә алына. Ошоларҙан сығып, Ғәйшә-Фатималар им-томсолар, баҡсылар тарафынан изгеләштерелгән образ тип, әйтеп була. Үрҙә күрһәтелгәнсә, был образдар ислам дине менән килеп ингән. Әммә ваҡыт үтеү менән улар башҡорттарҙың исламға тиклем булған ышаныуҙарына яҡынлаша.
Билдәле булыуынса, боронғо төркиҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, ҡатын-ҡыҙ им-томсоларҙы бағыусы, ҡурсалаусы зат – Умай тәңре булған. Әлбиттә, боронғо шамандар, баҡсыларҙа уға мөрәжәғәт иткән. Ислам дине килеп ингәс, Умай онотола башлай. Уның исеме лә һирәк ҡулланыла торған исемдәр разрядына күсә. Бәлки ошо осорҙарҙа ышаныуҙарҙа Ғәйшә-Фатима образы барлыҡҡа киләлер. Башҡорт телендә, уның диалекттарында Ғәйшә-Фатима ҡулы, Ғәйшә-Фатима име, Ғәйшә-Фатима теле, Ғәйшә-Батима һулышы, Ғәйшә-Батималар ҡулы, Ғәйшә-Фатималар тигән һүҙбәйләнештәр әле лә ҡулланыла.
Килеп сығышы яғынан Ғәйшә, Фатима исемдәре ғәрәп сығанаҡлы һүҙҙәр.
Ф.Ғ. Хисамитдинова.
Читайте нас: