+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Ноябрь 2020, 15:50

Башҡортостандың иң тылсымлы театры

Иҫемдә, 1986 йылда Бөрйәндә спектакль ҡуйғайныҡ. Тамашаға шул тиклем халыҡ күп йыйылды, хатта клуб тәҙрәләрен алып ташлап, тамашасылар тыштан да беҙҙе ҡараны.

Күңелле бала саҡ иленә бер көнгә булһа ла ҡайтырға теләгән оло апай-ағайҙарға ни бары Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына барыу ҙа етә. Бында бар нәмә ғәжәйеп мөғжизәгә бай төҫлө күренә. Ә ҡурсаҡтары һуң?!.. Күҙҙең яуын алырлыҡ бит! Ниндәй ҙур оҫталыҡ талап ителә уларҙы тамашасы өсөн йәнле итеп күрһәтер өсөн!
Һеҙҙең иғтибарға театр хеҙмәткәрҙәре менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
Альберт Әлфрит улы ИМАМЕТДИНОВ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры:
– Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тарихы бик бай, сағыу. Ул Рәсәй күләмендә барлыҡҡа килгән иң тәүге милли Ҡурсаҡ театры, унда башҡорт һәм рус труппалары берҙәй эшләй башлай.
Театр – ул тере организм. Күп нәмә ундағы актер ҙарҙың күңел торошонан, нисек уйнауынан тора.
Театрҙың үткәненә байҡау яһаһаҡ, Владимир Штейн осоро уның көслө сағы булып иҫәпләнә. Ул ваҡытта бөтә Урал зонаһындағы ҡурсаҡ театрҙары бер юлы сәмләнеп, дәртләнеп эшләгән. Бер-береһенән уҙҙырып, көслө спектаклдәр ҡуйғандар. Был осорҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!”, Сыңғыҙ Айтматовтың “Аҡ пароход”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” һәм башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” спектаклдәре данлай. Ғөмүмән алғанда, шул дәүерҙә ҡурсаҡ театры күп кенә сит ил фестивалдәрендә ҡатнашып, дан-шөһрәт ҡаҙана. Мәҫәлән, Штейндан һуң Павел Мильниченко ҡуйған “Һинд легендаһы” тигән спектакль 1987 йылда Джавахарлала Неру исемендәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
Илүзә МӨХИТОВА:
– Һәр эштең үҙ ҡыйынлығы барҙыр. Беҙҙең һөнәрҙә иһә роль өҫтөндә ныҡлы эшләргә, сәхнәгә сығарғансы күңелдә ниндәйҙер образды ҡат-ҡат йөрөтөргә кәрәк. Иң алда сценарийҙы ҡарайбыҙ, ролдәр ҙе ятлайбыҙ, персонажға характер булдырабыҙ.
Ҡурсаҡ театры тигәс тә, ул балалар өсөн генә тигәнде аңлатмай. Беҙҙәге тамашаларҙы оло йәштәгеләр ҙә яратып ҡарай ала.
Балаларҙың тамашаны ихлас ышанып ҡарауҙары оҡшай. Бер ваҡыт “Светофор” спектаклен ҡуйғайныҡ. Шунда бер малай икенсе һенә ҡысҡыра: “Әйттем бит һиңә светофор эсендә кеше ултыра тип!” – ә тегенеһе быға: “Юҡ, унда кеше түгел, робот йөрөй бит”, – тип яуаплай.
Ләлә БУЛАТОВА:
– Ҡурсаҡ театры минең күңелемә ныҡ яҡын. Мин эшләргә килгән 1982 йылда театр 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй ине, ә ике йылдан уға – 90 тула! 38 йыл ғүмерем ошонда үтте, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – минең бар булмышым! Эсер һыуың ҡайҙа, яҙмышың шунда, тигән боронғолар. Яҙышымдың тап ошо театр менән бәйле булыуына сикһеҙ шатмын!
Элек райондар буйлап гастролгә, ҡышын сығып китеп, яҙын быймаларыбыҙ һыуланып ҡайтып инә торғайныҡ. Иҫемдә, 1986 йылда Бөрйәндә спектакль ҡуйғайныҡ. Тамашаға шул тиклем халыҡ күп йыйылды, хатта клуб тәҙрәләрен алып ташлап, тамашасылар тыштан да беҙҙе ҡараны.
Театр тарихынан
– 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Мария Елгаштина етәкселегендә үҙ эшен башлай. Был көндә Өфө сәнғәт һарайында (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) “Шалҡан” тигән тәүге спектакль ҡуйыла.
– Оҙаҡ йылдар театрҙың үҙ бинаһы булмай. Ниһайәт, 1976 йылдың ноябрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектында үҙ урынын ала һәм яңы көс-ҡеүәт менән эшкә тотона.
– 1978 йылдан театр – Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары союзы ағзаһы.
– Хәҙерге ваҡытта театрҙың етәксеһе – Альберт Имаметдинов.
Читайте нас: