+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Ноябрь 2020, 17:00

ТҮҢГӘҮЕР ҠУРАЙЫ

Түңгәүер ырыуының үҙенең айырым үҙенсәлек ле ҡурайы ла бар. Данлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов (Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы) Түңгәүер ҡурайының үҙенсәлектәре тураһында былай тип яҙғайны:(Күренекле ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов (һулда) түңгәүер ҡурайында уйнай).

Һәр башҡорт ырыуы үҙенең тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле. Түңгәүерҙәр мәшһүр ҡурайсылары менән дан тота. Башҡорт ҡурайын беренсе булып Париж сәхнәһенә сығарған арҙаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев – ялан түңгәүерҙәренән, Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылынан. Ул 1927 йылда Майндағы Франкфурт ҡалаһында (Германия) үткән Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнаша. Башҡорт ҡурайын икенсе булып донья сәхнәһенә сығарған халҡыбыҙҙың тағы бер данлы ҡурайсыһы Ишмулла Дилмөхәмәтов та – Түңгәүер башҡорто. Ул 1928 йылда хәҙерге Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы һәм солисы булараҡ башҡорт ҡурайының данын бөтөн донъяға тарата. Ҡурайсы Франция, Италия, Швеция, Швейцария, Германия, Польша, Венгрия, Афғанстан, Иран, Япония һәм башҡа илдәрҙә ҡурай моңо менән тамашасы күңелен яулай.
Түңгәүер ырыуының үҙенең айырым үҙенсәлек ле ҡурайы ла бар. Данлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов (Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы) Түңгәүер ҡурайының үҙенсәлектәре тураһында былай тип яҙғайны: “Түңгәүер ҡурайының бүтән ырыу ҡурайҙарынан айырмаһы шунда: башҡаларҙың оҙонлоғо 7–9 тотамдан уҙмағанда, түңгәүерҙәрҙеке – 11 тотам. Түңгәүер ҡурайын шулай уҡ нәҙек яғын ауыҙға терәп уйнайҙар. Уның тауышы традицион ҡурайҙыҡына ҡарағанда күпкә көслөрәк сыға”. Был ҡурайҙа Сәйфулла Дилмөхәмәтов һәр ваҡыт яратып уйнар булған.
Азат Ярмуллин, тарихсы.
Читайте нас: