-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Ноябрь 2020, 17:00

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зилә СӘЙЕТОВА

Әҙәм балаһының күңел киңлектәре үлсәмен белеүселәр бармы икән был донъяла?! Хәйер, ул турала уйланыусылар ҙа һирәктер.

ТОҒРОЛОҠ
Әҙәм балаһының күңел киңлектәре үлсәмен белеүселәр бармы икән был донъяла?! Хәйер, ул турала уйланыусылар ҙа һирәктер. Киң даръялы диңгеҙ кеүек ул әҙәм күңеле. Шул диңгеҙ төбөндә ғүмер баҡый ялтырап, үҙенең барлығын һиҙҙереп ятыусы мәрйен таштар – торошло тәрбиә биреүсе өләсәйең васыяты бар: яҡын-тирәләгеләреңә яҡшылыҡ, изгелек ҡыл; тормошто нисек бар, шулай ҡабул итә бел, ялған хыялдарға терәкләнмәй, үҙ аҡылыңа инаныслы бул. Ошо васыяттан тайпылмай, тоғролоҡ менән йәшәй бөгөн дә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зилә Сәйетова. Ижадында, көндәлек тормошонда, яҡын-тирәләгеләре менән ҡатышҡанда ла булмышына ғәҙел ул.
Шағирҙың: «Хәл-әхүәл һорашҡас та, елеп ҡалаға ҡайтам. Әммә таңдан әтәстәрҙең тауышын көтөп ятам», – тиеүендәй, Зилә апай ҙа йыш ҡына таңдан урман араһындағы, йылға буйындағы йәйләүҙәге дөңгөр-дөңгөр һыйыр һауған, һандуғастар иң моңло йырын йырлаған, Ҡатай ырыуы һауынсыларының ҡысҡырышҡан, шаярышҡан- көлгән тауыштарын һағынып уяныуын йәшермәй. Өләсәһе һауынсы ине. Ейәнсәрен ҡайҙа ла үҙе менән бергә алып йөрөп, кәрәккәнен өйрәтеп, тыйылғандан ҡурсып тәрбиәләне. Бер ваҡытта ла әрләшмәй, йомоштары менән йонсотмай, киреһенсә, ейәнсәре үҙе эшләргә тейеш эштәрҙе белеп үҫергә тейешлеген тәьмин итә: һыу ташыу, картуф утау, мунса иҙәнен йыуыу, өй йыйыштырыу кеүек күренеп торғандары... Май башынан йәйләүҙә лә үҙе менән бергә бесән эшләү, еләк-емеш йыйыу, эшкәртеү, тигәндәй. Өләсәй артыҡ шаштырып иркәләмәй ҙә, ситкә лә типмәй. Зилә Һаҙый ҡыҙының бала сағынан эш һөйөүсәнлеге бөгөн дә күҙгә салына – йыйнаҡлығы, һәр аҙымын йөрәк һалып бойомға ашырыуы йәш коллегаларына өлгө булып тора. Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын тамамлағас, Зилә апай артыҡ күп уйлап тормай, әхирәте менән етәкләшеп, документтарын сәнғәт институтына алып барып тапшыра. Үрҙә телгә алынған артыҡ күп уйламауы ла үҙенә күрә йәшерен сере булдымы икән, әллә баяғы өләсәй тәрбиәһе аҡылы – үҙ көсөңә ышаныу, үҙ-үҙеңде яҡшы белеп, бер кемде борсомай, хыялыңа табан барыумылыр. Ысынын әйткәндә, Белореттың ҡара урманын йырып, ауылдарға театрҙың сәхнә ҡуйырға ла килмәгән заманы ине. Ауыл ерендә телевизор ҡарап, ваҡыт әрәм итеп ултырыуҙар ҙа һирәк күренеш. Зилә апай хәтерләүенсә, өй эштәре менән булышҡанда, һәр ваҡыт радиоалғыстан тамаша тыңлар була. Тыңлау ғына бер, төҫ-йөҙҙәрен белмәһә лә, артистарҙың тауыштарынан һәр кемеһен танып белгән ҡыҙ булып үҫә ул. Почтала ҡай саҡ открыткаларҙа, календарҙарҙа артистар һүрәте һатыуға сыҡһа, шуларҙы алып, ул мәлдәрҙәге күптәр кеүек ошо кәртишкәләрҙе йыйып, әхирәттәр менән алмаштырышып йәшәгән саҡ. Һуңынан, Өфөлә мәктәптә уҡый башлағас, Зилә апай уҡыған класты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына алып баралар. Сәхнә артына ла экскурсия үткәрәләр. Грим бүлмәләренә инеп, тере артистар менән күрешкәндә, балалар күңелендә ниндәй тойғолар уянғанын кем белә?! Ошоларҙың барыһын да бөгөн илле йәшлек юбилейын ҡаршы алыусы актриса кино таҫмаларын ҡарағандай ғына хәтере аша үткәрмәй ҡалмайҙыр. 1991 йылда сәнғәт институтын тамамлағас та Зилә апай кейәүгә сыға. Әммә уны юллама буйынса Сибай театрына ебәрәләр, ә тормош иптәше Алмаз Сәйетовты баш ҡалала ҡалдыралар. Юнир Ғәйнуллин, Марс Итбаев менән Зилә Сәйетова Сибайға барып урынлашалар. Үҫеш юлындағы таусылар ҡалаһы йәш актерҙарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Әммә Белорет урмандарына ел-дауылдан йәшеренеп үҫкән ҡатын Урал аръяғының туҡтамаҫ елен өнәп еткермәй. Ул ел берәй ваҡыт осороп алып китмәҫ тимә, иҫә лә иҫә бит! Был тәбиғәт күренешенә Зилә апай өйрәнергә тырышһа ла, күңеле Өфөнө һорай. Барыһын ташлап, баш ҡалаға ҡайта ул. Бер аҙҙан йәш ғаиләгә ҡыуаныс өҫтәп, сабыйҙары тыуа. 1994 йылда Зилә Әсҡәт ҡыҙы Милли йәштәр театрына эшкә килә. «Беҙ театрҙы һайламайбыҙ, беҙҙе сәхнә үҙе ҡабул итә», – ти актриса. Уны тап ошо театр сәхнәһе үҙ итә. Тәү башта режиссерҙың ҡалыныраҡ тауыш менән әйтелгән иҫкәрмәләренә ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында күҙ йәштәре менән яуап бирһә лә, тора-бара сәхнәлә тыуҙырған образдары аша ҡаушамаҫҡа өйрәнә, талантын дәлилләй, үҙенең егәрлелеген күрһәтә. Был һөнәрҙә шулай итмәй ҙә булмай, сөнки һәр роль үҙ холҡо, үҙ кисерештәре менән тамашасы күңеленә инә алырға тейеш. Әгәр был уңышҡа етә алмаһаң, роль ятлау ғына уңышҡа килтермәй. Былар тураһында актриса онотолоп, оҙаҡ итеп һөйләргә лә риза.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилә Сәйетова 25 йыл Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына тоғро. Ул иллегә яҡын роль сығарып, әле бөгөн дә тамашасыны төрлө яҡлы ижад ҡомарының тауҙар аҡтарыр көсө, илһамы барлығына ышандырған актриса. Эйе, тамашасы ышанысын яулауы еңел түгел. Әммә был бейеклеккә бер күтәрелһәң, ул һинең хеҙмәтеңдең юғары баһаһы. Күптәрҙең күҙ уңына, күңеленә Ф.Бурнаштың «Таһир һәм Зөһрә»һендәге Ханбикәһе менән ингәйне ул. Артабан Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Иркәбикә, «Йәйәүле Мәхмүт»ендә – Шәрифә, «Яуҙы еңгән мөхәббәт»ендә – Мәйсәрүәр, «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – өләсәй, Наил Ғәйетбаевтың «Ауылға ҡыҙҙар килде»һендә – Нурания, Туфан Миңнуллиндың «Йәнкиҫәккәйем»ендә – Рәсимә, Авксентий Цагарелиҙың «Ханума»һында – Текле ханым, Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт һәм нәфрәт»ендә – яусы, Мөхәмәтша Буранғоловтоң «Башҡорт туйы»нда Аҙнабикә кеүек төрлө пландағы төплө образдар сығарыуҙы режиссерҙар Зилә Һаҙый ҡыҙына тапшырып яңылышманы. Быларҙан тыш Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балалар өсөн спектаклдәр күп сығара. Актерҙар кескәй тамашасылар өсөн уғата ҙур теләк һәм етди әҙерлек менән сығыш яһай. Сөнки иң талапсан тамашасы – балалар. Рәдиф Тимершиндың «Йомарт терпе»һендә – Терпе, Наил Ғәйетбаевтың «Кем эшләмәй, шул ашамай» әҫәрендә – Һандуғас, Рәсимә Ураҡсинаның «Сыңҡылдаҡ себен»ендә – Ҡырмыҫҡа һәм башҡа бик күп әкиәттәрҙәге образдары йәш тамашасы һөйөүен яулап өлгөрҙө. Мәҡәлә башындағы күңел киңлектәре хаҡындағы һүҙҙәр мәғәнәһен асыу өсөн Зилә Сәйетоваға мөрәжәғәт итеүем буштан түгел. Ул ҡунаҡсыллығы, төрлө килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙа дөрөҫлөктө яҡлауы менән йәлеп итә. Әле һаман өләсәһе тапшырған васыяттарына хыянат итмәй, туған теленә, тыуған еренә, яҡындарына, коллегаларына, яратҡан эшенә тоғро булып ҡалыуы һоҡландыра. Яңы ролдәр, ғәҙел тамашасылар һәм ҡаҙаныштар һеҙгә, актриса! Киләсәк йылдарығыҙ өмөт менән мөлдөрәмә булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен!
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА ("Тамаша", №5-2020 й.)
Читайте нас: