+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Ноябрь 2020, 17:00

“АРҒЫМАҠ” этно-рок төркөмө

ни өсөн тап этно-рок жанрында йырларға була?

Ринат Рамаҙанов: «Башланғанда ғына беҙ этно-рок инек, хәҙер бөтә йүнәлештәрҙә лә эшләйбеҙ, йәғни заманса мейнстрим! Бөгөнгө заманда нимә иң ныҡ популяр, стилле, модала – былар барыһы ла “Арғымаҡ”! Хәҙер балалар беҙҙе ҡайҙан эҙләп таба ала, беҙ шунда барабыҙ, шул телдә һөйләшәбеҙ, уларға аңлайышлы ысул менән милли йоланы, моңдо һеңдерәбеҙ! Америка һәм Европа йоғонтоһо аҫтында булған балаларға тота килеп ҡурайҙа уйнай башлаһаң, улар ихлас тыңлаймы? Уларға нимә ҡыҙыҡлы, башта шул хаҡта һөйләшеп башлайһың да, аҙаҡ инде улар кеҫәңә кереп ултырғас, елле генә итеп үҙеңдең әйтергә теләгәнеңде еткереп ҡуяһың. Сәхнәгә сыҡҡас, беҙҙең ни бары бер-ике генә минут ваҡыт бар, шул арала иғтибарҙарын йәлеп итеп өлгөрмәһәң, бөттө. Ә инде уларға аңлайышлы тел менән һөйләшә башлап, үҙеңдекенә күскәнде улар һиҙмәй ҙә ҡала. Быны эшләргә, йәштәребеҙҙе, балаларҙы үҙебеҙҙең милли асылда тәрбиәләргә кәрәк! Башта шаҡы-шоҡо булһа ла, аҙаҡ Урал батыр, Зәки Вәлиди, Зәйнулла ишан, Шайморатов генерал тураһында һөйләйбеҙ!»
Читайте нас: