-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Ноябрь 2020, 13:30

“Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә”

"Халҡыбыҙҙың ошо мәҡәлендә тәрән мәғәнә ята", - ти ул.- Минең фекеремсә, сәнғәт кешеһе үҙен төрлө ҙур сәхнәләрҙә һынап ҡарауҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш. Һәр ваҡыт үҫеш юлында булғанда ғына талант балҡып күренә ала. Был йәһәттән мин бәхетлемен, сөнки

“Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә” тип әйтергә ярата Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр музыка мәктәбенең ҡурай уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Әбделмән улы Юнысов. - Халҡыбыҙҙың ошо мәҡәлендә тәрән мәғәнә ята", - ти ул.- Минең фекеремсә, сәнғәт кешеһе үҙен төрлө ҙур сәхнәләрҙә һынап ҡарауҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш. Һәр ваҡыт үҫеш юлында булғанда ғына талант балҡып күренә ала. Был йәһәттән мин бәхетлемен, сөнки республикабыҙҙа, Рәсәйҙә генә түгел, Төркиә, Венгрия сәхнәләрендә лә сығыш яһарға насип булды. Был үҙе бер ҙур мәртәбә. Алтай Республикаһында һәм башҡа ерҙәрҙә мәҙәниәтебеҙҙе, милли кейемдәрҙе, бигерәк тә ҡурайҙы күрһәтеп, ишеттереп йөрөүемә шатмын. Күп ваҡыт ҡурайҙы тәү тапҡыр күреүселәр һәм моңон ишетеүселәр менән аралашып, уларҙың һоҡланыуҙарына илһамланам. Үҙем дә башҡа халыҡтарҙың традициялары, халыҡ инструменттары, ауыҙ-тел ижадын күреп, ишетеп тәжрибә алам, һөнәр арттырам. Журналыбыҙҙың киләһе һанында ҡурайсы, сәсән, йыраусы, Хәйбулла районының арҙаҡлы уҙаманы Илдар Юнысов тураһында уҡырһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: