-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Ноябрь 2020, 22:30

Башҡорт сәхнәһендә уның кеүек алтмыштан ашыу донъя халыҡтары телендә йырлаған башҡа йырсы юҡ

Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра, Ниндәй моңло ҡаҙ икән? Үҙе йырлай, үҙе илай, Ниндәй моңло ҡыҙ икән? Шулай йырлаған был биш йәшлек сая ҡыҙ кем икән?

Башҡортостандың буласаҡ халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева ул. Башҡорт сәхнәһендә уның кеүек алтмыштан ашыу донъя халыҡтары телендә йырлаған башҡа йырсы юҡ. Шуға ла уны һәр милләт вәкиле үҙ күреп ҡабул итте, алҡыштарға күмде. Йырсы өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы?!
Кешенең күңел байлығы уның тыуған яҡтарына бәйле, тиҙәр. Мәғфирә Ғәлиева апайҙың тыуған яҡтарынан ижад кешеләре лә, ғалимдар ҙа, хәрбиҙәр ҙә күп сыҡҡан. Ә төп ерҙә – атайсалда киң күңелле, йыр-моңға ғашиҡ игенселәр, малсылар йәшәй. Тәбиғәте лә иҫ киткес матур. Сылтырап ағып ятҡан шишмәләр ҙә, үркәс-үркәс тауҙар ҙа, емеш-еләккә бай ҡыуаҡлыҡтар ҙа бар бында. Өҫкәлек буйҙары үҙе генә ни тора?! Мәғфирә апай менән дә килгәнем булды Ейәнсураға, бер үҙем дә. Ни өсөндөр уның менән килгәндә мин был яҡтарҙың халҡын да, тәбиғәтен дә нығыраҡ аңлайым һымаҡ ине. Бәлки, яңғыҙ килеүемдә күңелемә Мәғфирә апайҙың йырҙары, уның тыуған яҡтарын күреп һоҡланыуын күреү, шатланыуына ҡыуаныу етешмәгәндер. Өфөлә күрешкән саҡтарҙа ла Мәғфирә апай яҡташтарын, туғандарын, тыуған ауылы Урта Муйнаҡты, бала саҡтарын иҫкә алмайынса ҡалманы. Уның һәр һөйләгәне ауылдаш әхирәттәренең, еңгәләренең иҫтәлектәре менән ҡушылып, кинокадрҙағы һымаҡ күҙ алдынан үтә. ...Бына ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, ергә төшөп торған һәлмәк пар толомло, ҙур ҡара күҙҙәренә бөткөһөҙ һағыш тулған кескәй ҡыҙыҡай иҫке генә ауыл клубы сәхнәһендәге ултырғысҡа баҫып, “Ашҡаҙар” көйөнә йырлай. Ә һүҙҙәре бәләкәй йырсы тарафынан үҙгәртелгән: “Атаҡайым китте, ай, һунарға, Өҫкәлекәй буйы шәшкегә. Шәшкеләргә китеп вафат булды, Етем ҡалды башым йәш көйгә”. Ауыл халҡы тын да алмай тыңлай. Кемдер яулыҡ осона күҙ йәшен һөртә. “Ай, балаҡай, ҡайһылай үҙәктәрҙе өҙә бит, ә”, – тип көрһөнөп ҡуя.
“Малайҙар араһында үҫкәнгәме, йәштән үк сая ла, шаян да, егәрле лә булды беҙҙең Мәғфирә, – тип хәтерләй ауылдаштары. – Ә инде һуғыш осоронда үҫмер генә көйө арбаға аяғүрә баҫып, малайҙарса һыҙғырып ат ҡыуа, колхозға ла, өйгә лә утын-бесән ташый ине ул. Шуға күрә ауылдың йәштәш малайҙары унан бер аҙ ҡурҡыңҡырай ҙа ине шикелле”. Матур тауышлы икәнен белеп алғас, үҙешмәкәр түңәрәк ойоштороп, кистәрен ауылдан ауылға концерт-спектаклдәр ҡуйып йөрөгән ауыл уҡытыусылары “бәйләнеп ала”. Әсәһе Мөғлифә инәйҙе төрлөсә өгөтләп алып китәләр ҡыҙҙы кисәгә. Кескәй артистканың үҙенең дә барғыһы килеп тора шул. Нисек ебәрмәйһең инде?!
Ә тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуы биш йәшендә була. Уны Мәғфирә апай былай һөйләгәйне: “Мәктәбебеҙ ҙур булды. Шуға күрә Өфөнән артистар йыш килә торғайны. Уҡытыусы булып эшләгән атайым менән әсәйем мамыҡ шәлгә төрөп, күтәреп кисәләргә йөрөттө. Бер заман Ырымбур артистары ла килде. Мәктәп шығырым тулы. Халыҡ тын да алмай тыңлай. Ул саҡта тамашасылар бигерәк ныҡ ихлас ине шул. Әле лә хәтеремдә: бер артист тоҡтан берәй ҡош-ҡорт йәки мал-тыуар һүрәте ала ла уға ҡарап таҡмаҡ әйтеп йырлай: Был сусҡаны хәрәм, тиеп, Аҫырамайса ҡалмағыҙ.
Ул ит бирә, ул май бирә, Шуны, туған, аңлағыҙ. Үҙенә күрә пропаганда-агитация эше булғандыр инде. Артистар киткәс, етенселә уҡып йөрөгән Абдрахман ағайымдар ҙа ошондай уҡ номерҙар менән концерт әҙерләне. Мин улар артынан ҡалмай, тоҡ йөкмәп, таҡмаҡ сығарып, йырлап йөрөнөм. Ағайымдарға ла өйрәтәм әле. Байрам килеп еткәс, әлбиттә, улар мине сәхнәгә алып сыҡмай. Ә минең бик тә йырҙарымды халыҡҡа йырлап күрһәткем килә. Хәлемде әсәйем генә аңлай. Ул ҡатырға ҡағыҙға матур итеп ҡаҙ һүрәте төшөрөп бирҙе. Икәү һөйләшкән буйынса, бер нисә номерҙары бөтөп, яңы артист сығыр алдынан ғына, һүрәтемде тотоп, сәхнәгә йүгереп менәм һәм йырлай ҙа башлайым: “Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙ ҡысҡыра, Ниндәй моңло ҡаҙ икән? Үҙе йырлай, үҙе илай, Ниндәй моңло ҡыҙ икән”?! Алып барыусы һәм башҡа концертта ҡатнашыусылар аптырап, ҡаушап ҡалған, халыҡ көлә-көлә ҡул саба. Мин йырлап та бөттөм, әсәйемдең ҡуйынына килеп тә сумдым”. ...
Ә шулай ҙа Мәғфирә Ғәлиева һигеҙенселә уҡығанда ла сәхнәне ғүмерлек эш урыны булыр тип өмөт итмәй. Илһамлының тоҡомдарында ла бөтәһе уның һәләтенә эйә була алмай. Бына Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ильяс ҡыҙы Ғәлиеваның үҫкән ғаиләһенән бер ул ғына профессиональ йырсы булып китә. Өс ҡустыһы, һәйбәт кенә йырлаһа ла, тормош көтөү өсөн башҡа һөнәрҙәрҙе һайлай. Бөтә Башҡортостанда данлыҡлы йырсы-импровизатор Хисаметдиндың йыр сәнғәтен дауам иттереү миссияһы уның Мөғлифәһенең берҙән-бер ҡыҙы Мәғфирә иңенә төшә. Тәүге балалары гел үлеп торғандан һуң оҙаҡ көтөп, Аллаһ Тәғәләнән инәлеп һорап алған бала була киләсәктә сәхнәләрҙе моңға күмер йырсыбыҙ.
Өлкәндәрҙең һөйләгәнен ошолай иҫенә төшөрә ине ул: ‘‘Ҡартатайым Хисаметдин һүҙ оҫтаһы, көй сығарып йырлаған сәсән генә түгел, үләндәр менән дауалаған халыҡ табибы ла, ауыл тарихын, нәҫелдәр шәжәрәһен өйрәнеүсе лә, ауылда иген үҫтереп, күпләп мал аҫрап йәшәгән хәлле, абруйлы кешеләренең береһе лә була. Кәңәш һорап, им-дауа өмөт итеп, матди ярҙам көтөп килгән яҡташтарының һүҙен кире ҡаҡмай. Шуға ла халыҡ уны яҡын күрә. Хатта 30-сы йылдарҙа, кулак исеме тағып, Себергә ебәреүҙән дә ауылдаштары уны күмәкләп яҡлап, ситкә ебәрмәй алып ҡала”. Урта Муйнаҡҡа биш саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡырғыҙ (хәҙер уны Түбәнге Муйнаҡ тип йөрөтәләр) ауылында тыуып үҫкән Мәғфирәнең атаһы Ильяс Хисаметдин уҙамандың ат ҡараусыһы булып эшләй. Егәрле, сибәр егет хужаһының кесе ҡыҙы Мөғлифәгә ғашиҡ була. Ҡыҙыҡайҙың да уға күҙе төшә. Был хаҡта ата-әсәләренә белгертмәҫкә тырышһалар ҙа, бер-береһе менән осрашҡанда күҙҙәрҙең осҡонланып китеүенең сәбәбен күпте кисергән аҡыллы кешеләр нисек аңламаһын инде?! Ильяс Хисаметдин байға ҡыҙын кәләшлеккә һорап мөрәжәғәт итеү хаҡында хыял да итә алмай. Ат көтөүсеһенә бирә буламы инде шундай затлы, хөрмәтле кеше үҙенең йәндәй күргән һылыуҙарҙан-һылыу кинйәкәй ҡыҙын. Ләкин атай кешенең уйҙары икенсерәк була. Өлкән ҡыҙҙарымдың кейәүҙәрен үҙем һайлап хәлле кешеләргә бирҙем, ләкин ғаилә бәхете күрмәй йәшәйҙәр, Мөғлифәм, хеҙмәтсе булһа ла, үҙенең яратҡанына насип итһен, бәхет кисереп йәшәһен, тип ғашиҡ йәштәргә фатихаһын бирә. Заман елдәренең ҡайһы яҡҡа иҫеүен һиҙепме, ҡыҙыма тиң булһын типме, кейәүен Ырымбурға, тирә-яҡта дан тотҡан Каруанһарай педагогия училищеһына уҡырға ебәрә. Мөғлифәне лә алты айлыҡ уҡытыусылар курсында уҡыта.
Матур башланып китә бер-береһен өҙөлөп яратҡан йәштәрҙең уртаҡ тормошо. Үҙ райондарындағы Ауырҙа ауылы мәктәбенә эшкә урынлашалар. Ауыл клубтарында тәүге спектаклдәр, концерттар ойоштороу тиһеңме, халыҡ араһында уҡытыу-мәҙәни эштәр алып барыу – бөтәһе лә уҡытыусылар иңендә. Ильяс ойоштороу эштәре менән мәшғүл, Мөғлифә – торғаны менән сәхнә йондоҙо: шиғыр ҙа һөйләй, килештереп бейей ҙә, ә инде халыҡ йырҙарын һәм заман таҡмаҡтарын башҡарыуға уға еткән кеше юҡ. Саҡ уҡырға ингән Мәғфирәне лә сәхнәгә мендерәләр. Ул инде өс-дүрт йәшлек сағынан моңло тауышы менән күрше апай-инәйҙәрҙе әсир иткән кеше. Ҡайһылары концертҡа Мәғфирәне тыңлар өсөн генә килә.
– Собханалла, күҙ генә теймәһен, ниндәй моңло, оҙон халыҡ йырҙарын һис боҙмай йырлай бит әле. Әртискә булыр был...
– Хисаметдиндың ейәнсәре шул. Алма ағасынан алыҫ төшмәй...
Ҡарлуғас ҡанаты кеүек ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, яҡты нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙле ҡыҙыҡай тамашасыларҙың һоҡланыу тауыштарын ишетеп, тағы ла дәртләнеп, батырайып китә. Олатаһы сығарған “Ата зары” тигән йырҙы ла башҡарып ҡуя: “Ашағым да килә, йотоп булмай. Тамағымда тора бер төйөн. Ир ҡорона ингән ғәзиз балаң, Йәшләй вафат булһа, шул ҡыйын”... Үтә лә һағышлы был йырҙың тарихы ла фажиғәле шул. Хисаметдиндың ғәзиз улдарының береһен Орск ҡалаһы эргәһендә атып китәләр. Уның артынан килгән сәсән атаһы тау башына менеп әлеге йырҙы йырлаған. Быны ишеткән кешеләр күҙ йәштәрен тыя алмай. Донъяла ғәжәп хәлдәр, башҡа килмәҫтәй ысынбарлыҡтар алға килеп баҫа. Ошо хәлгә бер нисә тиҫтә йыл үткәс, олатаһының был йыры менән ейәнсәре Мәғфирә Ғәлиева П. Чайковский исемендәге консерватория уҡытыусыларын хайран ҡалдыра. Ул был йырҙы олатаһы хөрмәтенә тип яҙҙыра. Уны башҡа артистар ҙа ошо исемгә бәйләп йырлай. “Әсәйемде дүрт бала менән яңғыҙ ҡалдырып, үтә лә йәшләй вафат булды шул атайым. Ике туған ағайымдың йөк машинаһында төнгө юлда тау түбәненә тәгәрәгәндәр. Миңә һигеҙ йәш, бәләкәй ҡустыма ике генә ай була...” – тип һөйләне Мәғфирә апай. Атайһыҙлыҡ үҙен тиҙ һиҙҙертә. Быға тиклем ғаиләнең иркә ҡыҙы булып үҫеп килгән Мәғфирәнең елкәһенә донъя көтөү, бала-саға, мал-тыуар ҡарау, колхоз эшендә ең һыҙғанып ҡатнашыу бурыстары төшә. Ауылда ике ҡыҙыҡайҙың исеме Мәғфирә була. Һәләк булған Ильяс ҡыҙын “етем Мәғфирә” тип йөрөтәләр. Мәғфирәнең киләсәккә яҡты хыялдар тулы кескәй йөрәге өҙгөләнә. “Атай булмағас, ситкә китеп уҡып, уҡытыусы ла, духтыр ҙа була алмам инде”. Ҡанаттары ҡайырылды шул хәҙер, тиҙерәк ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, ҡайҙалыр эшкә китәһе ине, әсәһенә туғандарын ҡарарға ярҙам итергә кәрәк булыр. Атаһын һағыныу һағышынан күңелдә йыр тыуа. Ауыл ситендәге ағастарҙы ҡосаҡлап, илай-илай йырлай Мәғфирә: “Икенән дә үргән ҡара сәсем Йылан ғына булып китһәсе, Ер аҫтыҡайынан юлдар һалып, Атаҡайым ҡайтып килһәсе”.
Етем ҡалған ғаиләнең шәхси хәсрәттәренә ил ҡайғыһы ла ҡушыла. Миллиондарса баланы етем итеп, яҡты өмөттәр менән йәшәгән халыҡтың донъяһын туҙҙырып, мәңге төҙәлмәҫлек күңел һәм тән яралары һалып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Уға тиклем ауылда ике генә ҡыҙыҡайҙы етем тип йөрөтһәләр, һуғыш бөткәндә бөтә балалар ҙа тиерлек шундай була. Мәғфирә, Хисаметдин олатаһы нәҫеленә оҡшап, эре һөйәкле, физик һәм рухи яҡтан көслө үҫмер ҡыҙ булып үҫеп килә. Атҡа менеп тә саба, кәрәк булһа, уларҙы арба-санаға мисәүләп егеп, йөк ташый, бесән саба, кәбән һалыша, сүп утай, мал-тыуар ҡарай. Үҙен ирештерергә, кәмһетергә баҙнат иткән малайҙар уның эшләп ҡатыланған йоҙроҡтарынан шөрләй башлай. Ҡайһылары уның тәмен белеп өлгөрә.
– Ҡуй, Мәғфирә ҡыҙым, малайҙарҙы йәберләмә, кейәү сыҡмаҫ бит үҙеңә, – ти шаярыу ҡатыш өгөт-нәсихәт менән күрше инәйҙәр.
– Ә мин уларға сығаммы һуң әле?! Башҡорт егеттәрен яратмайым мин, урыҫҡа сығам! – тип инәйҙәрҙең йәнен көйҙөрә.
Шаярып һөйләгән ошо һүҙҙәрҙең ысынға әйләнерен кем уйлаған инде ул саҡта... “Бына атайым иҫән саҡта уҡ әле Үзбәкстандан Мәүлиҙә исемле татар апайы беҙҙең ауылға күсеп ҡайтты. Ҡунаҡтарға шундай моңло итеп үзбәксә йырлай был. Минең дә уларҙы отоп алып йырлағым килә. Көн дә уның тирәһендә уралам. “Өйрәт әле, апай, ошо йырҙарыңды миңә лә”, – тим. “Үзбәктәр бит йырлап ҡына ҡалмай, баштарын үҙенсәлекле ҡыйшайтып, муйындарын борғолап башҡара, һин улай булдыра алмайһың бит”, – ти. Мин сәмләнеп китеп, барыбер килтереп сығарам тип, төнө буйы ул күрһәткәнде ҡабатланым, барыбер өйрәндем. Урыҫ һәм илебеҙҙәге башҡа халыҡтарҙың йырҙарын атайымдың ағаһының патефоны аша өйрәндем. Пластинкалары ла күп кенә ине уларҙың. Шул замандың мәшһүр йырсылары Әсмә Шайморатова, Гөлсөм Сөләймәноваларҙың йыр репертуары менән дә пластинкалар тыңлап таныштым. “Чапаев – герой” тигән ул осорҙоң популяр йырын, урыҫса белмәгәнлектән, бик боҙоп йырлағанмын икән. Быны Мәскәүгә уҡырға барғас ҡына аңланым. Өфөнән, Ырымбурҙан килгән артистарға, бигерәк тә үҙҙәре матур, үҙҙәре талантлы ирле-ҡатынлы сәхнә йондоҙҙары Рәғиҙә Янбулатова менән Арыҫлан Мөбәрәковҡа һоҡланып, концерттарҙы, спектаклдәрҙе ҡалдырмай йөрөһәм дә, артабан уҡыу, йәки сәнғәт юлын һайлау хаҡында уйлай ҙа алмай инем әле үҫмерлеккә аяҡ баҫҡанда. 11-12 йәштән беҙ, һуғыш осоро балалары, ныҡлап эшкә егелдек. Бына ошо саҡтағы бер хәлде әле лә күҙ йәшһеҙ хәтерләй алмайым. Сатнап торған һыуыҡ ҡышҡы көн. Ауылдаш апайҙарым менән урманда ағас бысабыҙ ҙа уны тракторға тейәп оҙатабыҙ. Апайҙар тиһәм дә, 15-18 йәшлек ҡыҙ балалар инде, ә мин 12 йәшем менән генә барам. Землянкаға инеп тамаҡ ялғап алабыҙ ҙа тағы эшкә тотонабыҙ. Минең хәлдән тайғанды күрептер инде: “Һин, Мәғфирә һылыу, бер аҙ эшләмәй, йырлап ҡына тор”, – тиҙәр. Мин шатланып риза булам. Әгәр йырсы булырымды белһәм, тамаҡты һаҡларға кәрәклеге иҫкә төшөр ине, бәлки”. Һуғыш бөткәс, иҫән ҡалҡан ир-ат тыуған ауылдарына ҡайта. Мәғфирәнең атаһы һуғыштан алда аварияла һәләк булһа ла, күңелгә гел ошо еңеүсе яугирҙәр менән ҡайтып инер кеүек. Мөғжизә булмаясағын иҫенә төшөрөп, йәшеренеп кенә илап та ала. Күңелен, әсәһе кеүек, йыр менән баҫырға өйрәнә ул. Ҡыҙының киләсәген уйлап, үҙенә ауыр булһа ла, Мәғфирәне район үҙәгенә IX класҡа уҡырға ебәрә Мөғлифә инәй. Ул осорға йыр-моңға, бейеүгә һәләтле балаларҙы райондарҙан йыйып Өфөгә алып киләләр, сәнғәт мәктәптәренә һәм башҡа уҡыу йорттарына урынлаштыралар. Күренекле композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов тырышлығы менән Мәскәү консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһы асылғас, шулай уҡ республика буйлап һәләтле йәштәр эҙләү ойошторола. Тирә-яҡ ауылдарға ла концерттар менән йөрөгәнлектән, Мәғфирәнең тарихҡа инеп ҡалған йырсы-сәсән Хисаметдиндың ейәнсәре икәнен райондаштары һәйбәт белә. Ул йылдарҙа филармонияла эшләп йөрөгән, уларға туған тейеш Өмбәт ауылынан Ҡадир Бакиров Мәғфирәне юллап Ейәнсураға килеп, тағы ла бер йәш һәләтле йырсы егет Сөләймән Абдуллин менән икеһен Өфөгә алып килә. “Йәш тә, белем дә консерваторияға инер өсөн етерлек түгел. Туғыҙынсыла ғына уҡып йөрөйөм. Ноябрь айы. Һыуыҡ. Өҫтә лә, аяҡта ла йүнле-башлы кейем юҡ, – тип иҫкә ала ул саҡты Мәғфирә апай. – Баш ҡала бейек өйҙәре, тигеҙ урамдары, кешеләрҙең, машиналарҙың күплеге менән хайран ҡалдырҙы. Опера театрында һайлап алыу бара. Бөтә нәмә ят. Күңел тула, тиҙерәк ҡайтып китке килә. Баныу Вәлиева, Халиҡ Заимов (улар икәнен аҙаҡ белдем) һәм башҡа күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре йыйылған. Баныу апай рояль артында. Роялдең ҡайһы яғына баҫып йырларға ла белмәйем. Баныу апай мине янына саҡырып, үҙе аҡ төймәләргә баҫып, музыкаль тауыш сығара ла: “Бына ошо нотаны ал әле’’, – ти. Мин нотаның ни икәнен дә аңламайым. Ҡулымдан тотоп, клавишаларға (уның да шулай әйтелгәнен аҙаҡ белдем) баҫтыра. Тауыш сыҡҡас, ҡурҡып китәм. “Йә йырлап күрһәт әле”, – тигәс, эскә йән инде. Быныһы инде минең өсөн яңылыҡ түгел. Мин сәмләнеп ҡартатайымдың “Xисам” тигән йырын һуҙып ебәрҙем. Конкурста алтмыш кеше ҡатнашҡайныҡ, етәү генә тороп ҡалдыҡ.
1953 йыл ине. Нимә көтә беҙҙе Мәскәүҙә?! Барып еткәнсә поезд тәҙрәһенән ҡарап барҙыҡ. Илашып та, йырлашып та алабыҙ. Ярай әле беҙҙең менән яҡташым Сөләймән Абдуллин да бар. Мәскәүгә киткәнсе беҙҙе магазинға алып барып бер ҡат кейендерҙеләр. Тик аяҡҡа яраҡлы итек табылманы. Ялан аяҡ йөрөп, ауыр эш эшләп аяҡтар тупаҫланып бөткән. Аптырағас, 42-се үлсәмле ирҙәр итеге алып бирҙеләр. Уға ла шатландым әле. Ярай әле, Мәскәүҙән ҡайтҡанда аяҡтарым 37-38 үлсәмдәге бейек үксәле матур туфлиҙар кейеп, сәхнәгә сығырлыҡ хәлгә килде”. ...
Өр-яңы донъя асыу булған ғүмергә онотолмаҫлыҡ студент йылдары... Үҙенең төбәгендәге бер нисә ауылдан башҡа ер күрмәгән, урта мәктәпте лә тамамламаған, уныһы ла шул замандағы ауыл кимәлендә, эш араһында уҡылған, бер ҡайҙан да ярҙам өмөт итмәгән 16 йәшлек ауыл ҡыҙының Мәскәү консерваторияһында тәүге айҙарҙа ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Быға тиклем бер урыҫ кешеһен дә күрмәгән, урыҫ телен йүнләп белмәгән Мәғфирәгә бер юлы шул телдән дәрестәр алырға ла, урта мәктәпте тамамларға ла тура килә. Түҙемлек, сыҙамлылыҡ, яуаплылыҡ, тырышлыҡ сифаттары кескәйҙән ҡанына һеңмәгән булһа, ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алыр инеме икән ул?!
Мәғфирә Ильяс ҡыҙы үҙен оло сәнғәт донъяһына алып ингән уҡытыусыларын һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә ала. Уның бәхетенә үҙ хеҙмәтенә мөкиббән бирелгән, юғары мәҙәниәтле остаздарға эләгә ул. Илгә киң билдәле музыка белгесе Карин-Печкарев Василий Федорович уны тәүҙә IX класҡа һәм консерваторияның әҙерлек курсына урынлаштыра. Урыҫсаны өйрәтеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала. Кариндың уҡыусыһы Ксения Масленкова һәм мәшһүр Лемешевтар менән бергә йырлаған Леакадия Дзержинская вокал дәрестәре алып бара. Уҡытыусылары М. Ғәлиеваға: “Диапазоның ҙур, бында уҡыу ваҡыты биш йыл ғына. Ғүмер буйы уҡырға кәрәк һиңә”, – тигәйнеләр.
“Мәскәүгә тиҙ өйрәндем мин, – ти Мәғфирә апай. – Тәүге килгән кешеләр иҫе китеп ҡараған Кремль, метро, Ҙур театр, кистәрен тәҙрәләрендә төрлө уттар балҡыған бай магазиндарға ла битараф була белдем. Бәләкәйҙән хистәремде тышҡа сығарып барманым. Бөтә уй-теләгемде уҡыу биләне. Шул тиклем ерҙән белем алырға тип килгәс, уҡый алмай ҡайтып китеү минең өсөн оло трагедия булыр ине. Биргән стипендияны әсәйемә һалам. Уға әйтмәй генә өс ҡустым менән үҙҙәрен ҡалдырып китеүемдә үҙемде ғәйепле һанағанмындыр, өлкән апай булараҡ, тормоштары өсөн яуаплылыҡ та тойған¬мындыр инде. Ә үҙем гел кешегә эшләп йәшәнем: керен дә, иҙәнен дә йыуҙым, тәҙрә таҙарттым, магазинға йөрөнөм, кофта, шәл бәйләнем, күлдәк тектем... Кистәрен театрҙарҙа опера, концерттар тыңларға тейеш инек. Галерканан ғына булһа ла урындарыбыҙ, студенттарҙы бушлай индерҙеләр. Мәскәүҙә тыңлаған тәүге операбыҙ Ҙур театрҙа ҡуйылған “Евгений Онегин” булды. Люстралар балҡый, ултырғыстар бәрхәт менән тышланған. Йырсыларҙың тауышы көслө, матур, тик нимә хаҡында һүҙ барғанын тәүҙәрәк аңлай алмай бер булдым. Әле лә әйтеүе оят: йоҡлап киткәнмен хатта. Көн буйына уҡып та, эшләп тә ныҡ ҡына арылған да шул. Яйлап үҙебеҙ ҙә опера арияларын үҙләштерә башланыҡ. Даргомыжскийҙың “Һыу һылыуы”нан Наташа, Чайковскийҙың “Евгений Онегин”ынан Татьяна, Моцарттың “Фигаро туйы”нан Керубино арияларын яратып һәм бик тырышып өйрәндем. Бигерәк тә итальян телендәге ариялар һәм йырҙар күңелемә яҡын булды. Дөрөҫөн әйткәндә, урыҫ телендәге арияларға ҡарағанда итальянсаларын алдараҡ та өйрәндем шикелле әле. Йәшлек тулҡыны булғандыр инде, бер ваҡыт Джонни Вайсмюллер төшөргән “Тарзан” фильмындағы Тарзан тауышы менән ҡысҡырып, консерватория профессорҙарын һәм студенттарын шаҡ ҡатырғайным. Кинола тауыш техник яҡтан көсләндерелгән, ә мин тамағымды ҡыҙғанмай үҙ тауышым менән Тарзанды ҡабатлайым. Уҡытыусыларым ҡото осоп: “Нимә эшләүең был, Магфирушка, тауышһыҙ ҡалаһың бит хәҙер. Тағы ла ошондай хәл ҡабатланһа, консерваториянан ҡыуабыҙ!” – ти”.
1953 йылдың авгусында ҡулына “Опера театры солисткаһы” тигән диплом тотоп ҡайтып төшә йәш белгес. Башҡалар кеүек Мәскәүҙә ҡалыу, икенсе төбәктәрҙә төпләнеү уйы инеп тә сыҡмай йырсының күңеленә. Бары тик үҙебеҙҙә, бары тик Өфөнөң опера театрында эшләргә тейеш ул. Был осорҙа опера театры коллективының гастролдәрҙә булыуы Мәғфирә Ғәлиеваның артабанғы тормошона ҙур йоғонто яһай. Мәҙәниәт министрлығында уға ваҡытлыса Башҡортостан дәүләт филармонияһында эшләп торорға тәҡдим яһайҙар. Сөнки опера артистарының гастролдәрҙән һуң йәйге ялға ла китәһеләре бар икән. Улар ҡайтҡансы, филармонияла бер аҙ аҡса эшләп тә алырға була. Шулай итеп йәш йырсы Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең йырсыһы булып, Башҡортостан ауылдары һәм ҡалалары буйлап гастролгә сығып китә. Башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә ул саҡта бик популяр булған эстрада һәм халыҡ йырҙарын индерә ул үҙенең репертуарына. Улар араһында чех һәм болгар шаян йырҙарына ла урын табыла. Тәүге гастролдәр, тамашасы менән ысын йырсы булараҡ тәүге осрашыуҙар онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдыра. Сибәр, талантлы, ихлас күңелле һәләтле ҡыҙ артынан артист егеттәр йөрөй башлай, һәр береһе уға бары тик үҙенең генә тиң икәнен күрһәтергә, аңлатырға тырыша. Арала бик талантлы ике баянсы егет тә бар. Улар Мәғфирәгә алмашлап та, икәүләп тә уйнай. Николай Голов тигәне бигерәк әрһеҙ, малай-шалай һымаҡ йә сәсен тартып китә, йә шаяртып бер була. Урамға сыҡһа ла, өйгә инһә лә, артынан эйәреп тик йөрөй. Уның Мәғфирәгә булған иғтибарын тойоп, быға тиклем баянсыға күҙе төшөп йөрөгән артисткалар йәш йырсыға ҡырын ҡарай башлай. Ҡайтҡас та Мәғфирә Министрҙар Кабинетына ялыу яҙа: “Мин ҡабат Николай Голов тигән баянсы менән бергә гастролгә сыҡмайым. Ул минән һәр ваҡыт көлә, йәберләй”. Өфөлә баянсы егет Мәғфирәгә ҡарата етдиләнә төшә. Һәр саҡ ярҙам итергә, нисек тә күңелен яуларға тырыша. Мәғфирә лә уны уйлай башлай. Тик һәр саҡ күңелен тыя килә: эйе шул, Башҡортостанға ҡайтып, урыҫ егетенә генә күҙе төшәһе ҡалғайны. Бер көн яңғыҙын тура килтереп, Коля наҙлап ҡына ҡыҙҙың ҡулдарын тота: “Мәғфирә, күреп тораһың, һин миңә бик тә оҡшайһың. Һин — йырсы, мин – баянсы, артист өсөн иң шәп вариант. Сыҡ миңә кейәүгә!” – ти. Мәғфирәгә лә яҡын был эскерһеҙ егет. Матур ҙа бит әле, суҡынсыҡ. Иң мөһиме – башҡортса шәп һөйләшә. Башҡорт халыҡ көйҙәрен еренә еткереп, килештереп уйнай, башҡорт халҡын ярата, башҡортса көйҙәр сығара. Рух, моң, йәшлек берләштергәндер инде буласаҡ ике сәхнә йондоҙоноң яҙмышын. Оҙаҡламай улар береһенә лә белгертмәй генә яҙылышып, бергә йәшәй башлай. Ул арала Мәғфирәнең юғарыға яҙылған ялыуы буйынса комиссия килеп төшә. Тиҙ генә йыйылыш йыйыла. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә: музыкант Николай Головтың шәхси эше. Артистар гөр килә. “Шаянлығы менән беҙгә лә эшләргә ҡамасаулай!” – тип ҡысҡырыусылар табыла. Һәр саҡ ғәҙеллек яҡлы булып, түрәләр алдында хеҙмәткәрҙәрен яҡлап, ә инде ҡайһы бер ялҡауыраҡ коллегаларына тураһын әйтеп һөйләшеүе лә оҡшамағандыр инде ҡай берәүҙәргә. Быға тиклем ҡарала торғандарына оҡшамаған ялыуҙы тикшереү буласаҡ ҡыҙыҡлы спектаклде көтөү һымаҡ ҡабул ителә. Шул саҡ уртаға “ғәйепле кеше” үҙе сыға ла: “Туҡтағыҙ әле, ялыуҙы тикшерергә кәрәкмәй, – ти. – Мине әрләү түгел, ҡотлаясаҡһығыҙ”. Урындан асыулы тауыштар ишетелә: “Йәш кенә көйө ниндәй нахал икән әле. Юғарынан комиссия килгән тип тормай... Бар, ултыр урыныңа”. Шул саҡ Коля янына Мәғфирә сығып баҫа ла уны хуплай: “Ялыуҙы кире алам, сөнки беҙ Николай Голов менән ун биш көн элек өйләнештек”. Йыйылған халыҡ бер аҙға тын ҡала. Шунан шарҡылдап көлә, аҙаҡ ҡотлай башлайҙар.
Бына шулай башланып китә күренекле сәнғәт әһеленең ғаилә һәм сәхнә тормошо. Мәғфирә Ғәлиева өсөн опера театрына эшкә урынлашыу мәсьәләһе юҡҡа сыға. Башҡорт дәүләт филармонияһы уларҙың икеһе өсөн дә пенсияға киткәнсе яратҡан һәм берҙән-бер эш урынына әйләнә. Бергәләп күпме юлдар үтелә республикабыҙ ауыл-ҡалалары, бөтә Союз һәм хатта ҡайһы бер сит илдәр буйлап. Күпме ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра был юлдар. Күпме ваҡиғалар һеңә хәтергә, күпме йыр-моңдар түгелеп ҡала халыҡ күңеленә... Өс тиҫтә йылдан артыҡ радио, телевидение тулҡындары аша ла, сәхнәләрҙән дә яңғырай Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Мәғфирә Ғәлиеваның моңло ла, дәртле лә, башҡа бер кемдеке менән дә бутамаҫлыҡ үҙенсәлекле саф тауышы.
Мәғфирә Ғәлиева филармонияла эшләгән йылдарҙа донъя халыҡтарының 62 телендә йырларға өйрәнә. Уларҙы өйрәнеү, аҙаҡтан онотмай йырлап йөрөү үҙе генә лә күпме отҡорлоҡ, талант, тырышлыҡ һәм күңел йылылығы талап итә. Һәр бер йырҙа халыҡтың тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, характерын, моңон тамашасыға еткерергә кәрәк. Ә инде шул халыҡ вәкилдәре уны үҙҙәренең йырсыһы итеп ҡабул итә икән, был – оло бәхет. Мәғфирә Ғәлиева республикабыҙҙа йәшәгән һәр халыҡтың үҙ телендә йырлап, уларҙың күңелен күтәрҙе, дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре тәрбиәләне. Юлдар һәм йырҙар уны сит илдәргә алып барҙы. Сәфәрҙәренән ул бенгал, урду, һинд, афған, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, ҡырғыҙ йырҙарын отоп ҡайтты. Мәғфирә Ғәлиева республикабыҙҙа төрлө халыҡтар йырын башҡарыусы берҙән-бер кеше булып ҡалырмы икән ни?! Ниңәлер йырсылар араһында ике-өс телдә йырлаусылар ҙа бик һирәк хәҙер. “Татарстандың күренекле композиторы Сара Садиҡова менән дуҫ булдыҡ. Хатлашып, ҡунаҡлашып йәшәнек, – тип ғорурланып хәтерләй Мәғфирә апай. – Мәғфирә, был йыр һинең тауышҡа ғына яҙылған, тип күңелде күтәреп ебәрә ине Сара апай яңы әҫәрҙәрен тәҡдим иткәндә. Уның “Ғүмер юлы”, “Белегеҙ шуны”, “Һағышмы икән”, “Һин йәш, тиҙәр” тигән йырҙарын иң тәүҙә мин башҡарҙым”. Башҡорт халыҡ йырҙары “Хисам”, “Ишмырҙа”, “Ете егет”, “Алты егет”, “Тәнәкәй”, “Киленсәк”, “Апаһы әйтмәй – һеңлеһе әйтә” тигән йырҙар Мәғфирә Ғәлиева башҡарыуында күңелдәрҙе айырыуса тетрәндереп, төрлө-төрлө төҫтәр менән балҡып киткәндәй була. Тормош иптәше композитор Наил Ғәлиевтең (Николай Головтың) бөтә йырҙарын тиерлек башлап Мәғфирә Ғәлиева йырлай. Бергә йәшәгәс, шулай булыр инде, тиеүселәр ҙә барҙыр, әлбиттә. Был осраҡта күңел берҙәмлеге, мөхәббәт, бер-береңде аңлау иң мөһимелер, моғайын. Икәүләп ижад иткән “Яратам мин урыҫ егетен”, “Оҙата кил”, “Яҙҙар еткәс ҡайтырмын” (Ш. Бикҡол һүҙҙәре), Заһир Исмәғилев яҙған “Гөлсәсәк”, “Айлы кис”, “Әлдә һин бар был донъяла” йырҙары, “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһынан Сәлимә арияһы Мәғфирә Ғәлиева башҡарыуында бөтөн бер образ-моң булып халыҡ хәтерендә һаҡлана. Мәғфирә Ильяс ҡыҙы татар композиторҙары йырҙарын да яратып йырланы. Киң таралған “Хушлашырға ашыҡмайыҡ”, “Мин һине шундай һағындым”, “Һин ҡайҙа инең?”, “Керәм әле урмандарға” тигән йырҙарҙы мин дә иң тәүҙә Мәғфирә апайҙан ишеттем. Шуға микән улар бүтән йырсылар башҡарыуында бөтөнләй икенсе әҫәр шикелле ҡабул ителә.
1984 йылдан Мәғфирә Ғәлиева “Юбилей” мәҙәниәт һарайында эшсе йәштәрҙе йыр сәнғәтенә өйрәтә. Башҡорт, урыҫ халыҡ, хәҙерге заман эстрада йырҙары үҙешмәкәр артистарҙың репертуарына инә. Мәғфирә Ғәлиева айырыуса һәләтле үҙешмәкәр йырсыларға үҙенең йырҙарын да “бүләк итә”. Уның шәкерттәре Харис Шәрипов, Венер Камалов, Рәсүл Ҡарабулатов аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһында уҡыны. Һуңынан да Мәғфирә апай уларға яҡын кәңәшсе булып ҡалды. Мәғфирә Ғәлиева – тура һүҙле, ихлас күңелле кеше. Шуға күрә уның дуҫтары ла бик күп булды. Үҙе эшләгән дәүерҙәге сәнғәт янына һыйынып, үҙҙәрен сәнғәтте тыуҙырыусыларҙан да өҫтөн ҡуйып, үҙҙәренең мәҙәни кимәленән сығып, ижад кешеләрен буйһондорорға күнеккән түрәләр араһында тура һүҙҙе оҡшатмағандары ла булғандыр. Ни өсөн тигәндә, алтмыш ике телдә йырлап йөрөгән, Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илебеҙҙә танылған йырсы Мәғфирә Ғәлиева “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исемгә лайыҡ түгел инеме ни? Мәғфирә апай был турала һүҙ ҡуҙғатҡанда: “Халыҡ белә бит”, – ти ҙә ҡуя ине. Мәғфирә апай менән Наил еҙнә (ул үҙе ҡатынынан кесе бөтә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын да балдыҙ тип йөрөттө) бер-береһен аңлап, гастролдәрҙәге ауырлыҡтарҙы ла, ғаилә мәшәҡәттәрен дә бергә күтәреп, оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итте. Ҡатынын һәм уның милләтен ныҡ яратҡанғалыр, Николай Голов сәхнәлә һәм ижадында Наил Ғәлиев булып йөрөнө. Талантлы һәм егәрле сәнғәт эшмәкәре тиҫтәләрсә башҡорт халыҡ йырын музыкаль яҡтан эшкәртте, үҙе лә йыр-моң яратыусылар араһында киң танылыу яулап, профессиональ һәм үҙешмәкәр артистар яратып башҡарған тиҫтәләрсә йырҙар ижад итте.
Ижади ғаиләлә ҡыҙ һәм ир бала донъяға килә. Зарема менән Вячеславты ата-әсәһе гастролдәрҙә саҡта Мәғфирә апайҙың әсәһе Мөғлифә инәй ҡарай. “Әсәйем кейәүен бик яратты, беҙ икешәр-өсәр ай юлда йөрөп ҡайтҡандан һуң, улар икәүләп төндәр буйы һөйләшеп ултырыр ине. Коля ла әсәйемде хөрмәт итте. Уның йөҙөндә үҙе яратҡан башҡорт халҡының бер вәкилен күрҙе. “Ниндәй самими, ихлас, хәйлә белмәҫ, ярҙамсыл халыҡ”, – тип гел һоҡлана торғайны. Халҡымды хөрмәт итмәһә, икенсе милләт кешеһе менән йәшәүе, ай-һай, ауыр булыр ине. Ә былай мин уның урыҫ икәнлеген дә онота торғайным. Сөнки беҙ ғаиләлә башҡортса һөйләштек. Ул башҡорт шиғырҙарына көйҙәр яҙҙы. Йәл, иртәрәк мәрхүм булды.
Ул йыш ҡына: “Һинең матур, яғымлы күҙҙәреңә ҡарап йән бирһәм ине”, – ти торғайны. Теләгенә иреште. Иремде уйламаған көнөм юҡ. Ҡыҙым Мәскәүҙә йәшәгәс, күберәк телефондан һөйләшәбеҙ. Вячеславым көн дә килеп хәлемде белә, бөтә теләктәремде үтәй, ҡайҙа кәрәк, шунда алып бара. Балаларымдан уңдым”, – ти ине Мәғфирә апай. Ейәне Артем музыка мәктәбендә баян буйынса шөғөлләнә. Халыҡтың “ҡан тарта” тигән һүҙҙәренә нисек ышанмайһың?! Күренекле композитор, баянсы Наил Ғәлиевтең ейәне бер нисә халыҡ-ара музыка фестивалдәрендә ҡатнашып, лауреат һәм дипломант исемдәре яулап ҡайтырға ла өлгөрҙө. Заманында алтмыштан ашыу телдә йырлап, репертуарында биш йөҙгә яҡын йыр туплап, республика халыҡтарының яратҡан йырсыһына әүерелгән Мәғфирә Ғәлиеваның “Башҡортостандың халыҡ артисы” исемен ала алмағанына уның яҡындарының ғына түгел, бөтә йәмәғәтселектең эсе бошто. Был хатаны төҙәтеүҙәрен һорап, юғары даирәләргә күренекле кешеләрҙең йөҙәрләгән имзаһы менән әленән-әле хаттар яҙылды. Тиҫтә йылдар яуапһыҙ ҡалды улар.
Ниһайәт, хаҡлыҡ барыбер еңде: 2011 йылда һикһән дүрт йәшендә данлыҡлы йырсы Мәғфирә Ғәлиеваға был юғары исем бирелде. Ихлас күңелле, тормошҡа оптимистик-фәлсәфәүи ҡарашлы, кешеләрҙе яратҡан, бай ижадлы, үҙенсәлекле сәнғәт оҫтаһы Мәғфирә Ғәлиеваның ғүмере үҙе лә моңло матур бер йырға тиң ине.
Гөлфиә Юнысова
Читайте нас: