– Һомай булған ерҙә бәхет, мөхәббәт, йомартлыҡ бар. Уның булыуынан бөтә тереклек уяна, йәнлелек барлыҡҡа килә, барыһын да шатлыҡ тойғоһо солғап ала. «Урал батыр» эпосының иң сағыу ерҙәрен алырға тырыштым. Ул хореографияға тура килергә тейеш. Бейеүҙең уртаһында Йәнбирҙе ҡарт Һомайға ата. Бейеүҙә яралы ҡош образы барыһын да уның менән бергә ҡайғырырға мәжбүр итә. Шулай уҡ йәрәхәтләнгән ҡоштоң хис-тойғолары, уйҙары аңлашыла кеүек: беренсенән, уның ҡанаттары имгәнгән, икенсенән, ул башҡаса тирә-яҡҡа нур, яҡтылыҡ һибә алмаясаҡ. Шулай уҡ бейеүҙә Йәншишмә образы бар. Йәншишмәнең бер тамсыһы ла яраны төҙәтә, кешегә үлемһеҙлек бирә торған көскә эйә. Һомай йәншишмәгә килә һәм үҙенең ҡанаттарын шул шифалы һыуҙа йыуа. Эй, Алланың ҡөҙрәте! Мөғжизә бар ул донъяла! Һомайҙың яраланған ҡанатына ошо шифа килешә. Ул яңынан балҡып, терелеп китә, тағы ла яҡтыраҡ нур һибә башлай. Шунда мин сәхнәгә ысын нурҙар һибә торған сара уйлап таптым. Һомай образын сағылдырған бейеүсе, ысынлап та, сәхнәлә балҡып торҙо.
Дуҫтар, “Тамаша”ға яҙылырға ла онотмағыҙ. “Тамаша” яңыса, сағыу, йөкмәткеле сыға башланы.