+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Ноябрь 2020, 12:00

"Ал яулыҡлы тирәккәйем"

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры быйыл Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы ярҙамында театр коллективтарына ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән грант булышлығы менән Сыңғыҙ Айытматов повесы буйынса "Ал яулыҡлы тирәккәйем" спектакле премьераһын тамашасы хөкөмөнә

сентябрь айында сығарғайны. Ильяс менән Аселдең һоҡланғыс һәм үкенесле һөйөүе тарихы, ир-егеттәр араһындағы дуҫлыҡ кеүек темаларға мөрәжәғәт итеүсе тамаша бер нисә йыл Йәштәр театры сәхнәһендә барасаҡ әле. Әйткәндәй, театр быға тиклем дә Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәренә мөрәжәғәт иткәне булды. Репертуарҙа "Диңгеҙ ярын иңләй Ала эт" әҫәре лә әлеге көндә тамашасының яратып ҡараған спектаклдәренең береһе. Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре халыҡҡа яҡын булыуы менән отошло. Ҡайһы осорҙа яҙылыуына ҡарамай, мәңгелек темаларҙы яҡтыртыуы тамашасы күңеленә яҡын. Был спектаклдәр Милли Йәштәр театрының 31-се ижад миҙгеле репертуарында тағы бик күп тамашалар араһында ярайһы урын биләй. "Ал яулыҡлы тирәккәйем" спектакле ноябрь айында ла үҙ тамашасыларын йыймаҡсы. Иғландарҙы күҙәтеп барығыҙ!
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА, театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре
Читайте нас: