+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
31 Октябрь 2020, 16:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар ҒҮМӘРОВ:

Профессиональ сәнғәткә кемгәлер ярарға тырышып «йәшәп ҡалыусы» флюгерҙар түгел, шәхестәр кәрәк...

– Артистарҙы «рәссам» тип тә әйтәләр. Һеҙҙең дә тәүге һөнәрегеҙ – рәссам. Махсус уҡығанһығыҙ. Бөгөнгө көндә танылған артист булған кеүек, рәссам булып та танылыр инегеҙме? Ни тиклем уңышлы булыр инегеҙ?
– Әйтеүе ауыр. Ижад кешеһенә үҙен танытыу өҫтөндә эшләү кәрәкме? Бәхәсле һорау. Бәлки! Беҙ уҡығанда шундай әйтем бар ине: «Сәнғәттә үҙеңде түгел – үҙеңдә сәнғәтте ярат!» Дөрөҫ әйтем! Юғиһә үҙ-үҙеңә бөйөк булып, ҙур-ҙур исемдәр тағып, урын биләп, танылып та, ысынында иһә эшләгән эшең бары «үҙеңде күрһәтер өсөн», ә ижади мөмкинлектәрең шикле, әһәмиәте самалы булһа!? Шөкөр, миңә ысын таланттар араһында эшләү бәхете тейҙе, әммә үҙемдең сәнғәттә биләгән урыным бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһындырманы. Опера театры менән «өйҙәш» йәшәгән йылдарҙа Леонид Леонардович Аҡманов беҙгә административ етәкселек эшенә килгәйне (хәҙер мәрхүм, урыны йәннәттә булһын). Бер мәл миңә: «Ильдар, теперь мало быть талантливым, нужно быть администратором своего таланта...» – тигәйне. (Аҙаҡ ул «ҡанатлы фраза»ға әйләнде.) Артабан ул миңә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр әйтте, тик бының өсөн холҡомда булмаған һыҙаттар кәрәк ине. Үҙеңде үҙең күтәрә, күрһәтә белеүселәр заманы килде. «Сәнғәттә үҙеңде яратырға» беҙ әҙер булмай сыҡтыҡ. «Ниңә үҙеңде популярлаштырыу өсөн бер ни ҙә эшләмәйһең?» – тип туранан-тура һораусылар ҙа булды. Ижад менән шөғөлләнгәндә был хаҡта уйламайһың, бары мөмкин тиклем теүәлерәк, яҡшыраҡ эшләргә генә ынтылаһың. Беҙҙе шулай уҡыттылар. Халыҡҡа оҡшарға тырышыу профессиональ актерҙың бурысы түгел, әлбиттә, ул – һәммәһенең дә күңел түрендә ята. Был тәбиғи, был булырға тейеш! Тик ижадта «оҡшарға, ярарға тырышыу» приоритетҡа әйләнһә, бындай актер иртәме һуңмы үҙенең йөҙөн юғалта, бер ҡалыпҡа һалына. Бынан тиҫтә йылдар элек, бүләк эҙләп, Октябрь проспектында урынлашҡан рәссамдарҙың һатыу күргәҙмәһенә килеп индем. Б. Домашниковтан башлап яңы ижад итә башлаған рәссамдарҙың да картиналары ҡуйылғайны. Төрлөһө бар ине, әлбиттә. Әммә һатыр өсөн генә эшләнгән «матур» һүрәттәргә ҡарап күңелем кителеп сығып киттем. Нишләйһең бит, уларға ла нисектер йәшәргә кәрәк. Ә ғөмүмән әйткәндә, профессиональ сәнғәткә кемгәлер ярарға тырышып «йәшәп ҡалыусы» флюгерҙар түгел, шәхестәр кәрәк. Ә «рәссам булып ҡалһағыҙ...» тигәнгә шуны ғына әйтә алам: рәссам булып ҡалһам да, насармы яҡшымы шул уҡ «һаҡалым» минең менән булыр ине, оҫтаханала ултырып ҡына һыя алмаҫ инем кеүек... Кем белә инде!?
Динара ҠӘЙҮМОВА
Мәҡәләне тулы килеш журналдың 5-се һанында уҡырға була.
Журналға яҙылырға онотмағыҙ, Дуҫтар.
Читайте нас: