-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Октябрь 2020, 18:44

Һабанаҡ биҙәктәре

Һабанаҡ ауылы Мәсетле районының иң матур урындарының береһе Әй буйында дүрт тау араһына һыйынып ҡына ултырған. Ауылымда тәбиғәттең үҙе кеүек наҙлы, ихлас күңелле, рухлы, бигерәк тә ҡул эшенә оҫта ҡатын- ҡыҙҙар йәшәй.

Башҡорт сәнғәтендә тамбурлы сигеү – туҡымаларҙы декоратив эшкәртеү буйынса боронғо алым. Был сигеүҙең иң киң таралған төрө. Башҡорт тамбурына традицион элементтар ҡатыш сәскәле-үҫемлекле орнамент хас, сигеүҙәрҙә сәскә, емеш суҡтары, үҫемлек һабаҡтарының сағылышы күренә. XIX быуат уртаһына тиклем сигеү өсөн төп материал булып йорт шарттарында етештерелгән туҡыма хеҙмәт итһә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан – кизе-мамыҡ һәм ебәк туҡымалар була. Энә һәм ырғаҡ ярҙамында, киргегә ҡуйып та тегәләр.
Тамбурлы сигеү өлгөһө сәнғәте төньяҡ-көнсығыш башҡорттарында һаҡланған.
Бөгөн бындай сигеү өлгөләрен Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарында, Пермь өлкәһенең Барҙы районында, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районында, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Нижнесергинск райондарында табырға була.
Һабанаҡ ауылы Мәсетле районының иң матур урындарының береһе Әй буйында дүрт тау араһына һыйынып ҡына ултырған. Ауылымда тәбиғәттең үҙе кеүек наҙлы, ихлас күңелле, рухлы, бигерәк тә ҡул эшенә оҫта ҡатын- ҡыҙҙар йәшәй.
Бала саҡта әнкәйем (өләсәйем) менән кис ултырырға йөрөгәндә, үҫкәсерәк әхирәттәргә барһам, ишек шаршауҙарының, мендәр тыштары, тәҙрә пәрҙәләренең сағыу биҙәктәре күҙ яуын алыуы иҫемдә, минең дә шуларҙы эшләп ҡарағы килә торғайны. Мәсетле районының Көршәле ауылынан килен булып төшкән инәйемдең бирнәһе – таҫтамал, шаршау, стенаны биҙәп элеп ҡуя торған аллы-гөллө сәскәле салфеткаларына ҡарап, хеҙмәт дәрестәрендә ҡул эше менән булдыҡ. Ҡыҙҙар менән әсәйҙәргә бүләккә тип ҡулъяулыҡтар сиктек, шаҙра (вафельный) таҫтамалдарға сатнаштырып (крестик) сиктек, ҡармаҡ энәһе менән ҡайып та эшләй торғайныҡ. Үҫә килә ауылда ҡул эшенә оҫта апайҙар бар икәнен дә белдек. Кемдер тәҙрә ҡорғаны эшләй, кемдер бәйләй, тегә, балаҫ һуға. Бигерәк тә Усманова Лена, Нухова Роза, Хафизова Әминә, Хәбибуллина Рәшиҙә, Хәбибуллина Йәнифә, Рәхимова Вилера, Нафиҡова Гөлсөм, Хәмитова Раушания сигеү, тегеү, бәйләүгә оҫталар. Балыҡсы ейәнсәре Гөлсөм хатта талдан кәрзин дә үрә.
Һабанаҡ ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән бергәләшеп үҙебеҙҙең яҡтың өлгөһөн һаҡлап күлдәк, алъяпҡыстар тектереп, ҡайытып кейҙек. Оҫталарҙан дәрестәр алдыҡ. Йәштәр ҙә ихлас ҡушылды, үҙебеҙҙең яҡҡа ғына хас булған биҙәктәрҙе отоп алып ҡайырға өйрәнде, сигеү аша үҙҙәренең зауығын, күңел байлыҡтарын сағылдырҙы. Өйрәнгәндәрен киләсәк быуынға тапшырырҙар.
«Һабантуй», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар», «Шәжәрә», «Мир ҡорбаны», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек байрамдарҙы һәм башҡа матур йолаларыбыҙҙы, сағыу, бай милли кейемдәребеҙҙе кейеп, күңелле һәм файҙалы үткәрәбеҙ.
Анзалита МУСИНА,
Һабанаҡ ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы ағзаһы
"Тамаша", №5-2020 й.
Читайте нас в