11-се синыфта уҡығанда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәстүрә Йосоп ҡыҙы “Киләсәк тә үҙегеҙҙе кем итеп күрәһегеҙ?” тип анкета үткәргәйне. Шунда мин, башҡорт сәнғәтен үҫтереүҙә үҙ көсөмдө индергем килә, тип яҙғайным.
Бала саҡтағы хыялдар тормошҡа аша икән! Тағы ла ҡыҙым менән улым булһын, тип теләй торғайным. Аллаға шөкөр!”
Эстрадабыҙ күгендә генә түгел, театр донъяһында ла сағыу балҡыған йондоҙ Фирүзә Парижға уй-маҡсаттарының, хыялдарының тормошҡа ашып тороуын теләйек.