+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Октябрь 2020, 15:56

Аблайҙың йөҙөк ҡашы

Һәр ауылдың үҙенең йөҙөк ҡашы булып торған, ауыл халҡы тарафынан оло ихтирам-хөрмәткә лайыҡ шәхестәре бар.

Саҡмоғош районы Аблай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Лида Сәғит ҡыҙы Ҡоҙаярова-Шәйәхмәтова ошондай гәүһәр телле, нәфис һүҙ оҫталығына эйә булған, ә йырлағанда йыр-моң диңгеҙендә йөҙҙөргән һәләтле ауылдаштарыбыҙҙың береһе ул. Ауылда бер генә сара ла, концерт-тамаша ла Лида апайһыҙ үтмәй. Мәҙәниәт йортон, гөл-сәскәләр менән биҙәп, матур итеп эшләй. Ауыл халҡының олоһо ла, кесеһе лә мәҙәниәт усағына ылығыуы төрлө ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә күңел асыу, әҙәби-мәҙәни, тарихи сараларҙы оҫта итеп ойоштороп үтҡәрелеүенең серелер инде ул.
Пандемия осоронда ла Аблай мәҙәниәт йорто онлайн-форматта эшләп, байтаҡ ҡына дипломдарға, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды, волонтёрлык хәрәкәтендә лә актив ҡатнашып үҙзизоляцияла булған оло йәштәге ауылдаштарға мәҙәниәт йорто коллективы Лида Шәйәхметова етәкселеғендә, ауыл китапханаһы менән берлектә ярҙам иттеләр. Шулай уҡ ауылдың уңған хужабикәләре араһында “Иң яҡшы сәскәлек” онлайн-форматта фотоконкурс үтҡәреп, мәҙәниәт йортоноң “Бәйләнеш” социаль селтәрендәғе төркөмөндә гүзәллек иленә сәйәхәт ойошторҙо ул.
Лида Сәғит ҡыҙы эшендә, үҙе тыуып-үҫкән, ғүмер йомғағын һүтҡән ауылында оло хөрмәткә лайыҡ кеше – уңған хужабикә, яҡындары өсөн яратҡан туған, ире өсөн һөйөклө тормош иптәше, әсәй, өләсәй. “Туған төйәгемдә бәхет асҡысымды табыуыма Хоҙайға мең рәхмәтлемен,” – ти ул. Уның ижад шишмәләре мәңге һайыҡмауын, ә туған яғыбыҙ –Аблай ауылының көмөш һыулы, изге шишмәләреләй сылтырап оҙон-оҙаҡ йылдар дауамында халҡыбыҙға ағылыуын теләйһе килә.
Юлай Низаев
Читайте нас: