+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Октябрь 2020, 20:16

Йөрәктән – Йөрәккә

Бибисара Азаматоваға Илаһи ла бер моң ағыла, Һағыштарға һалып тағы ла. Берсә ялҡын, берсә һалҡын булып, Күңел ҡылдарына ҡағыла. Берсә ямғыр булып яуа ул, Берсә ғорур, сәмле ҡая ул. Берсә һөйөүҙәргә төрөндөрөп, Күктә йондоҙ булып яна ул. Берсә ҡауыштыра, айырылыштыра, Һуңғы өмөт бирә йәнеңә. Ҡайҙан килә илаһи ла был моң, Был зарлы моң – оло алиһә. 2015 йылда "Тамаша" журналы биттәрендә донъя күргән мәҡәләне иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. "Сабыр булып, киләсәккә ышаныс менән, рухи һәм физик көстө йыйып, яманлыҡтан һаҡланып йәшәргә кәрәк. Балалар һуғыш күрмәһен, илдә аслыҡ-яланғаслыҡ булмаһын. Фәрештәләр беҙгә ҡанаттарын йәйеп, һәр саҡ ҡурсалап торһон. Өләсәйем: «Һин күлдәктә тыуҙың», – ти торғайны, шуның өсөн дә Хоҙайыма шөкөр итеп, бөгөн дә халҡыма, тамашасыларыма моң өләшеп, бәхет өләшеп йәшәйем!"

Йөрәктәрҙе ярып сығыр, үҙәктәрҙе тартып өҙөр, йәндәреңә сихәт, тәндәреңә рәхәт бирер илаһи бер моңдан яралған ул. Үҙенең ҡатмарлы ла, тетрәндергес тә үткән яҙмышы тураһында бәйән иткәндә, беҙ сәхнәлә күреп өйрәнгән, ҡыйыу, ярһыу, баһадирҙарса баҫып торған Бибисара апайҙың күҙҙәренә ирекһеҙҙән йәш төйөлдө. Ул нисек тә атлығырға торған ҡайнар йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, берсә хәсрәтләнеп, берсә ғәйрәтләнеп быуылып-быуылып һөйләй бирҙе. Ләкин, һәр ваҡыттағыса, уның репетициялар, концерттар, ҡунаҡтар араһында ғына әңгәмәләшергә мөмкинлеге булыуы арҡаһында, ваҡыттың шул тиклем дә етмәүенән уңайһыҙланып: «Мәрйәм, тағы ла килеп кит, һөйләшәһе һүҙҙәр күп әле», – тип борсолоп тороп ҡалыуы мине, әлбиттә, һоҡландырҙы.
Утта ла янған, һыуҙа ла батҡан, әммә ошо фани донъяның ғәҙелһеҙ әсе елдәренә бирешмәй, үҙ-үҙенә оло маҡсаттар ҡуйып, тормош тигән бөйөк мәғәнәнең таптарын юя-юя, матурлыҡ һәм моң донъяһына табан ынтылып йәшәгән бөгөнгө әңгәмәсебеҙ. Ысын мәғәнәһендәге халыҡ йырсыһы Бибисара Азаматова тураһында күп тапҡырҙар матбуғат биттәрендә яҙылһа ла, әленән-әле телеэкрандар аша күренеп, радиоалғыстар тулҡындарында туҡтауһыҙ йырҙары яңғырап торһа ла, мине һәр саҡ уның үткән тормошо, яҙмышы ҡыҙыҡһындырҙы һәм уның тамашасыларына, халҡына әле әйтеп тә, йырлап та бөтмәгән эс-серҙәре бар кеүек тойолдо... Ошо маҡсат мине шәхес менән осраштырҙы ла инде. Үҙенең тормошо, яҙмыш һуҡмағы тураһында «Башҡортостан аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре», «Ҡулланыусылыр кооперацияһы отличнигы», «Хеҙмәт ветераны» Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова үҙе бәйән итә:
- 1949 йылдың 21 октябрендә Баймаҡ районы Мерәҫ (Бәхтегәрәй) ауылында тыуғанмын. Мин тыуғас та, исемемде Миңзәлә тип ҡушҡандар. Әсәйемдең силсәүиткә барырға ваҡыты булмағас, председателгә: «Миңзәләгә метрика яҙ әле», – тигән. Ул ағай үҙенең яратҡан ҡыҙының исемен яҙған да биргән. Шулай итеп мин Бибисара булып киткәнмен. Миңә ике ай тулғас, әсәйем эшкә сыҡҡан. Белоретта урман ҡырҡҡан улар. Мине өләсәйем ҡарап үҫтерҙе. Атайым Сибай яғынан килгән уполномоченный булған. Ғаиләһе менән айырылышҡан булғанға күрә, өләсәйем ҡыҙын кейәүгә бирергә ризалашмаған. Әсәйем һуңынан, минең дә өйөмә ат инһен, колхоз эшенән арыным тип, икенсе кешегә тормошҡа сыҡты. Үгәй атайымдың бер йәш, йәш ярым ғына аралары булған биш балаһы бар ине. Әсәйемдең иңендә биш баланан башҡа бөтә кәртә-ҡура, мал-тыуар, аш-һыу, утын-бесән әҙерләү һәм башҡа тормош мәшәҡәттәре ятты. Мин Әптектә өләсәйем янында инем. Әсәйем бер үҙе текмәнән землянка һалып, мине алып ҡайтты. Икенсенән дүртенсегә тиклем Мерәҫтә уҡыным. Мәктәп юҡ, әсәйем әйтә: «Ярай дүртенсене тамамла ла быҙау ҡарарһың, эргәмдә булырһың, һуңынан кейәүгә бирербеҙ», – ти. Мин, эй шатланам, кеше ыңғайына әллә ҡайҙа сығып китмәйем, өйҙә булам, тип уйлайым. Шунан әсәйҙе силсәүит председателе саҡыртып алып: «Нишләп Бибисараны Баймаҡҡа уҡырға ебәрмәйһегеҙ?» – ти. Ә беҙҙең унда йәшәргә фатир булманы. Бүтәндәр дүртенсе класта ике аҙна уҡығас ҡына, мин яулыҡҡа икмәк төрөп алып, егерме бер саҡрым алыҫлыҡтағы Таулыҡай ауылына барып, инәйемдәрҙә йәшәп уҡыным. Беренсе класты ла октябрь айында ғына уҡый башланым, сөнки кейергә кейемем булманы. Мәктәпкә камзул кейеп, ялан аяҡ, барҙым. Дүртенсе, бишенсе класҡа тиклем минең хатта кейергә күлдәгем дә булманы. Бишенсегә, үҙем барып, интернатҡа документтарымды тапшырҙым. Йәй көнө еләк һатып йөрөйөм, үҙемдең ныҡ итеп уҡығы килә. Ә әсәйем уҡыма, ти.
Алтынсы класҡа Сибай интернатына уҡырға килдем. Туғыҙ менән унды Баймаҡта тамамланым. Бишенсенән алып ат тырмаһында һабан һөрҙөм. Алтынсынан башлап, фермала һыйыр һауҙым. Каникул ваҡыттарында егерме бишәр һыйыр һауа инем. Икенсе, өсөнсө кластарҙа уҡығанда уҡ еләк-емеш йыйып, баҙарға алып барып һатып, үҙемә мәктәпкә кейем-һалым ала торғайным.
Өләсәйем ауылда ҡустыһының ете балаһын ҡарай. Әсәйем силавта ҡыш көндәре ас-яланғас урман ҡырҡа. Аяғына силғау урап, ҙур итек кейеп ала. Уныһының башы асыҡ, бау менән бәйләп ҡуя. Етмәһә ҡыш көндәре, бурандарҙа ферманы тиҙәк менән һылай, һарыҡ ҡарай. Мин мәктәптән ҡайтып, сәй эсәм дә, бәрәстәрҙе инәләренә ташып, имеҙергә йүгерәм. Әсәйем маҡтап ебәрһә, ырғый-ырғый, тырышып эшләйем. Аҫтарын таҙартам, бесән һалам. Бөрләнтин салбар, силғау урап итек кейеп алам. Мәктәптә лә, фермала ла бер кейем була торғайны.
Колхозда эшләгән өсөн, ҡайһы ваҡыт йыл аҙағында, эш хаҡын мал менән түләйҙәр ине. Тәүҙә һарыҡ, һуңынан быҙау бирҙеләр. Быҙау һыйырға әйләнде. Шулай итеп беҙ һыйырлы булдыҡ. Тауыҡтан егерме йомортҡа йыйып алһалар, ун биш саҡрым йәйәү Баймаҡҡа баҙарға китәләр. Шуны һатып, бер ус һуған, ике-өс кишер, сәй-шәкәр алып ҡайталар ине. Киноға әлеге лә баяғы, йомортҡа тотоп бара инек. Ул һин барып еткәнсе ватылып та ҡуя торғайны. Үгәй атайымдың бер аяғы булманы, беренсе төркөм инвалиды, үҙе эсә ине. Әсәйем үҙе текмәнән (уҫаҡ) өй, усаҡлыҡ, мунса эшләне. Өйөбөҙ шундай йылы, таҙа, ҡарлуғас ояһылай күркәм була торғайны. Ер иҙәнде әсәйем кис һайын ялтыратып, балсыҡ менән һылап ҡуя ине. Аҙаҡ иҙән һалғас, мин көн дә ҡырып йыуа торғайным. Бөтә йөк беҙгә төштө. Әсәйем төндәрен кеше күрмәгәндә стеналарға һуғып: «Ниңә, Хоҙай, исмаһам, ир бәхете бирмәнең, ирҙәренә тиң булмаған ҡатындар әллә кем булып йөрөй», – тип үкһеп-үкһеп илай торғайны.
Әсәйем бесән саба. Мин колхозда һыйыр һауам да, иртән иртүк бесәнгә төшәм. Улар килеп еткәнсе сәй ҡайнатып, бер һыуһын бесән саба торам. Сәй эсәбеҙ ҙә, мин көндөҙгө һауынға йүгерәм, ә төштән һуң, бесәнде күбәләгәс, тағы киске һауынға юллана инем. Бына шулай итеп ялан-аяҡ йөрөп, төбөрҙәргә баҫып, табан ҡанап бөтә торғайны. Ике һум һикһән тинлек тапочка менән мин унынсы класты тамамланым тип, әле балаларға һөйләп алам.
Таулыҡайға йөрөп уҡығанда, барғанда ла, ҡайтҡанда ла ойоғомдо ботинка эсенә һалып, күлдәгемдең эсенә тығып ҡуя торғайным. Шулай бер ваҡыт, йүгереп ҡайтып барғанда, ойоғом төшөп ҡалған. Бүтән ойоҡ юҡ бит инде. Илай-илай өс-дүрт саҡрым кире барҙым. Ул ваҡытта Баймаҡ менән Мерәҫ араһында, Граф күле янында, юлда бүреләр осраған саҡтар ҙа булды. Бер мәлде урман эсенән ике балаһы менән инә бүре килеп сыҡты. Балалары әсәләрен уратып һикереп-һикереп уйнай, йүгерә. Бүре миңә ҡарап ултыра. Мин дә йүгереп килгән еремдән ҡапыл туҡтап ҡалдым. Аяҡтарым быуынһыҙ булды, атлай алмайым. Балалары менән бүре мине хәҙер ашай инде, тип тик торам. Үҙем ҡайындар яғына ҡарайым. Йүгереп барып, башына менергә уйлайым. Ара өс йөҙ, дүрт йөҙ метр тирәһе. Шулай бер-беребеҙгә оҙаҡ ҡарап торҙоҡ. Шул мәл минең өсөн мәңгелек кеүек тойолдо. Бер аҙҙан бүре, балаларын эйәртеп, Ирәндеккә менеп китте. Улар тауға менеп, күҙҙән юғалғас ҡына, мин илай-илай ҡайтыр юлға ҡарай йүгерҙем. Үҙем, был йәтим генә балаға теймәйем тигәндер инде, тип уйлайым.
Аҙаҡ һәр ваҡыт Сибайҙан ҡайтҡанда шул юлдан үтергә тура килде. Эңер төшөп китә. Ҡараңғыла шундағы таштар күҙемә бүре булып күренә лә, йүгерә инем. Яҙ көндәре резина итектең эсе боҙло һыу менән тула, аяҡтар туңа. Ҡасан ғына Мерәҫ менән Сибай араһында метро төҙөрҙәр икән, тип уйлай торғайным. Ул, әлбиттә, минең балалыҡ хыялым. Юлда сит ирҙәр ҙә осрай ине. Әсәйем ул саҡта алйот булып ҡылан да ҡуй, ауыҙыңды ҡыйшайт, күҙеңде ҡылыйлат, бармаҡтарыңды салышла ла йүгер, ти ине.
Минең сығарылыш кисәһенә кейергә лә күлдәгем булманы. Әсәйҙең мине артабан уҡытырға бер ниндәй ҙә мөмкинлеге юҡ ине. Туғыҙынсы класта уҡығанда ла ул һәр саҡ эшкә урынлашырға өгөтләне. Мин үҙем заводҡа ла барып ҡарайым, йәшең бәләкәй тип бер ергә лә алмайҙар. Ярай әле һыйыр һауып, үҙемә дәфтәр-китап һатып алып, туғыҙынсыны тамамланым. Унынсы класты инде әсәй бөтөнләй уҡыта алманы, һауынға эшкә төштөм. Шунан беренсе секретарь саҡыртып алып:
– Бибисара, һыйыр һауып йөрөйһөң, әйҙә, уҡытырға бар, – ти.
Мин:
– Уҡытыусы булғым килмәй, – тим.
– Кем булаһың килә һуң?
– Хирург булаһым килә.
– Әйҙә, улай булғас, больницаға эшкә төш тә рабфакка уҡырға инерһең, – тигәс, санитарка булып эшләй башланым. Ап-аҡ халат кейеп, йүгереп йөрөп ярҙам итәм. Ике ай эшләнем. Шулай бер көн, бер ҡатынға алты сәғәт буйына операция эшләнеләр. Үле сабыйын алдылар. Шул ваҡытта ныҡ ҡурҡтым. Шунан һуң, мин хирург булып эшләй алмаҫмын тинем. (Был тарихты бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине әле).
Райкомға барҙым да: «Мерәҫкә ҡайтып китәм», – тим. Улар мине рабфакка бушлай уҡытырға ебәрәбеҙ тип көсләһәләр ҙә, барманым. Шунан: «Әйҙә, Бибисара, Баймаҡта һыра заводы асылды, унда алтмыш процент йәштәр эшләй, комсомол ойошмаһына секретарь ҡыҙ кеше кәрәк», – тигәс, ошо юллама менән заводҡа киттем. Бер юлы комсомол ойошмаһы секретары, секретарь-машинистка, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре булып эшләй башланым. Үҙем бер нәмә лә белмәйем, һыйыр һауып, бесән сабып, һөйәлләнеп ҡатып бөткән бармаҡтарым менән машинкала баҫырға өйрәндем. Көнө-төнө баҫам. Интернатта саңғыла ла, волейбол секцияһына ла йөрөнөм, еңел атлетика, баскетбол менән дә шөғөлләндем, бейей ҙә торғайным. Азамат Сәйетовтың әсәһе беҙҙең тәрбиәсе булды. Яңы йылға әҙерләнгәндә ул миңә: «Бибисара, ҡайһылый тауышың матур, һиңә йырларға кәрәк», – тине. Бәләкәй саҡта әбейҙәр менән еләккә йөрөйбөҙ. Мин тиҙ генә биҙрәмде тултырам да, ҡайһы ваҡыт ташҡа абынып, аңғармаҫтан түгеп ебәрә инем. Үҙем илайым. Әбейҙәр миңә: «Бибисара, илама, йырла, йырлаһаң беҙ һиңә еләк һалабыҙ», – тиҙәр. Мин ташҡа менеп баҫам да «Азамат»ты, «Сәлимәкәй»ҙе (патефондан ишеткән) һуҙып йырлап ебәрәм. Улар хайран ҡалып тыңлай ине. Һ у ң ы н а н һабантуйҙарҙа, клубтарҙа һәүәҫкәр концерт программаларында ҡатнаша торғайным. Етенсе класҡа еткәс бер үҙем сәхнәгә сыҡҡандан һуң, бүтән йырлағаным юҡ ине.
1968 йыл, Баймаҡтың 30 йыллығына килгән ваҡытта, Заһир Исмәғилев мине Өфөгә уҡырға кил тип саҡырғайны ла, әсәй: «Артис та булғанмы кеше, аслы-туҡлы йөрөйҙәр, тауыҡ йомортҡаһы көтөп ултыралар шунда», – тип ебәрмәне. Шулай итеп, уҡырға бара алманым. Заводта эшләгәндә барыбыҙ ҙа смотрҙарға йөрөнөк. Агитбригада менән сәсеү, урыу ваҡыттарында концерттар менән сығып китә инек. Рәшиҙә апай Туйсиналар менән бергәләп тә сығыш яһай торғайныҡ. Шунда беҙҙең менән бергә бейеп йөрөгән егет бар ине. Ул миңә: «Бибисара, һинең атайың, ә минең әсәйем үгәй, әйҙә, өйләнешәйек. Өйләнһәм, мине армияға алмаҫтар», – тине. Ризалығымды бирҙем. Матур итеп туй үткәрҙеләр.
Оло ҡыҙым тыуҙы, уға йәш ярым булғас, иптәшемде армияға алып киттеләр. Күп тә үтмәй Одессаға Ломоносов исемендәге аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең технология институтына уҡырға саҡырыу килде. Тиҙ метод менән лаборатория мөдире, мастерҙар әҙерләйҙәр. Директорыбыҙ Хәлфетдин Сафа улы Ишморатов мине уҡырға ебәрҙе. Уҡып ҡайтҡас, цехта мастер, һуңынан лабораторияла эшләнем.
Һыра ла, шарап та ҡойҙоҡ. Кәнфит, карамель эшләй башланыҡ. Заводтың бөтә цехтарында ла эшләнем. 1975 йылда, егерме биш йәшемдә, өйҙәге газ баллоны шартлап, яндым. Тәнемдең һикһән дүрт проценты беште. Самолет менән Өфөгә алып киттеләр. Биш ай дауаханала яттым.
«Үҙ ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр үҙенең көслө характеры арҡаһында, ҡатын-ҡыҙҙың ошо хәтле бешеүҙән һуң да тере ҡалыуын күрәбеҙ», – тип табиптар хайран ҡалды. Ауыҙым да ябыҡ, һөйләшә лә, ашай ҙа, эсә лә алмайым. Аңыма ҡайһы саҡ киләм, ҡайһы саҡ юҡ. Спорт менән шөғөлләнгән өсөн генә бирешмәгәнмендер тим. Һуңынан сей яра, гангрена һ.б. башланды. Ҡулда ике генә бармағым асылғас, табиптарға ике балам бар тип, ымлап күрһәтәм. Ул саҡта бәләкәй ҡыҙыма йәш ярым ғына ине әле, нисек тә иламаҫҡа тырыштым. Хоҙай Тәғәлә ярҙамында һауыға башланым.
1978 йылда яңғыҙым тороп ҡалдым. Шулай килеп сыҡты. Ләкин нисек булһа ла балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға тейеш инем. Райком комитеты, пленум ағзаһымын. Яҡшы эшләгәндәргә ул ваҡытта райкомдан фатир бирәләр ине, фатирлы булдым. Һикһәненсе йылда миңә заводтың директор вазифаһын тәҡдим иттеләр. Беренсе секретарь әллә нисә тапҡыр саҡыртты. Мин әйтәм: «Хәйбулла ағай, нишләйем икән, мине директор итеп саҡыралар», – тимен. Ул: «Урыҫтар бер көн эшләһәләр ҙә директор булып эшләнем тип ауыҙ күтәреп, күкрәк һуғып һөйләйҙәр, – ти. – Бер директор ғына ун йыл эшләне, ҡалғандары бер йылдан артманы. Бар эшлә, бер йылмы, ике йылмы, тик алдашма, урлашма, шулай булһа ғына эшләрһең. Балаларыңды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк», – тип фатихаһын бирҙе. 1966 йыл асылған заводтың ҡорамалдары бик иҫкергәйне. Уларҙы яңыртып, 89-сы йылда, ике ай эсендә реконструкция эшләттем, 93-сө йылда Төркиәнән ҡорамалдар алып ҡайттым. Шул саҡ миңә «Башҡортостан аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән исем бирҙеләр. Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең технология институтына ситтән тороп уҡырға индем. Дошмандарҙың һүҙе ерҙә ятып ҡалмаһын тип, уҡыным. Шулай итеп, заводта егерме йыл эшләп ташлағанмын. Аллаға шөкөр, ошо егерме йыл эсендә бер кем дә эштән китмәне, һәр береһе тырышып эшләне, матур итеп хаҡлы ялға сыҡты. Ун өсөнсө эш хаҡына машина һатып алалар ине. Премияны эш ҡағиҙәләрен боҙғандарға ғына ун процент ҡырҡа торғайным. Сөнки һәр кешенең тормош пландары, балалары бар. Халыҡҡа фатирҙар төҙөттөрҙөм, утын-бесәнен алырға машина бирә торғайным. Магазин астыҡ. Илдә бөтә нәмәгә ҡытлыҡ осоро. Мәскәүҙән телевизор, кер йыуыу машинаһы, һыуытҡыс һәм башҡа нәмәләр алып ҡайта инем. Ельциндың перестройкаһына иң беренсе мин эләктем. Беҙҙе Баймаҡ райпоһы менән ҡуштылар. Өс айҙан һуң бөтөнләй эшһеҙ ҡалдым. Аллаһы Тәғәлә үҙе шаһит: алдашманым, урлашманым, халыҡҡа, илемә тоғро хеҙмәт иттем. Нисек кенә булһа ла үҙ халҡыма ярҙам итергә тырыштым, тыуған тупрағыма, әсәйемә, өләсәйемә хыянат итмәнем. Һатыуҙа, өс йыл ресторанда эшләнем. Һуңынан Өфөгә халыҡ ижады үҙәгенә эшкә килдем. Биш йыл генераль директор урынбаҫары вазифаһын атҡарҙым. Ниһайәт, хаҡлы ялға сыҡҡас, хореография училищеһының китапханаһында эшләй башланым. Өфөгә килгәнсе 500 кешегә туйҙар, юбилейҙар үткәрҙем. 97-се йылдарҙа Фәниә Хәлитова радиоға саҡыртып алды ла: «Һинең бит һигеҙ йырың бар, артистар ун йыр менән диск сығара, ике йыр өҫтәп яҙҙыр ҙа, диск әҙерлә», – ти.
Бына шулай итеп, тәүге дискым донъя күрҙе. Әлеге көндә пенсия аҡсаһына дүртте эшләттем. Һуңғыһына илле һигеҙ йыр инде. 2008 йылда, тәүге дискым сыҡҡас, Редик Фәсхетдинов, Хәлит Фәтихов, Илшат Яхин, Илшат һәм Айнур Фәтиховтар менән Баймаҡҡа, Сибайға концерт менән ҡайттыҡ. 2010 йылда икенсе дискымды әҙерләгәс, тағы ла Урал аръяғында концерттар ҡуйҙыҡ. Үткән йыл алтмыш биш йәшемә ҡырҡ ете йыр менән диск сығарҙым һәм «Мөхәббәткә кәртә юҡ» исемле программа менән райондар буйлап йөрөнөк. Быйыл дүртенсе тапҡыр үҙемдең концертым булды. Мин бала саҡтан халыҡ йырҙарын яратып йырлай торғайным, һауынсылар, әсәйемдең әхирәттәре байрамдарҙа кис ултырып сәй эсәләр ине. Бәләкәй генә өй. Уның яртыһы мейес. Ер иҙән. Һике. Һике өҫтөндә һандыҡ, һандыҡ өҫтөндә ҡаралды. Шәм яҡтыһы. Миңә һике аҫтына фуфайка түшәп бирәләр ҙә, мин шунда ятам. Улар өҫтә, мин аҫта йырлай инем. Әсәйем райсовет депутаты булды. Кәңәшмәгә киткәндә, мине тыштан бикләп китә ине. Ҡурҡа торғайным. Ул ныҡ талапсан, уҫал булды. Ә өләсәйемде аҡ әбей тип йөрөтәләр ине. Ике класс белеме булмаһа ла, заманында илле саҡрым ер атлап, кешеләргә документтар юллап йөрөй торғайны. Ауыл халҡына кейеҙ баҫа, балаҫ, шәл һуға ине. Мин уға теҙешәм. Арҡам ауыртып китеп, ҡыбырлай башлаһам, өләсәйем усыма шәкәр киҫәге һала, шунан мин һарайға инеп ялап киләм. Сөнки өйҙә еңгәмдең балалары күп. Өләсәйемдәр бай йәшәгәндәр. Ҡартатайым оҫта тимерсе булған. Ике өйҙәре булған, утыҙ һарыҡ, ике йылҡы малы тотҡандар. Уларҙы раскулачивать иткәндәр. Беренсе булып ҡартатайым урыҫтарҙан бер биҙрә күҙле картуф алып ҡайтҡан. Өләсәйем күҙен алып, баҙға төшөрөп һаҡлап, картуф сәсеп үҫтергән. Элек, картуфты урыҫ ризығы тип ашамағандар бит. Өләсәйем уҡымышлы булды. Биш намаҙын ҡалдырмай, йома һайын рухтарға бағышлап аят уҡытыр ине. Был көндө май бешеп, бөтә тәм-томдарын йыйып, ҡарағас буйына әбейҙәр саҡырыр ине. Уларҙан ҡалған ризыҡтар менән беҙ, бала-сағалар ҙа, сәй эсә торғайныҡ.
Йыл һайын 21–22 июнь өләсәйем беҙҙе, ауыл балаларын, йыйып, Суҡы ташына походҡа алып сыға торғайны. Унда менеп еткәнсе төш етә ине. Тау башынан Магнит ҡалаһының ап-аҡ булып торбалары күренеп тора. Өләсәйем мине тәбиғәт, төрлө үләндәр менән таныштырыр, өйрәтер ине. Билендә яулыҡ, кеҫәһендә шәкәр киҫәге, шуны беҙгә секатор менән ярып бирә торғайны. Йыуа, әтмәкәй, кәзә кәбеҫтәһе йыябыҙ. Уны бигерәк тә зирәк, уңған, уҫал, аҡыллы, тиҙәр ине. Уҫаллығым өләсәйемдәндер, ахыры. Үҙем шундай йомарт инем, өйҙә одеколон, ҡулъяулыҡ, һабын, муйынсаҡ ятһа, мин шуларҙы урамға алып сығам да, балаларҙы йыйып, төрлө ярыштар үткәреп, таратып бөтөрә инем. Тышта мейес була торғайны. Шунда ут яғып, ҡурмас ҡурам да, әсәйҙең һары майын иретеп, майлап, урамға алып сығып, көнө буйына шуны ашап йөрөй инек. Әсәй эштән ҡайтыуға ит бешерәм тип, итте ныҡ итеп ҡайнатҡанмын, тултырма шартлаған. Шунан әсәйем итте нисек бешерергә, тултырманы нисек тишергә өйрәтте. Өсөнсө класта уҡығанда икмәк баҫтым. Бер табаҡ ҡамырҙы, бер көршәк һары май бөткәнсе бешерҙем. Май шул тиклем һеңгән, ағып тора. Әсәйем: «Үҙең ашап бөт», – тине. Сейле-бешле май икмәкте бала-сағалар менән бик оҙаҡ ашаныҡ. Бер мәл әсәй токтан эштән ҡайтып етмәгән, мин һыйыр һауам тип, һул яғынан ултырғанмын, һыйыр һауҙырмай, тибә, мин илайым. Сәйҙә инәй үтеп бара ине, ул нисек һыйыр һауырға өйрәтте. Кәнфиткә бер ҡасан да туйманыҡ. Магазинға барабыҙ ҙа, һатыусының күҙенә ҡарап торабыҙ. Бер-ике лампас бирмәҫме тип, уның утынын да ташыйбыҙ, иҙәнен дә йыуабыҙ. Ғәшүрә инәйгә егерме йомортҡа өсөн, Вәсимә апайға лампас кәнфит өсөн иҙән йыуам, һыу ташыйым. Уҡытыусы Маһикамал апайҙың сепаратын йыуам, өйҙә бала ҡараштырам, йүргәк йыуам, ун ике литрлы биҙрәләр менән ҡоҙоҡтан һыу ташыйым. Әсәй өйҙәге кәнфит-шәкәрҙе йыйып ҡуя ине, ни өсөн тигәндә мин улар эшкә китһә, урамдағы балаларға таратам. Сөнки мин икенсе ауылдан килгәнгә күрә, улар мине бергә уйнатмай. Атайым да үҙемдеке түгел, ә уларҙың аталары үҙҙәренеке. Балаларға килгәндә, Альбина менән Эльвира исемле ике ҡыҙым бар. Береһе уҡытыусы, икенсеһе – психолог. Эльвира хәҙер икенсе юғары белем алды. Марат һәм Арслан исемле ике ейәнем бар. Береһе Башҡорт дәүләт университетында гел «биш»кә уҡып йөрөй, икенсеһенә әле йәш ярым. Иң ҙур бүләк нимә тип һораһағыҙ, бына ошо минең яуабым – ике ҡыҙым, ике ейәнем. Аллаға шөкөр, улар минең бөгөнгөм һәм киләсәгем. Ҡыҙҙарым йырламайҙар тип әйтә алмайым, мәктәптәрҙә йырлайҙар. Минең юбилейымда икәүләп «Әсәй бәлешен» башҡарҙылар. Эльвира гитарала ла уйнап йырлай. Ләкин әлегә сәхнәлә минең менән бер рәттә тороп сығыш яһамайҙар. Ҡайһы берәүҙәр: «Оят түгелме, Бибисара, үҙең йырлайһың, ҡыҙҙарың сәхнәгә сыҡмай», – тип һорайҙар. Беренсенән, улар русса уҡып үҫкән балалар. Мине лә бит әсәйем итәгенә ултыртып йырларға өйрәтмәне. Бәләкәй саҡтан уҡ мин Джо Дассенды тыңлай инем. Илһам Шакиров, Әлфиә Афзаловаларҙың пластинкалары бар ине. Һәр ваҡыт таңға ҡарай минең күңелем йырлай. Шулай бер-аҙ көйләп йөрөйөм. Әйтәйек бына, Мәрйәм, һинең һүҙҙәреңә яҙылған «Ашыҡма китергә» тигән йырҙы мин тәү тапҡыр Татарстан йырсыһы Ғәбделфәт Сафиндан ишеттем. Ишеттем дә, шунда уҡ эстән генә көйләп йөрөй башланым. Һуңынан, Юлай Үҙәнбаев менән һөйләшеп, йырлай башланым.
Бер кешегә ныҡ итеп ғашиҡ булып йөрөгән сағымда шиғырҙар ҙа яҙа торғайным. Ләкин партия заманында, райкомда эшләгән осорҙа кеше ғаиләһен боҙоу түгел, ғашиҡ булырға ла ярамай ине. Һәм ғүмер буйы шулай кәрәк, ҡатындар минән ирҙәрен ҡыҙғанып йөрөмәһендәр тип йәшәнем. «Мөхәббәт – ул хис. Уға сик тә, йәш һәм ваҡыт үлсәме лә юҡ». Кем ысын мәғәнәһендә һөйә белә, шул донъялағы иң бәхетле кеше. Минең дә яратҡан кешем булманы түгел, булды. Белмәйем, был яҙмыштырмы, яңылыштырмы? Бына шуның өсөн дә мин мөхәббәт тигән нәмәнән ғүмерлеккә төңөлдөм. Шулай итеп тормош үтте инде. Аллаға шөкөр, мин ашаған ризыҡты кеше ашаманы, мин кейгән кейемде кеше кеймәне, мин күргән нужаны бүтәндәр күрмәне. Минең кеүек ҡатындарға яңғыҙың балалар үҫтереүе ай-һай еңел түгел. Һәр ваҡыт иң беренсе урында эш һәм балалар булды. Элек ололар юҡҡа йырларға ярамай, тип әйтәләр ине. Шуға мин һәр ваҡыт ҡасып китеп йырлай торғайным. Берҙән ваҡыт юҡ, ат тырмаһында эшләйем, ямғыр яуһа ғына ҡайтабыҙ. Шул арала мунсаға, йә бәҙрәфкә ингәндә генә йырлар инем. Мин ғүмерем буйы бала саҡтан ҡалған мөғжизәгә ышанып йәшәйем. Утыҙ йыл производствола ғүмере үткән кешегә әле килеп, «йәш артист» булып китеүе үҙе бер оло мөғжизә түгелме ни?! Эйе, тормош мине бер ваҡытта ла иркәләмәне, һәр саҡ һынай килде. Ләкин минең дошмандарым, көнсөлдәр үҙҙәре үк миңә һәр ваҡыт ярҙам итеп торҙо. Улар өҫтөн алмаһын тип, ярыштарҙа бил бирмәй, һәр саҡ еңеп сыға килдем. Ул заманда, мине хатта ултыртырға тип йөрөгәндәр ҙә булды. Ҡиблаға ҡарап Ҡөрьәнемде тотоп ултыра торғайным. Бөтә халыҡ алдында миңә, «бур» тип ҡысҡырған ҡатындар ҙа осраны. Ундайҙарға иғтибар итмәнем, һәр саҡ тик эш менән мәшғүл инем. Һуңынан ғәфү үтенделәр, әлбиттә. «Күҙең һуҡырайһа – яман, әммә рух һуҡырайһа, тағы ла яманыраҡ».
Мин үткән быуаттың ҡап уртаһында тыуғанмын. Ул саҡтарҙа беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек илде, ерҙе, мәҙәниәтте, сәнәғәтте күтәрергә тип янып йәшәнек һәм ал-ял белмәй тырышып эшләнек. Халыҡта ла бөтөнләй икенсе төрлө ҡараш булды. Ни тиклем ауыр заман булһа ла, рух төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Ас-яланғас булһаҡ та, рухыбыҙҙы һис һындырмай, матур донъяла йәшәгәнбеҙ, иншалла. Яртылаш хәрби производствола директор вазифаһын башҡарыуы еңелдән булманы. Ни тиһәң дә ул бит көслө заттар, ирҙәр эше. Һәр кешегә лә ярап булмағандай, бойорорға, ҡаты бәрелергә тура килгән саҡтар ҙа булғандыр. «Ҡыя тауға яңғыҙ менмәйҙәр», – ти халыҡ. Ауыр мәлдәрҙә арҡа терәр кешең булмағанда, тормош хәҡиҡәтенең ялған сырмауҙарына буталып, үкһеп-үкһеп илаған саҡтарым да булғандыр. Балаларымды яңғыҙ тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырырға тура килһә лә, Аллаға шөкөр, һәр ваҡытта янымда ярҙам ҡулы һуҙып, кәңәштәре, теләктәре менән мине ҡотҡарып ҡала белгән яҡын кешеләрем булды. Хоҙай Тәғәлә миңә иҫ китмәле ышаныслы дуҫтар бүләк итте. Уларҙың барыһына ла ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Фани донъя ул – байлыҡта түгел, һаулыҡта, һау булһаҡ, барыһы ла үҙ яйына һалыныр, тип ышанып йәшәйем.
Бала саҡта, урындыҡта 12 литрлы самауыр шыжлап ҡайнап ултыра торғайны. Әсәйем сәй эсергә ашъяулыҡ йәйеп, сынаяҡтар ҡуйғас, мин берәй сәбәп табып, тышҡа сыҡҡан булам. Шул арала, мин күрмәгәндә генә әсәйем шәкәр киҫеп, яҫтыҡ кәнфиттәрен сығарып, һауытҡа һала ине. Тышта ҡаҙанлыҡ бар ине, шунда тиҙәк яғып, һөт ҡайнатып, ҡорот эшләй инек. Мейестә әсәйем сөсөләй икмәк бешерә торғайны. Икмәктең эсенә эҫе килеш кенә май һала ине. Шул икмәкте бөгөн мин үҙем дә бешерәм. Тик бер ҡасан да, бер кемдә лә, әсәй бешергән кеүек тәмле икмәкте ашағаным булманы.
Тағы ла йырға әйләнеп ҡайтҡанда, әлеге заман йырҙарынан ҡайһы бер башҡарыусылар репертуарындағы бер минутлыҡ йырҙарҙы ҡабул итә алмайым. Йырҙың һүҙендә оло мәғәнә ятмаһа, көйҙө әрәм итеү генә ул. Ғөмүмән көй менән һүҙ гармонияла булырға һәм кешенең йөрәгенә барып етергә тейеш. Ауылдарҙа ла халыҡ фонограмма менән йырлағандарҙы ҡабул итмәй. Ауыҙҙарын асып өлгөрмәй, тауышы сыға, тиҙәр. Халыҡты бит алдап булмай. Хәҙер йәштәргә йырҙы ҡыҫҡараҡ эшләргә тип өйрәтәләр. Беҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарын ҡыҫҡа йырлау бөтөнләй мөмкин түгел. Үткән йыл йәш популяр йырсы Рәил Өмөтбаев: «Әйҙә әле, Бибисара апай, Филипп Киркоров, Максим Галкиндар кеүек берәй шаян концерт әҙерләйек», – тигәс, уның менән «Мөхәббәткә кәртә юҡ» тигән концерт программаһын ойошторҙоҡ. Һәм республика буйлап концерттар бирҙек. Яратып тыңлаған йырсыларым бар. Улар – Фәриҙә Ҡудашева, Рамазан Йәнбәков, Әлфиә Афзалова, Мәүлитбай Ғәйнетдинов, Радик Гәрәев, Юлай Ноғомановтар. Барыбыҙ ҙа яратҡан оло шәхес Илһам Шакиров үҙе минең алдымда баш эйҙе. Фәриҙә апай Ҡудашева: «Мин бер ҡасан да, бер кешегә лә сәскә бүләк иткәнем юҡ, ләкин һиңә бирәм», – тип розалар бүләк итте. Теплоходта улар менән бергәләп, Ҡазандың 1000 йыллығында концерттар ҡуйҙыҡ. Фәриҙә апайҙың һикһән йәшлек юбилейында көҙгөлө залда, егерме биш кеше бергә сығыш яһаныҡ. Валентина Суходуеваның концертында Мәскәү профессорҙары минең турала: «Бына кемдән башҡорт йырын өйрәнергә кәрәк», – тип әйтте. Ҡайһы саҡ мине шаяртып, Башҡортостандың «Монтсеррат Кабальеһы», «Башҡорт Зыкинаһы» тип тә йөрөтәләр. Кем тип әйтһәләр ҙә әйтһендәр, Аллаға шөкөр, иманым камил, туған халҡыма, туған телемә хыянат итмәйем. Һәр саҡ халыҡ күңеленә ятҡан, халыҡ ҡабул иткән йырҙарҙы башҡарам. Йырлаған сағымда, һәр ваҡыт эстән генә сүрәләр уҡыйым. Ниндәй генә йыр башҡарһам да, шул йырҙың тарихы күҙ алдымдан үтә. «Әсәй һинең ҡулдарың»ды йырлағанда, һәр саҡ әсәйемде күҙ алдына килтерәм. Кистәрен йылы һыуға сода һалып ебетеп, шәмгә туң май иретеп, мин әсәйемдең эштән ҡатып, ярылып бөткән бармаҡтарының һәр береһенә май ҡойоп, сепрәк менән бәйләп ҡуя инем. Шунан әсәйем тегеү тегә, мин йырлай-йырлай сигеү сигәм. Кейәүгә сығырға әҙерләнгән ҡыҙҙар миңә әллә күпме ҡулъяулыҡ сигергә бирә ине. Шулай итеп көндө-төнгә ялғай инек. Ҡайһы саҡ әсәй төндә вагон бушатып, иртән генә ҡайтыр ине лә, тиҙ генә минең сәстәремде үреп, мәктәпкә ебәрә торғайны.
«Мәк сәскәһе»н йырлағанда, бала сағым, ә атайҙар тураһында йырлағанда, атайымды күҙ алдына килтерәм. Ә атайымды мин бит ғүмерем буйына көттөм. Күргем килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утыҙ туғыҙ йәшемдә, әсәйемде ерләгән көн, беҙгә беренсе тапҡыр осрашырға насип булды. Ул саҡта мин директор вазифаһында инем. Зыяратҡа өлгөрмәгәс, өйгә килде. Бер ҡасан да күрмәһәм дә, мин уны шундуҡ таныным. Һөйләштек. Бик ауыр булды. Ул көндө мин ғүмерем буйы көттөм. Сабый сағымда, һәр ваҡыт ашъяулыҡ йәйгәндә, өс сынаяҡ ҡуя инем. Ҡасандыр атайым ҡайтыр төҫлө ине. Әсәйемә яңылыш ҡуйғанмын, тип әйтә торғайным.
Интернатта уҡыған сағымда, атайым бер һум аҡса, берәй ҡап печенье тотоп килер тип, тәҙрәнән ҡарап тора торғайным. Берәй сит ир килһә, минең атайым түгелме, мине һорамайҙармы икән тип, беренсе ҡатҡа йүгереп төшә инем. Ләкин бер ҡасан да, бер кем дә килмәне лә, мине һораманы ла...
Минең тормошомда төрлө мажаралар булды. Ике йәш тә туғыҙ ай сағымда, әсәй һауында йөрөгәндә мин юғалғанмын. Башымда ҡыҙыл яулыҡ булған. Өс көн, өс төн эҙләгәндәр, таба алмағандар. Бер ағай бейек тау башына менеп ҡараһа, ҡыҙыл ғына бер нөктә берләм юлдан китеп бара, ти. Бала юғалһа юл ташламай, тиҙәр. Ҡайҙалыр йоҡлағанмынмы икән, хәтерләмәйем. Үҫкәсерәк әсәйем миңә сейә кеүек сағыу ҡыҙылдан күлдәк тегеп бирҙе. Шул күлдәкте кейеп, күк таҫма тағып сығып киттем дә, кеше баҡсаһына төштөм. Ни күрәйем, сыбыртҡы тотоп, баҡсаның хужаһы Рәжәп ағай килә. Ҡасырға сыҡһам, кәртәнең ырғаҡтарына эләгеп, күлдәгем йыртылып, тетелеп төштө. Юҡ сепрәкте бар итеп тегелгән яңы ғына күлдәгемдән бер киҫәк кенә тороп ҡалды. Сыҡтым да, аҡлан буйлап йүгерҙем. Унда беҙҙең ҡыуыш була торғайны. Шул ҡыуышта төнгә тиклем ултырҙым. Кеше өгөтөнә бирелеп, шулай харап булдым. Сөнки бармаһам, мине үҙҙәре менән уйнатмайҙар, шулай кәмһетәләр ине. Ә шулай ҙа бала сағымды, ҡолон сағымды шул тиклем һағынам. Ауыл урамы бәпкә үләнгә күмелә, күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр, ҡолас етмәҫлек ҡарағастар үҫә торғайны. Бала саҡта Магнит ҡалаһы шул тиклем алыҫ күренә ине. Был хәтлем дә алыҫ ҡалаға бер ҡасан да бара алмаҫмын кеүек, кем мине унда алып барһын инде, тип уйлай торғайным. Өләсәйҙең күлдәгенә йәбешеп, торф тейәгән поезға (кукушка) эләгеп, Тубә ауылына бара инек. Унда өләсәйҙең туғаны, Гөлниса апай йәшәй торғайны. Ул ап-аҡ икмәкте йоҡа ғына итеп киҫеп, өҫтәлгә ҡуя, мин шул тиклем дә тәмле икмәккә мәңге туя алмаҫ кеүек, ашығып-ашығып, тиҙ генә ашап бөтәм. Ләкин апай бүтән киҫмәй ине.
Минең менән сетерекле хәлдәр йыш була торғайны. Шулай бер мәл, Альбинамды табырға ике ай ҡалғас, һыуҙа аҡтым. Ат тороп ҡалды. Спортсмен булғас, пальтомды систем дә, ырғыным, эсем менән. Шунан сыбыртҡыға тотоноп сыҡтым. Еп-еүеш килеш, Баймаҡҡа өс-дүрт саҡрым йүгерҙем. Бына шулай, утта ла яндым, һыуҙа ла аҡтым, аварияларға ла осраным, ләкин юлдарымда бер ҡасан да яңылышманым. Хоҙайыма рәхмәт, һәр ваҡыт дөрөҫ юлдарҙан йөрөттө. Иртәһен дә, кисен дә уға рәхмәт уҡыйым.
Янғанға тиклем минең тауышым нәҙек ине. Радиоға яҙҙырып өлгөргән таҫмалар бар, унда бөтөнләй тауышым икенсе. Өйҙә торғанда бешеренергә яратам. Тултырма, ҡаҙылыҡ, бәлештәр әҙерләйем дә кешегә таратам, һыйлайым. Таҙалыҡты, бөхтәлекте яратам. Сәхнәгә күлдәктәрҙе үҙем һайлап тектерәм. Әле һөйләйһе һүҙҙәр, асаһы серҙәр күп. Иҫән-һау тороп, ваҡыт булһа, хәтирәләр китабы яҙырға тип хыялланам. Миңә илһам төндә генә килә. Шул ваҡытта тороп, фекерҙәрҙе яҙып ҡуйырға кәрәк. Мәктәптә уҡыған саҡта, ҡырҡ һигеҙ бит тултырып инша яҙа торғайным. Китап уҡырға яратам, тик әлеге лә баяғы ваҡыт ҡына етмәй. Әле Горькийҙың, Шукшиндың китаптарын уҡырға тип әҙерләп ҡуйғанмын. Интернетта йырҙар тыңларға яратам. Дуҫтарым күп, ләкин бөтә кешегә лә асыла алмайым.
Тормош мине нисек кенә һынамаһын, иң бәхетлеһе бөгөнгө көндә – мин, Әлхәмдулилла. Ошо көндө, ошо йәшемә етеп, мин үҙемдең бөтә мөмкинлектәремде иҫбатланым тип әйтә алам. Аллаға шөкөр, тик ятмайым. Кемдер ойоҡ бәйләй, кемдер һатыу итә, кемдер эскәмйәлә хәбәр һата. Ә минең уға ваҡытым юҡ. Үҙ яҙмышымды, үҙ тормошомдо мин үҙ ҡулдарым менән яһаным. Ныҡышмалылығым менән алдырҙым. Шуға ла миңә һәр ваҡыт уңыш йылмайҙы. Сабыр булып, киләсәккә ышаныс менән, рухи һәм физик көстө йыйып, яманлыҡтан һаҡланып йәшәргә кәрәк. Балалар һуғыш күрмәһен, илдә аслыҡ-яланғаслыҡ булмаһын. Фәрештәләр беҙгә ҡанаттарын йәйеп, һәр саҡ ҡурсалап торһон. Өләсәйем: «Һин күлдәктә тыуҙың», – ти торғайны, шуның өсөн дә Хоҙайыма шөкөр итеп, бөгөн дә халҡыма, тамашасыларыма моң өләшеп, бәхет өләшеп йәшәйем!
Үткән йыл миңә Сибай ҡалаһында Бибисара апайҙың сираттағы концертында булырға тура килгәйне. Ғәҙәттәгесә, зал шығырым тулы булды, яҡташтары уны алҡышлап, аяғүрә баҫып ҡабул иттеләр. Тамашасылар залында уның яҡындары һәм туғандары ла бар ине. Сәхнәлә Бибисара апай йырланы, залда туғандары иланы. Йырсының шул тиклем дә ҡатмарлы тормошо, ауыр яҙмышы күҙ алдарына килгәндер моғайын... Ә алҡыштарға күмелгән сәхнә түрендәге Бибисара апайҙың муйылдай сөм ҡара, уйсан күҙҙәренән, ҡояштай балҡып торған алсаҡ йөҙөнән: «Ике килмәгән ошо фани донъяларҙың матурлығын тойоп, йәшәргә лә әле йәшәргә», – тигән оло мәғәнә һирпелә ине! Өләсәһенең итәгенә генә йәбешеп йөрөгән сабый ҡыҙ баланың, тау-таштарға абынғанда, силәгендәге еләктәре түгелһә лә, туған халҡы алдындағы намыҫы юйылмаған, рухы һынмаған! Хоҙай Тәғәлә Бибисара Азаматоваға иҫәнлекһаулыҡ бирһен! Йәндәрҙе өтөр, эс-бауырҙарҙы тирбәтер моңдарының ғүмере оҙон булһын!
Мәрйәм ЗАКИРЙӘНОВА
Читайте нас: