+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Октябрь 2020, 14:00

Уларҙы йыр-моңға һөйөү ҡауыштырған

- Әле ауылда мәктәптә сығарылыш класында сағымда уҡ әле, клубта дискотекала МС Баштың Сәлимә менән бергәләп йырлаған йырын тыңлап ( Заһит Ҡунафиндың “Ҡалдырма мине” тигән йыры),-Эх, бынауы ҡыҙ бигерәк матур йырлай, осрашып, үҙ күҙҙәрең менән күрһәң ине! – тиеп уйлап йөрөнөм. Ул ваҡиға, әлбиттә, яйлап онотолдо. Ә инде студент тормошо менән йәшәй башлағас, дуҫ егеткә иптәшкә ҡыҙҙар бүлмәһенә сәйәхәт ҡылған саҡта, ишекте шар асып йылмайып килеп ингән ҡыҙға бер ҡарауҙан ғашиҡ булдым. Уның теге бала саҡ хыялындағы ҡыҙ икәнен һуңынан ғына төшөндөм.

Милли сәнғәтебеҙ күгендә балҡып яныусы йәш, матур, талантлы парҙарыбыҙ күп. Улар үҙҙәре лә татыу, йыр-моңға бай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр, балаларын да иленә, халҡына тоғро киләсәк итеп үҫтерергә ынтылалар. Ошондай йәш ғаиләләрҙең береһе - “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең хор артисы, Баймаҡ ҡыҙы Сәлимә Юлдашбаева һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Ейәнсура егете Салауат Юлдашбаев менән әңгәмә ойошторҙоҡ.- Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, үҙ тиңен тапҡан парҙарҙы күреп ҡыуанып, һәр кемдә лә, ә улар нисек табыштылар, ҡауыштылар икән, тигән һорау тыуа. Мөхәббәтегеҙҙең иң башланғыс инеш сағына сәйәхәткә юлланайыҡ әле.
Сәлимә Юлдашбаева:- Тормош иптәшем менән дөйөм ятаҡта таныштыҡ. Минең менән бергә йәшәгән дуҫ ҡыҙ бер актер егет менән дуҫлашып йөрөйҙәр ине. Был пар миңә: бер матур ғына Салауат исемле егет бар, әйҙә беҙ таныштырайыҡ әле һеҙҙе, тип үтенә башланылар.
Салауат Юлдашбаев:- Әле ауылда мәктәптә сығарылыш класында сағымда уҡ әле, клубта дискотекала МС Баштың Сәлимә менән бергәләп йырлаған йырын тыңлап ( Заһит Ҡунафиндың “Ҡалдырма мине” тигән йыры),-Эх, бынауы ҡыҙ бигерәк матур йырлай, осрашып, үҙ күҙҙәрең менән күрһәң ине! – тиеп уйлап йөрөнөм. Ул ваҡиға, әлбиттә, яйлап онотолдо. Ә инде студент тормошо менән йәшәй башлағас, дуҫ егеткә иптәшкә ҡыҙҙар бүлмәһенә сәйәхәт ҡылған саҡта, ишекте шар асып йылмайып килеп ингән ҡыҙға бер ҡарауҙан ғашиҡ булдым. Уның теге бала саҡ хыялындағы ҡыҙ икәнен һуңынан ғына төшөндөм.Сәлимә Юлдашбаева:- Һөйләшеп, танышып ултырған саҡтарҙа Салауат мине үҙенең итәғәтлеге, бик ныҡ тәрбиәле булыуы менән әсир итте. Был егет бик яҡшы атай, ышаныслы ғаилә башлығы булыр, тигән уй йөрәгем төбөндә мөхәббәт осҡоно булып ҡабынды. Һәм яңылышманым, Әлхәмдүлилләһи... Мөхәббәтебеҙ емеше булып өс бала тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Тамырҙар буйлап йыр-моңға бай ҡан аҡҡан саҡта башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Билдәле һәүәҫкәр композитор, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлай Моратовтың 10 балалы ҙур, талантлы ғаиләһе, кейәүе менән ҡыҙы Салауат һәм Сәлимә Юлдашбаевалар тураһында әңгәмәне журналыбыҙҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: