-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Октябрь 2020, 19:00

"Театр – ул тамаша ғына түгел бит ул, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа"

1 курс студенты Гөлназ Әбелғазина: “Илнур ағай, “Ҡорос” исемен бирһәк нисек була? - тигәйне, ултырған урынымдан һикереп тә торҙом да: “Киләсәктә беҙҙең “Ҡорос” исемле театрыбыҙ утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ, Алла бирһә!” - тип ҡарар ҡабул иттем. Исем менән риза булмаусылар ҙа табылды. Әммә “Ҡорос” - беҙҙең бергәләшеп йөрәктәрҙән сыҡҡан исем.

“Тормош – театр, ә кешеләр унда актёрҙар,”- был аҡыллы фекерҙе билдәле драматург Бернард Шоу әйткән. Тормош сәхнәһендә барыбыҙ ҙа актёр булһаҡ та, сәнғәттә бөтә кеше лә актер булып бөтә алмай... Иң һәләтлеләрҙе һайлап, теге йәки был ролгә уңышлы беркетеү, пьесаның ҡуйылышы, идея тәрәнлеге менән халыҡ йөрәгенә тура юл ярыу күпселек режиссёр һәләтенә бәйле. Театр донъяһына битараф булмаған йәштәрҙе берләштергән “Ҡорос” Халыҡ театры режиссеры Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йырсы - Лоҡманов Илнур Флүр улы менән ҡыҙыҡлы әңгәмәгә рәхим итегеҙ.
- Илнур, һин йырсы булараҡ та, актер булараҡ та тамашасылар араһында һөйөү, ихтирам яулаған шәхесһең. Режиссер булараҡ үҙеңде һынап ҡарау теләге һине “ Ҡорос” халыҡ театрына алып килдеме?
- Театр – ул тамаша ғына түгел бит ул, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа. Ул кешеләрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе әхлаҡи, эстетик һәм патриотик яҡтан тәрбиәләй. “Ҡорос” халыҡ театрына барып юлығыуым осраҡлы ғына хәл булды, тиһәм дә була. Әммә бәхетле осраҡ булды.
2009 йылдың сентябрь айы ине, ашығып БДПУ-ның икенсе корпусы эргәһенән китеп барһам, студенттар гөж килеп нимәгәлер әҙерләнәләр. Баҡһаң, бөтә ил күләмендәге “Аҡмулла көндәре”нә әҙерлек бара икән. Ҙур майҙандың һәр мөйөшөндә, һәр бер факультет баш та ҡалҡытмай, ҙур яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ менән әҙерләнә ине. Араларынан бер зифа буйлы ҡатын-ҡыҙ: “ Илнур Флүр улы, ярҙам итеп кенә китегеҙ әле!” –тип, үтенес менән өндәште. Ул да булһа, тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова булған икән. Тормошомдоң девизы - кешегә ярҙам итеү, ярҙам ҡулы һуҙыу булғанлыҡтан, ең һыҙғанып тоттом да, бөтә университет 3 көн әҙерләй алмай йонсоған ошо сара сценарийын 15 минутта ҡуйып бирҙем. Сценарийҙа Аҡмулланың тормош һыҙаттарынан сығып, башҡорт йолаларының сағылышын бөтә университет студенттары менән сәхнәләштерергә тура килде. Аҙаҡтан әйтеүҙәренсә, сара бик юғары кимәлдә үткән. Ошо көндө минең БДПУ-ның “Ҡорос” халыҡ театрына нигеҙ һалыуым башланым китте тип ҡыйыу әйтә алам.
- Ни өсөн театрға “Ҡорос” исеме бирергә булдығыҙ?
- Иң башта күпселеге һәләтле студенттарҙы берләштергән театрҙың исеме юҡ ине. Халыҡ театры тигән исемде алғанға тиклем, театр - фольклор ансамбле ине. Күп тә үтмәй, коллективҡа исем һайлау зарур булды. Бергәләп исем һайлау өҫтөндә эҙләнә башланыҡ. Байтаҡ, 3-4 ай, исем һайланыҡ, тәҡдимдәр бик күп булды. Остаздарымдың өйрәтеп әйтеүен хәтерҙә тотоп, исем ул ҡаты хәрефтәр менән яңғырарға тейеш, тип студенттарҙы алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйҙым. 1 курс студенты Гөлназ Әбелғазина: “Ильнур ағай, “Ҡорос” исемен бирһәк нисек була? - тигәйне, ултырған урынымдан һикереп тә торҙом һәм “Киләсәктә беҙҙең “Ҡорос” исемле театрыбыҙ утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ, Алла бирһә!” - тип ҡарар ҡабул иттем. Тик тормошта гел ыңғай ғына булмай бит, исем менән риза булмаусылар ҙа табылды. Әммә “Ҡорос” - беҙҙең бергәләшеп йөрәктәрҙән сыҡҡан исем.
- Киләсәккә ниндәй пландар менән яна икән “Ҡорос”тар?
- Алға ҡыйыу, аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләйбеҙ. Йәштәр бик дәртле, һәләтле. Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы тураһында 1 актлы яңы проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, әлбиттә, бөгөнгө студенттар - киләсәк быуын уҡытыусылары, мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында дәрестәрен сәхнәләшетереп, театр алымдары менән балаларҙы ҡыҙыҡһындырып, яңы методика рәүешендә дәрес бирә алһындар, аң-зиһендәрен үҫтерһендәр тип тырышабыҙ. Башҡорт теленең шундай моңло өндәрен, хәрефтәрен матур, дөрөҫ итеп әйтергә, уҡырға өйрәтә алһындар ине буласаҡ уҡытыусыларыбыҙ.
- Театрҙа шөғөлләнеүселәргә уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан саҡта ниндәйҙер өҫтәмәләр биреләме?
- «Ҡорос» халыҡ театрында хеҙмәт итеүселәргә 5 курсты тамамлап, диплом алған саҡта “Өҫтәлмә белем биреү педагогы” тигән өҫтәмә диплом бирелә. Йәш уҡытыусылар, актерҙар кеүек, мәктәптәрҙә, махсус белем биресе уҡыу йорттарында театр түңәрәктәре ойоштора алалар. Был турала уҡыу йортоноң элекке ректоры Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы хәстәрләне, уға оло рәхмәтемде белдереп үткем килә. Үткән йылда, “Ҡорос”ҡа 10 йәш тулыу уңайынан хәҙерге ректорыбыҙ Салауат Тәлғәт улы Сәғитов беҙгә ҙур суммалы синхрон күсереш аппаратын бүләк итте. Ҙур рәхмәтлебеҙ!
Мәҙәниәт министры Әминә Ивний Ҡыҙы Шафикова ла театрҙың уңыштарын юғары баһалауы ҡыуандыра. Беҙҙең тырышлыҡты күтәрмәләп, 10 актер-студентты маҡтау грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләүе лә бик ҙур этәргес булды, яңынан-яңы уңыштарға ҡанатландырҙы. Мәғариф министры Айбулат Вәкил улы Хажин да ярҙамынан мәхрүм итмәй. Уларға бөтә коллектив исеменән оло рәхмәтемде еткерәм.
- Исемегеҙ есемегеҙгә тура килеп, халҡыбыҙға оҙаҡ хеҙмәт итергә яҙһын һеҙгә, “Ҡорос”тар!
Йәш, дәртле коллективтың емешле эшләүен тәъмин иткән етәкселәре һәм һәләтле актерҙары, театр тормошонда кисектергеһеҙ килеп сыға торған мажаралары тураһында журналыбыҙҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: