Татарстанда, Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған ,,Ҡазан һөлгөһө" V Халыҡ-ара фестиваль бәйгеһендә ҡатнашып, 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булғайны. Сираттағы еңеү - Төмән өлкәһендә уҙғарылған бәйгелә яуланды! Таланттарҙың "Ижад үрҙәренә" тип аталған Халыҡ-ара бәйгеһендә "Ауаз"дар өс номинацияла еңеү яулап, 1-се дәрәжә лауреаты дипломына эйә булдылар.Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыуҙа, халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа һәм халыҡ фольклоры ижадын башҡарыуҙа уларға етеүсе булманы. "Йыр-моңдарҙа халыҡ хәтере" тип аталған мюзикл - "Автор эше" номинацияһында 2 урын яуланы. Сығыштарҙы үҙ эштәрен яҡшы белгән тәжрибәле жюри составы баһаланы. Улар араһында нидерланд, халыҡ-ара бейеүҙәр компанияһы етәксеһе Riedon Van-Den-Berg, Сант-Петербургтан, Төмәндән һәм Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институтынан белгестәр булды. Башҡортостандағы иң ҙур фольклор ансамбле булып һаналған был төркөмдә 30-ға яҡын йыр-моң һөйөүсе шөғөлләнә. Төрлө йәштәге йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштергән ижади коллектив ҡаршылыҡтарға ҡарамай, илһамланып ижад итә. "Ауаз" фольклор төркөмөнөң художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова, музыкаль етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев арымай-талмай сығыштарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Фольклор төркөмөндә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр артистарға эштәрендә уңыштар теләп, яңынан-яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр менән ҡыуандырырҙар, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА