“Сәнғәт институтында уҡығанда “Аманат-шоу” фестивалендә ҡатнашырға булдым. “Һағынам” тигән йырымды башҡарырға тейешмен. Ошо йырға көй яҙған Альберт Ғәббәсов: “Әйҙә, һиңә шәп исем табайыҡ әле, Аллаярова нисектер яңғырамай”, -тине. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, әсәйемдең атаһы Париж олатайымдың исемен алырға булдыҡ. Ә былай спектаклдәрҙә мин сәхнәгә Аллаярова булып сығам”.