+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Октябрь 2020, 12:25

ҠОМДА ТЫУҒАН МӨҒЖИЗӘ

Sand art-графика - нимә ул?

Ҡомло анимация, йәки инглиз телендәге атамаһы sand art-графика, яҡтылыҡ һәм живопистың үҙенсәлекле рәүештә үрелеп, яңы һүрәт төшөрөү алымы. Рәссам быяла өҫтәлгә ҡом һибеп, төрлө рәсемдәр эшләй, еңел генә етеҙ хәрәкәттәр менән шул һүрәттәрҙе үҙгәртә һәм шул рәсемдәр аша тамашасыға тарих һөйләй.
Ҡомло анимацияны сығышы менән Канада-Американан булған режиссер-мультипликатор Кэролин Лиф уйлап сығарған. 1969 йылда ул тамашасыға «Ҡом, йәки Питер һәм бүре» сюжетын тәҡдим итә. Беҙҙең илгә бындай үҙенсәлекле тамаша күптән түгел генә килеп етте. Ул, ғәҙәттә, музыкаль композициялар менән байытыла.
Читайте нас: