+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Октябрь 2020, 17:53

«БАШҠОРТ–ТАТАР ДУҪЛЫҒЫНЫҢ ТЕРЕ МИҪАЛЫ МИН ҮҘЕМ ҺӘМ МИНЕҢ ИЖАДЫМ!»

"Халыҡ араһында миңә танылыу килтергән «Моңдар ҡайтһын ауылға» йырын композитор Ризуан Хәкимов менән торлаҡ хужалығы тресында бергә эшләгән саҡта ижад иттек. Һуңынан да уның менән «Әйтегеҙсе, ромашкалар?», «Әйтмә һин ауыр һүҙ» һәм башҡа йырҙарын яҙҙыҡ".

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ҡырмыҫҡалы районы егете Сурағолов Рәмил тураһында ишетмәгән замандашыбыҙ юҡтыр. Уның йырҙары радио, телевидениенан, сәхнә түрҙәренән көн дә яңғырай. Меңдән ашыу йыр, 25 шиғри йыйынтыҡ авторы ул.
«Башҡорт йыры», «Татар йыры», «Дуҫлыҡ йыры», «Гәлсәр һандуғас», «Алтын барс» йыр фестивалдәрендә әүҙем ҡатнашып, лауреат исемдәрен яулаған йыр күңелле шәхес менән яҡындан таныштырып үтәйек.
– Рәмил Мотаһар улы, үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине. Һүҙҙе тыуған яҡтарығыҙҙан башларға кәрәктер.
– Тыуған ерем – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Аҡташ ауылы. Тәбиғәте лә, халҡы ла бик күркәм ауылымдың. Эҫем йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан ул. Ағиҙел аръяғында бейек Аҡташ тауҙары, Уралтау тармаҡтары теҙелеп киткән. Ожмах баҡсаһылай тыуған ерем еләк-емеш, селтерәп аҡҡан шишмәләре менән хозур. Ошо ерҙә тыуғанға күрә лә хисле күңелле булып үҫкәнмендер, тимен.
– Матур урында матур шағирҙар тыуалыр инде. Беренсе шиғырығыҙҙы ҡасан яҙҙығыҙ? Иҫләйһегеҙме?
– Бәхәсләшмәйем. Ысынлап та шулайҙыр. Мин әле хәреф танымаған саҡта уҡ, таҡмаҡ сығарып, үҙем йырлап йөрөй инем. Ололар, киноға барырһың тип, ун тин аҡса бирҙе. Был минең беренсе гонорар булғандыр, күрәһең.
Тәүге шиғырға килгәндә, беренсе класҡа барғас, күрше ҡыҙына ғашиҡ булып, шуға арнап яҙғайным. Их! Күпме йылдар уҙған быға. Аҙаҡ инде шиғыр яҙыу тормош мәғәнәһенә әйләнеп китте...
Иҫке Шәрәй мәктәбендә уҡыған саҡта, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Абдулла ҡыҙы Диваева әҫәрҙәремде район һәм республика гәзиттәренә ебәрә ине. Беҙҙең бала, үҫмер сағыбыҙ бик матур үтте, бары тик сағыу хәтирәләр ҡалған.
Атай-әсәйем юғары белемле уҡытыусылар ине. Партия заманы булғас, улар партия ҡайҙа ебәрә – шунда эшләнеләр: Бөрйән, Ғафури райондарында, Ырымбур өлкәһендә... Мин Вәсилә өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Ул ғәрәпсә лә, латинса ла, урыҫса ла яҙа ине. Аҡмулла, Туҡай, Бабич әҫәрҙәрен, бик күп доғаларҙы яттан һөйләне, риүәйәт, дастан, бәйеттәрҙе белде.
Әле бик күптәрҙән доньяла Дин, Иман, Тәрбиә бөттө тигән әсенеүле һүҙҙәр ишетергә тура килә. Минең уйлауымса, бындай проблемалар быуындар сылбыры юғалыуынан киләлер. Элек балалар олатай-өләсәй әкиәттәрен тыңлап, өгөт-нәсихәттәр, доғалар тыңлап үҫкән. Өләсәйем Вәсилә лә итәғәтле, динле кеше ине. Мәсеттәрҙең кире аяҡҡа баҫыуына, илгә иман ҡайтыуына ныҡ һөйөнөр ине ул.
– Мәктәптән һуң автомобиль транспорты техникумын тамамлап, инженер булып эшләгәнһегеҙ. Тимер-томор араһында йөрөү шиғриәттән биҙҙермәнеме?
– Иҫке Шәрәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик «5»-ле билдәләренә тамамлағас, техникумды һайланым. Аҙаҡ «Башавторемонт», «Башавтотранс» берекмәләрендә, Өфөнөң Ленин районы торлаҡ хужалығы тресында инженер булып эшләргә тура килде. Әммә һайлаған һөнәрем күңел торошома бер ҙә йоғонто яһаманы. Тәбиғәт ҡосағында ла, тимер-томор араһында ла шиғырҙар яҙылды, Аллаға шөкөр.
– Ә тәүге йырығыҙҙы ниндәй шарттарҙа ижад иттегеҙ?
– Иң тәүге йырым 1988 йылда яҙылды. Уны Сибайҙа йәшәүсе үҙешмәкәр композитор, ун бала атаһы Юлай Моратов яҙғайны. Ул саҡта «Ҡарауанһарай» төркөмө яңы ғына ойошторолған мәл ине. Төркөм солисткаһы, бөгөн инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Алһыу Бәхтиева «Тирмән быуалары» тигән тәүге йырымды халыҡҡа тәү тапҡыр ишеттерҙе. Шатлығымдан, был йырҙы көнөнә ҡат-ҡат тыңлай инем.
Ә халыҡ араһында миңә танылыу килтергән «Моңдар ҡайтһын ауылға» йырын композитор Ризуан Хәкимов менән торлаҡ хужалығы тресында бергә эшләгән саҡта ижад иттек. Һуңынан да уның менән «Әйтегеҙсе, ромашкалар?», «Әйтмә һин ауыр һүҙ» һәм башҡа йырҙарын яҙҙыҡ.
Бөгөн композиторҙарҙан ижади дуҫтарым – Рим Хәсәнов, Ризуан Хәкимов, Роберт Тимербаев, Фәнир Ғәлимов, Илгиз Закиров, Юлай Моратов, Урал Рәшитов, Эльвира Хәмәтнурова, Рәшит Аҡъегет, Айҙар Тимербаев, Оскар Усмановтар менән берлектә ижад итәм.
– Һеҙ йыр сәнғәтендә тематика яғынан күп яңылыҡтар алып килгән кеше. Бөгөнгө ысынбарлыҡ Салауат Фәтхетдинов башҡарған «Һуҡыр йырсы», «Етем бала» йырҙары, Айҙар Ғәлимов башҡарыуындағы «Ҡарттар йорто», Хәниә Фәрхи йырлаған «Бер онотолайыҡ», Таһир Аҫылгәрәйҙең репертуарындағы «Хәйерсе» һәм башҡа йырҙарҙа сағыла. Лириканан ситкә тайпылып, уйланырға мәжбүр иткән йырҙар яҙыуға нимә этәрә?
– Быуаттар буйы ныҡлы булған олатай-атай-ул, өләсәй-әсәй-ейәнсәр сылбыры өҙөлөүе аяныслы хәл. Тарихыбыҙға, динебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, туған телебеҙгә мөхәббәтте һәр кемдә ғаилә тәрбиәләй. Туған телдең һакланып ҡалыуы өсөн дәүләт аҙ эшләмәй: балалар баҡсалары, мәктәп-гимназиялар етерлек. Ә ата-әсәләр балаларын урыҫ, инглиз мәктәптәрендә уҡыта. Шунан инде тамырҙарҙан өҙөлгән йәш быуын башҡа милләт кешеләренә өйләнә, тормошҡа сыға. Минеңсә, ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, ауылдамы, ҡалаламы, балалар менән өйҙә туған телдә һөйләшергә кәрәк. Балалар үҙебеҙҙең бишек йырҙарын, әкиәттәр тыңлап үҫергә тейеш. Бер матур миҫал килтерәм: Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе йырсы Гөлүзә Зиатдинова Швеция татары Төркәр Сауҡҡан тигән кешегә кейәүгә сыҡты. Улар йыл һайын Өфөгә килеп йөрөйҙәр. Улдары Шихан татар, төрөк, швед, фин, инглиз телдәрендә һөйләшә. Был малай бөтә донъя эстрадаһын тыңлай, ҡарай, аңлай.
Cоциаль йырҙарға килгәндә, «Риба» (кредит), «Фәхишәгә һүҙ әйтмәгеҙ», «Дөйөм ятаҡ» тигән йырҙарым бар. Иҙрис Кәлимуллин башҡарыуындағы «Хаталар» йырында алкоголизм проблемаһы күтәрелә. Кредит алыу, әхлаҡтың түбәнәйеүе, алкоголизм, фатирһыҙлыҡ, йорт-ерһеҙлек проблемалары яҡтыртыла бында. Үҙемдең һүҙҙәргә үҙем йыр яҙған йырым «Халҡым, һиңә ниҙәр булған?» тип атала. Ундай көнүҙәк тематикаға арналған йырҙарым тиҫтәләгән. Көйҙәрен дә, һүҙҙәрен дә үҙем ижад итәм.
– Замана эстрадаһының киләсәген нисек күрәһегеҙ? Йәштәргә әйтер һүҙҙәрегеҙ?
– Бөгөн Ҡаҙандағы эстрада йондоҙҙарының яртыһынан күбеһе Башҡортостанда тыуған кешеләр. Таланттар күп беҙҙә. Ләкин үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап, ҙур сәхнәләргә күтәрелеп етә алмайбыҙ. Радик Юлъякшиндың Татарстан сәхнәләрен дер һелкетеп гастролдәр ойоштороуы бик ҡыуаныслы күренеш! Cәнғәт юлында матур киләсәк юрайыҡ уға.
Талантлы йәштәр күп беҙҙә. Уларҙың гастролдәрен ойошторғанда дәүләт тарафынан матди ярҙам кәрәк. Йырсыларыбыҙ – улар дуҫлыҡ, туғанлыҡ илселәре. Үҙ ояһында таяныс тойған сағында, бәлки, ситкә атлыҡмаҫ улар. Күрше республикаға китеп, унда дан яулаған шәхестәребеҙ байтаҡ.
– Рәмил ағай, белеүебеҙсә, Һеҙ үҙегеҙ ҙә көйҙәр яҙаһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә сәхнәлә сығыш яһайһығыҙ.
– Бөгөнгө көндә һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем ижад иткән 20 йырым бар. Бынан ун йыл элек бер дуҫыбыҙҙың әсәһе үлгәс, миңә һәм дуҫым, актер, йырсы Иҙрис Кәлимуллинға хәтер йыры яҙҙыуыбыҙҙы һорап, мөрәжәғәт итте.
Мин «Әсәйҙе юғалтҡас» тигән шиғыр яҙҙым. Уға төрлө композиторҙар көй яҙып ҡаранылар, әммә күңелгә ятырҙайын таба алманылар. Үҙемдең вариантымды тәҡдим иттем һәм ул көй шиғырҙың эстәлегенә тура килде. Уны хәҙер Иҙрис кенә түгел, Флизә тигән йәш йырсы, Нәфҡәт Ниғмәтуллин да йырлай.
Үҙемдең дүрт йырыма үҙем йырлап, клип төшөрҙөм. Режиссеры, тиҫтә йылдар йән дуҫ булған талантлы шәхес, рәссам Марат Әбдүшев. Композитор Азат Имаев менән яҙған «Өфө-Ҡазан араһы» клибы бигерәк тә матур килеп сыҡты. Проекттың бағымсыһы «Хазина-тур» компанияһы. Бөтә сығымдарҙы түләп, туғаным, дуҫым Камил Сиражетдинов етәкләгән был компания йыл һайын август айында минең ижадҡа бағышлап тур ойоштора.
Атай яҡлап мин башҡорт булһам, әсәй яғынан мин – татар милләтенән. Йәшәйешем менән дә, ижадым менән дә мин үҙем башҡорт-татар дуҫлығының тере миҫалы булыуым менән ғорурланам.
– Атайығыҙ Мотаһар Сәйфулла улы ла журналист булған икән...
– Атайым өс институт бөтөргән. Бөрө педагогия институтында кафедра етәкләне, мәктәп директоры булып эшләне. Тарих фәндәре кандидаты, ғалим ине. Ул 50-се йылдар башында «Башҡортостан» гәзитендә эшләгән. Мин дә «Аманат», «Толпар» журналдарында эшләнем, «Азатлыҡ нуры» гәзитенең баш мөхәррире булдым, «Атна» гәзитенең иң тәүге баш мөхәррире булырға ла яҙҙы.
– Журналистикаға, әҙәбиәткә килеүегеҙ осраҡлы түгел икән. Ниндәйҙер генетик күренеш был.
– Электән үк кешеләргә китап сығарырға ярҙам итһәм дә, үҙемдең шәхси предприятием «Сурағол» нәшриәт йортон ойошторҙом. Коллектив менән 500-ҙән артыҡ китап сығарҙыҡ. Беҙҙә Рауил Бикбаев, Рәшит Сабит, Зифа Нагаева, Фәниә Ғәбиҙуллина, Баян Ҡотлоев, Хәмит Сәлихов, Рабит Фәтхи, Әсхәр Кәшфуллин, Рәмзинә Тимербаева һ.б. йыйынтыҡтарын сығарҙы. Йәштәр һәм хаҡлы ялға сыҡҡан авторҙар менән дә әүҙем эшләйбеҙ. Уларға бағымсылар табырға ярҙамлашабыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ.
– Тимәк, теләге булған йәш автор Һеҙҙең менән ижади бәйләнешкә инә ала?
– Әлбиттә. Интернетта үҙ сайтым, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә сәхифәм бар. Адресы https://vk.com/ramil_churagul. Йыш ҡына миңә ауылдары, ҡалалары тураһында йыр яҙыу, тыуған көн, ауыл байрамдарын уҙғарыу буйынса мөрәжәғәт итә.
– Журнал уҡыусыларға теләктәрегеҙ?
– Милләтебеҙ үҫһен, ғаиләләр ишәйһен, ил-йорттарҙа тыныслыҡ булһын! Йырлап йәшәйек, бәхеттә йәшәйек, матди һәм рухи яҡтан бай булайыҡ. Ә рухи байлыҡ сығанағы – ул мәҙәниәт. «Тамаша» – мәҙәни донъяны яҡтыртҡан берҙән-бер башҡорт журналы. Әлбиттә, журнал уҡыусыларының күбәйеүен теләйем. Журналды, китапты ҡулға алып уҡыу – бәхет, ләззәт бит ул!
– Рәмил Мотаһар улы, әйткән һүҙҙәрегеҙ уң булһын! Һеҙгә лә ижади үрҙәр, именлек һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Һүҙ аҙағында
Күңелдәргә үтеп инерлек, дуҫ-иш, туған-тыумаса араһында табын артында йырлана торған йырҙар авторы ул Рәмил Сурағол. Бәлки шуға күрә лә халыҡ араһында уның исеме киң таралған. Уны тыуған ауылында ла хөрмәт итәләр. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Аҡташ ауылында Рәмил Сурағолдоң тыуған урамына һәм Прибельский ҡасабаһында бер урамға уның исеме бирелгән.
Ғаиләһенә килгәндә, хәләл ефете Гөлсинә менән улдары Рүзәл һәм ҡыҙҙары Розалинаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар икеһе лә бөтә республикаға данлы Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында уҡып сыҡҡан. Улы Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, программист булып эшләй, ә ҡыҙы «Туған тел» телеканалының «Муз-базар» тапшырыуында алып барыусы. Рәмил Сурағол – бәхетле ҡартатай ҙа. Алһыу һәм Сафия исемле ейәнсәрҙәре бар.
Моңло уҙаман әлеге көндә «Сурағол» Нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡара. Шулай уҡ ул «Сурағол» йыр театрының художество етәксеһе лә. Йәшнәп йәшәй торған сағы ғына әле Рәмил Сурағолдоң. Ижад ҡомары бер ҡасан да һүрелмәһен уның күңелендә!
Миләүшә УРАЗОВА әңгәмәләште
Читайте нас: