-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Октябрь 2020, 15:00

“Ошо дүртәү йыр сәнғәтендә йылтыр һары ҡалайҙан ҡырҡып епкә теҙелгән замана йондоҙҙары түгел...”

“Хәбир Ғәлимов... Уның моңло һәм әҙәпле тауышы минең күңелемә һеңде. Йырсының тауышын “әҙәпле” тинем. Минеңсә, һүҙҙең генә түгел, тауыштың да әҙәплеһе һәм әҙәпһеҙе була. Бөгөн йәнгә ят, әҙәпһеҙ тауыштар ғәжәп ишәйеп китте.

Был инде илһамдың ниндәй ерлектән, ниндәй сығанаҡтан килеүенә бәйләнгән. Хәбир ағай илһамын халыҡ рухынан, уның бөйөк ижади ҡаҙаныштарынан алды.
Хәбир Ғәлимовҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙе фатиха бирҙе һәм эстафета тапшырҙы. Был фатиха артабан Мәғәфүр Хисматуллинға һәм Радик Гәрәевҡа күсте. Ошо дүртәү йыр сәнғәтендә йылтыр һары ҡалайҙан ҡырҡып епкә теҙелгән замана йондоҙҙары түгел, ә күктең үҙендә яралып балҡыған ҡеүәтле яҡтыртҡыс булды”. (Мостай КӘРИМ).
Бөйөк халыҡ йырсыһы Хәбир ҒӘЛИМОВ тураһында журналыбыҙҙың 5-се, октябрь һанында уҡырһығыҙ. Әле гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу декадаһы бара. “Тамаша”ға яҙылығыҙ, дуҫтар.
Читайте нас: