Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән Төрлө фәндән белем бирә ул. Уҡыусы балалар үҫеп етеп Уңыштары булһа тормошта, Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн Үҙе һайлап алған яҙмышта. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр, Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап Бар йөрәктән тәбрик итәләр!