-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Октябрь 2020, 20:30

Башҡорт теле уҡытыусыһы, ҡурайсы, йырсы, фольклорсы ир-уҙаман

Ул - ҡурайсы. Башҡорт иренең бөтә матур сифаттарын үҙендә йөрөткән кеше нисек ҡурайсы булмаһын? Шатлығында ла, сараһыҙлыҡтан көйгән мәлендә лә ҡурайын ҡулына алып, сарсаған күңелдәрҙе имләр көйҙәр ағылдыра.

“Ишмулла Дилмөхәмәтов Башҡортостандың иң көньяҡ сиге булған Әбеш ауылы эргәһендәге тауҙарҙың “Айыу ҡоҙоғо” тигән урынынан йыл да килеп ҡурай алған. Ошо тылсымлы бер урында үҫкән ҡыу ҡурайҙан ағылған моңло көйҙәрҙе бер ҡурайҙа ла уйнап булмай, тигән. Нәҡ Айыу ҡоҙоғоноң ҡурайҙары менән Парижда, Токиола уйнаған,” –тип илһамланып уҡыусыларына һөйләй ҡурайсы Камил уҙаман. Йәш быуында ҡурайға, ҡурайҙан ағылған моңға, ҡурай үҫкән тыуған ергә һөйөү уятыу өсөн тағы ниндәй дәлил кәрәк?! Башҡорт теле уҡытыусыһы, ҡурайсы, йырсы, фольклорсы ир-уҙаман Камил Илембәтов тураһында журналыбыҙҙың ошо һанында уҡырһығыҙ, Иншалла!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: