+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Октябрь 2020, 13:54

ҺАҠМАРЫМДЫҢ ҺАРЫ ТАЛДАРЫ...

Йыр-моңға ғашиҡ Ырыҫбикә һәм Ҡәйүм Илбәковтар ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килгәс, илауҙан туҡтамаған бәпескә исем һайлау бер аҙ уйға һала. Йома көндө тыуғас, Йомабикә, тип тә, Ҡорбан байрамы уңайынан Ҡорбанбикә лә, хатта изге исем Йәннәт тә тип уйлайҙар ата–әсәһе, әммә бала илауҙан туҡтамай.

Мәмдүҙә исеме оҙон ғүмерле, шатлыҡ өләшеүсе мәғәнәһендә, әйҙә, илаҡ ҡыҙыбыҙ үҫкәс йырсы булып, халыҡҡа шатлыҡ өләшһен, тип Мәмдүҙәгә туҡталалар. Шунан ҡыҙҙары илауҙан тыма. Бәләкәйҙән ата-әсәһе, ағай-апайҙарының йыр-моңло мөхитендә күңеленә тыуған моңдар һибелә, иҫ китмәле Хәйбулланың сихри тәбиғәтенән дә ул илһам сығанағы алып үҫә. Көтөүгә йөрөгәндә лә, емеш-еләк йыйғанда ла гелән көйләп йөрөй, ә инде Мәмдүҙә ҡаҙ көткәндә, ҡаҙҙарға, себештәргә йыр уйлап сығара. “Әле шуларҙың береһе лә иҫкә төшмәй, теркәп барырға нота белмәйем. Шулар араһында балалар өсөн бик күңелле, үҙенсәлекле көйҙәр бар һымаҡ хәтеремдә…”
Мәмдүҙә Илбәкова юғары квалификациялы тәжрибәле уҡытыусы, етәксе, башҡорт халыҡ ижадын, телен үҫтереүҙә һәм тергеҙеүҙә тос өлөш индерә һәм дә башҡорт сәнғәт музыкаһына һөйөү уята.
2009 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн М.К. Илбәковаға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә.
Сибай ҡалаһынан Әлнисә Алдырханованың Мәмдүҙә Илбәкова хаҡындағы мәҡәләһе менән киләһе көндәрҙә журналыбыҙҙың сайтында таныша алаһығыҙ
Читайте нас: