– Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу һығылмалылыҡ, нескәлек, нәзәкәтлек талап итә. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ кеүек һыҙаттар аша халыҡтың бай күңел донъяһын да күрһәтергә кәрәк. Был бик еңел түгел. Рус халҡы бейеүҙәрендә, киреһенсә, эмоцияларҙы йәшермәй тамашасыға күрһәтәһең. Шаян-шуҡ, күҙҙәре янып торған ҡыҙға әйләнәһең. Грузин халҡы бейеүен башҡарғанда баҫалҡылыҡ менән бер рәттән был халыҡҡа хас ҡайнар темпераментты ла тамашасыға еткерәһең. Халыҡтың характерын тойорға һәм бейеүҙе дөрөҫ башҡарыуҙа музыканың да роле ҙур. Уның аша бейеүсе хәрәкәттәрҙе нисегерәк башҡарырға кәрәк икәнен тойомлай ала.
– Ниндәй бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Халыҡ бейеүҙәрен башҡарырға яратам. Заманса бейеүҙәргә лә битараф түгелмен. Модерн, брейк-данс, хип-хоп кеүек бейеүҙәр ҙә бар репертуарымда. Яңылыҡҡа ынтылам. Кеше бер урында тормай һәр ваҡыт алға атларға, үҫергә тейеш. Бер бейеү тармағын үҙләштерәм дә икенсеһенә тотонам. Шул рәүешле тәжрибә туплана, үҙеңде икенсе яҡтан асаһың.