-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Сентябрь 2020, 21:00

Роберт ЮЛДАШЕВ:

“Ай-һай, аҡһаҡалдар беҙҙең ижадты ҡабул итә алмаҫ ине, моғайын. Олораҡ ағайҙар йыш ҡына:

“Ҡурай бит ул - үҙе ҡурай, ниңә уны башҡа музыка ҡоралдары менән ҡушып уйнайһың? Дөңгөр менән берлектә яңғырағанда ҡурайҙың йәме ҡалмай, моңо юғала”, - тип шелтәләп ташлай. Бындай ҡаты дәғүәгә ни тип яуап бирәһең? “Мин бит замана башҡорто, донъя этник музыкаһына ярашлы уйнайым, ҡурайҙы халыҡ араһында популярлаштырыу өсөн шоу эшләргә кәрәк, эҙләнеү юлындамын, күңелем шуны талап итә”, тиһәм, аңламаҫтар. “Иғтибар итегеҙ әле, дөңгөрҙө тыңлағандан һуң ҡапыл ғына барлыҡҡа килгән тынлыҡта ҡурай моңо тағы ла матурыраҡ сыға бит!” тим. Йәиһә: “Ҡурай дөңгөр тауышына ауаз һымаҡ яңғырай, шуны ишетеп, битарафлыҡ даръяһына сумған башҡорттар уянып китмәҫме, ижадыбыҙ аша сағылдырырға теләгән боронғо дәүерҙең ауазын тоймаҫмы, шул осорҙағы ир-азаматтарҙың көс-ғәйрәте, энергияһы уларға ла күсмәҫме, тиеүем”, - тип яуаплайым”.
Читайте нас: