-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Сентябрь 2020, 17:42

Олоһо ла, кесеһе лә үҙ иткән Рөстәм Ғиззәтуллин

театр бүлеген тамамлап ни өсөн актер карьераһынан баш тартҡан?

“Ысынлап та, Олег Закирович Ханов тарафынан Милли йәштәр театры өсөн махсус йыйылған курста уҡыу бәхете тәтегәйне миңә. Театрға эшкә бармауыма нимә сәбәпсе булды тиһегеҙ инде? Дөрөҫөн генә әйткәндә, күңелем менән мин актер түгел, ә режиссер. Бынан тыш, актерҙың эш графигы оҡшап етмәй ине. Үҙ ваҡытыма үҙем хужа булырға теләү һәм кемгәлер буйһонорға иҫәп тотманым.
Әммә театр бүлегендә алған белемем бөтәнләй кәрәк булманы, тип әйтә алмайым. Сөнки йыш ҡына төрлө сараларҙа конферансье йәки алып барыусы булараҡ сығыш яһарға тура килә. Актер һөнәрен үҙләштереүем, сәхнәлә генә түгел, тормошта ла бик ныҡ ярҙам итә”.
Читайте нас: