+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Сентябрь 2020, 17:00

Йөрәктең иң түренә үтеп инеп, тәндәрҙе земберләтерлек береһенән-береһе моңлораҡ йырҙар ижад итеүсе Рим ХӘСӘНОВ:

2003 йылдың 26 декабрендә ҡатыным менән Башҡортостандан китергә тура килде.

Әммә хәләл ефетем ауырыу әсәһен тәрбиәләргә тип кире әйләнеп ҡайтты. Миңә иһә ул саҡта юл ябыҡ булғандыр. Һәр хәлдә үҙемә шулай тойола ине.
Мәскәүҙә юғарыраҡ орбитаға барып эләктем. Ижад йортонда бик күп билдәле яҙыусылар, шағирҙар, режиссерҙар менән таныштым. Егор Кончаловский ике фильмына музыка яҙырға саҡырҙы. Бала саҡтан уҡ хеҙмәттәшлек иткән “Пионерская правда”ның үҙ хәбәрсеһе лә булдым. Элек, театрҙа эшләгәндә, сәхнә әҫәренең асылына төшөнөп, тамашасыны тоҡандырып ебәрерлек көй ижад итер өсөн уларҙы бик ентекләп уҡыу талап ителә ине. Шуларҙың йоғонтоһонда 20-гә яҡын пьеса ла яҙғайным. Әммә ижад емештәремде яҡындарымдан башҡа бер кемгә лә күрһәтмәнем. Һәм берҙән-бер көндө Ғәзим ағай Шафиҡов өҫтәлемдә ятҡан яҙмаларҙы уҡып сығып, театрҙарға тәҡдим итергә кәрәк, тигәйне. Шул мәлдә үк ҡанатланып ҡуйғайным. Мәскәүҙә саҡта әлеге пьесаларҙы яҙыусыларға күрһәттем. Һәм улар мине драматург, шағир булараҡ яҙыусылар союзына ҡабул итте. Әҙәби псевдонимым – Нил Ремизов.
2010 йылда ғына Өфөгә ҡайттым һәм ҡаты ауырып киттем. Табиптар, өмөтһөҙ осраҡ, ҡотҡара алмаясаҡбыҙ, тип һөйләшкәндәрен үҙем ищетеп яттым. Хәл юҡ, аяҡ-ҡул эшләмәй, тел әйләнмәй, ә ҡолаҡтар барыһын да ишетә, аң ҡабул итә. Минән барыһы ла баш тарта. Шул саҡ әле генә килеп ингән берәүгә тәҡдим итте былар: “Бына пациент бар, әйҙә операция яһарға әҙерлән, бармаҡтарыңа аҙыраҡ тәжрибә булыр. Барыбер бер нәмә лә юғалтмаясаҡһың”. Риза булды теге. Әлеге йәш табип үҙ һөнәренең оҫтаһы, алтын ҡуллы белгес булып сыҡты. Минең өсөн фәрештә ине ул Дмитрий Пушко. Ҡатмарлы оперция үткәргәс, һин дә мин йүнәлдем дә киттем.
Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас: