30-ға яҡын йыр-моң һөйөүсе шөғөлләнә.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда шөғөлләнеүсе ,,АУАЗ" башҡорт фольклор ансамбле Татарстанда, Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған ,,Ҡазан һөлгөһө" тип аталған V Халыҡ-ара фестиваль бәйгеһендә ҡатнашып, 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостандағы иң ҙур фольклор ансамбле булып һаналған был төркөмдә 30-ға яҡын йыр-моң һөйөүсе шөғөлләнә. Оло йәштәгеләрҙең күп булыуы "Ауаз"дарға үҙе бер мәртәбә өҫтәй.
Йәше 80-гә етеп барған ағинәйҙәр үҙ сығышында:
тип, ут сәсрәтеп бейеп китеүҙәре генә лә ни тора!
Фольклор төркөмөнөң художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимероваға, музыкаль етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаевҡа, "Ауаз" төркөмөндә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр артистарға эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.