Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың шиғри шәлкемдәре 25 телгә тәржемә ителгән!
- Шағирә булыу теләге бала саҡтан уҡ яралдымы?
- Башта хәрби кеше булырға теләгем ҙур ине. Мәктәптәге ҡушаматым полковник булды бит. Ә атайымдыҡы генерал ине. Ул һуғыш ветераны булды, хәрбиҙәргә ҙур ихтирам менән ҡараны, армиянан ҡайтҡан ҡустыларының, улдарының формаһын иң ҡәҙерле ҡомартҡы итеп, күҙ ҡараһы итеп һаҡланы. Олатайым да батша заманында драгун полкында хеҙмәт иткән.
Унан оҙаҡ ваҡыт артист булырға хыялландым. Йәйге каникул ваҡытында тиҫтерҙәремде йыйып, тирә-яҡ ауылдар буйлап концерттар ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Тамашаның режиссеры ла, ойоштороусыһы ла, алып барыусыһы ла – үҙем. Бейергә лә яраттым. Матур йырлаған, бейегән, шиғыр һөйләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар менән шығырым тулы залдарҙа сәғәт ярымға – ике сәғәткә һуҙылған утыҙар номер менән сығыш яһайбыҙ. Һигеҙенсене тамамлағас, артабан Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ниәтләнеп тә йөрөнөм. Артист һөнәрен һайламаһам да сәнғәт ғүмерлек мөхәббәтем булып ҡалды.