“Шуҡ булһам да, яҡшы уҡыным, бөтә яҡлап та өлгөлө булдым. Уҡытыусылар һорау бирһә, тәүҙә насар уҡығандарҙан һорай башлай. Дөрөҫ яуап биреүселәр булмаһа, иң аҙаҡтан миңә өндәшә. Башҡалар “ыҡ-мыҡ” иткән ваҡытта мин тиҙ генә яуапты уйлай торам. Уҡытыусыларҙың класташтарыма “Садись!” тип әйтеүен гел генә “Фадись!” тип ишетәм дә, ҡурҡып китә торғайным”, - тип хәтерләй моңо, халыҡсан йырҙары менән күп һанлы тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев.