+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Сентябрь 2020, 12:07

"Ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итер кәрәк"

- Һин үҙең генә белгән Алһыу – кем ул, ниндәй ул?- Эййй, бик боронғо Алһыу бит ул… Пионерҙарын, комсомолдарын да күргән, йәй көнө ауылға килгән негр менән осрашыуҙа булып, уның устарының ап-аҡ булыуына иҫе киткән ҡыҙ ҙа мин; игенселәр алдында барабан-горндар менән сығыш яһаған, сөгөлдөр утарға йөрөгән, уларҙы йыйған һәм бысаҡ менән сөгөлдөр баштарын ҡырҡҡанда, ҡулдарын, бармаҡтарын яңылыштан эләктереп ебәргән, шул сөгөлдөрҙән ҡайтҡанда кәбән баштарында батут урынына һикергән, шул бесән араһында күмелеп йөрөгән Алһыу ҙа ул мин… Әбейҙәрҙе өләсәһенә ҡунаҡҡа саҡырырға йөрөгән бала, уларҙан: “Тышта минең ҡустым да тора” тип, тағы берәр кәнфит һорап алған, әбейҙәрҙең ул кәнфиттәрен ҡайҙа һаҡлағанын да белгән Алһыу ҙа мин булам!.. Беҙҙең ғаилә ҙур булғас, мал да күп булды, 25 һарыҡ, 25 кәзә тоттоҡ, шул һарыҡ-кәзәләрҙең һәр береһен танып, баҫтырып кисен өйгә алып ҡайтып йөрөгән Алһыу ҙа – ул да мин! Сибай педучилищеһында шаянлығым өсөн балалар колонияһына ебәрергә теләп тә, курсташтары порукаға алып, ебәрмәй алып ҡалған Алһыу ҙа – мин!.. Ҡыҙыл дипломға уҡыуҙы бөткән ҡыҙҙарға юллама биреп, ә миңә бирмәгәстәр, Сибай мэрына инеп, “мине артислыҡҡа уҡырға ебәрегеҙ, 19 йәштән һуң унда алмайҙар” тип бик ныҡ инәлеп һорап, үҙемә юллама алған һәм тырышып-тырышып уҡырға инеп, ҡыуанып йөрөгән ваҡытта аварияға осрап, үлем менән айҡашҡан ваҡытта “Эх, үҙ аяҡтарым менән атлай алһам, мин дә ҡыҙыл дипломға уҡыуымды бөтөр инем”, тип һүҙ биргән студентка ла мин! Унан һуң “Ҡарауанһарай” төркөмөн беренсе тапҡыр егеттәр менән бергә төҙөгән, улар менән бергә концерттар ойошторған, шул гастролдәрҙән бер ай эсендә 600 һум аҡса (ул ваҡытта уҡытыусыларҙың айлыҡ эш хаҡы 100 һум тирәһе) эшләп алып ҡайтып, ата-әсәһен шаҡ ҡатырған да ул мин булам!.. Осоп ҡына А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына ҡайтып героиняларҙы уйнаған йәш актриса ла мин... Бөгөнгө көндә яратҡан эшем тип театрыма осоп барған актриса, тамашасыларым өсөн яңынан-яңы йырҙар табырға тырышҡан йырсы ла мин булам инде. Өлкән улын үҫтереп буй еткергән, хәҙер килеп тағы ла бер-бер артлы ике ҡыҙ табып алған әсәй һәм дә бөгөнгө көндә үҙ бәхетен Мөхәмәтйәр исемле ир-уҙаманда табып, уның менән уртаҡ хыялдар менән йәшәп ятҡан ҡатын-ҡыҙ ҙа мин!.. Бер уйлай китһәң, хәҙер инде тәжрибә туплап, тормоштоң 50 йәшлек матур бер башында баҫып торам. Теге яғына ла, был яғына ла күҙ һалам... Уйлап та алдым, йырлап та алдым тыуған көнөмдә, уйландым да, тормошҡа хәҙер инде етди ҡарарға кәрәк, тигән фекергә килдем. Тик минән улай етди кеше булырмы икән?!..

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Алһыу Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Уҡыу йылдарында бер төркөм егеттәр менән бергә «Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө төҙөп, республикабыҙ, Рәсәй буйлап гастролгә сығалар.
1993 йылда А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә инә. Сибай театры сәхнәһендә Әсифә («Һуңғы аҡсарлаҡ», Б.Исҡужин), Сажидә («Ҡазан һөлгөһө» К.Тинчурин, Наза («Ҡоҙаса», Б.Бикбай, З.Исмәғилев), Миңһылыу («Эх, Байтимер дуҫ», Р.Кинйәбаев), Гөлзифа, Мәсекәй («Тылсымлы ҡурай», З.Биишева), Гөлсәриә («Абыстай», Г.Әхмәтҡужина) һәм башҡа ролдәрҙә уйнай.
2000 йылда актрисаны М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов) спектаклендә төп ролде уйнарға саҡыралар, ә ярты йылдан ул М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. Бөгөнгө көн репертуарындағы шаян еңгәй Шәмсиәне («Ҡоҙаса», Б.Бикбай, З.Исмәғилев), йылғыр Сабира ҡарсыҡты («Шәүрәкәй», М.Буранғолов), йә булмаһа балалар өсөн «Mouse story» (Д.Урбан) әкиәтендә Лидины, етди ханым Медэкспертты («Гөлбостан», Ҡ.Даян), башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған «Урал батыр» спектаклендә Рухты башҡарһынмы – һәр роле актриса өсөн ҡәҙерле.
Алһыу Бәхтиева - танылған эстрада йырсыһы ла, «Аманат» башҡорт эстрада музыкаһы, «Ирәндек моңдары–99» конкурстары лауреаты, «Актер йыры–98» конкурсы дипломанты. Бер нисә аудио-һәм видеоальбомы бар. Алһыу башҡарыуында «Һандуғас», «Мәктәп вальсы», «Мөхәббәтем», «Аҡсарлаҡ», «Яңғыҙ ҡатын» йырҙары киң билдәлелек яуланы.
Динара ҠӘЙҮМОВАның актриса менән әңгәмәһен журналдың киләһе һанында уҡырға була
Читайте нас: