+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Сентябрь 2020, 21:00

Бала саҡта уйсан һәм оялсан була...

Эш дәүерендә бихисап сәнғәт әһеле менән әңгәмәләр ҡороп, уларҙың ижадын яҡтыртырға, күңел даръяларын иңләргә насип булды. Тик ниңәлер был талантлы актер хаҡында ошоғаса мәҡәлә яҙғаным юҡ икән.

ХӘКИМ МОРТАЗИН:
«Петр батшаны уйнар инем»
Эш дәүерендә бихисап сәнғәт әһеле менән әңгәмәләр ҡороп, уларҙың ижадын яҡтыртырға, күңел даръяларын иңләргә насип булды. Тик ниңәлер был талантлы актер хаҡында ошоғаса мәҡәлә яҙғаным юҡ икән. Хәйер, ул һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, уны күрмәй ҡалыу, ижадына, шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыумау мөмкин түгел. Ә шулай ҙа быға саҡлы гәзит-журналдарҙа әлеге талант эйәһе хаҡында яҙмалар һирәк күҙгә салынды. Был, моғайын да, уның тыйнаҡлығы, үҙен күрһәтергә ашҡынып бармауы, донъяһын онотоп, башкөлләй эшкә сумыуы, мин- минлектән өҫтөн булыуынандыр. Һүҙем – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ысын мә- ғәнәһендә елле актерыбыҙ Хәким Мортазин тураһында. Елле һүҙен тырнаҡтар эсенә алып тормайым. Сөнки уның еллелеге кәүҙә үҙенсәлектәрендә генә түгел, һөнәри йәһәттән оҫталығында ла, ябай ғына әҙәм заты була белеүендә лә...
Дөрөҫөн генә әйткәндә, һын-торошо менән әкиәттәге бәһлеүәнде хәтерләткән актер алдыңда пәйҙә булғас, ҡапыл ҡаушап ҡуйҙым. Берҙән, уның мөһабәтлеге, буйсанлығы өнһөҙ итте, икенсенән, беҙ башлыса комик ролдәрҙә күреп өйрәнгән актерҙың ҡараштарының ни тиклем тәрәнлеген, уйсанлығын тойоп һүҙһеҙ ҡалдым. Уның артынан эйәреп, өнһөҙ килеш актерҙың гирм бүлмәһенә саҡлы барҙым әле. Геройым да күҙгә тура ҡарарға уңайһыҙланған кеүек. Ахырҙа, тынлыҡты боҙоп: «Ни хәлдәрҙә йәшәп ятаһығыҙ, Хәким абзый?» – тип мөрәжәғәт иттем. Ғәҙәттә, үҙем яҡын күргән ағайҙарға шулай өндәшәм.
‒ Бына бер нисә көн элек кенә еңгәң менән Ҡара диңгеҙҙә ял итеп ҡайттыҡ, туғаным. Йыл һайын ҡабатлана торған хәл был. Үҙебеҙ генә иркенләп донъя күреп йөрөнөк, диңгеҙҙә һыу инеп рәхәтләндек. Мин, ғөмүмән, онотолор, күңелде ял иттерер өсөн тыуған яҡтарҙан ситкәрәк китергә кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Унда һине бер кем дә шылтыратып борсомай. Шуға ла отпуск мәлендә, мотлаҡ ваҡыт табып, диңгеҙгә барып ҡайтыуҙы ғәҙәт иткәнбеҙ. Тыуған ауылым Ейәнсура районы Яңыбай ауылы хаҡында ла онотмайым, әлбиттә, унда ла ҡайтып торам, – тине актер.
«Кеше алдында шиғыр һөйләргә лә ҡыймай торғайным...»
‒ Үҙегеҙҙе ҡайһы мәлдән алып иҫләйһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынам.
‒ Нисә йәштәр самаһы булғандыр инде, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Һәр хәлдә ҡәрсәйемдең итәгенә йәбешеп йөрөгәнемде иҫләйем. Бала саҡта уйсан һәм оялсан булдым. Мәктәптә класташтар алдында шиғыр һөйләргә лә ҡыймай торғайным. Магазинға ебәрһәләр, кеше күп булһа, инмәй, сыҡҡандарын көтөп тора инем. Үҙем яҡын күргән малайҙар менән генә уйнаным. Сит-яттарҙан тартындым. Шуға ла ауылдаштар минең мәктәптән һуң сәнғәт институтына уҡырға инеүемә ышанманы, ‒ тип Хәким ағай бала сағы хаҡында бәйән итте.
Мин иһә ул малайҙы күҙ алдына килтерергә тырыштым. Туғыҙ айлыҡ ҡына сағында атайһыҙ ҡалып, алты балалы ишле ғаиләлә өләсәһе менән әсәһе тәрбиәһендә буй еткергән һарғылт сәсле зәңгәр күҙле кинйәкәй... Төҫ-башҡа ла, үҙ-үҙен тотошо менән дә башҡаларға һис оҡшамаған хыялға бай малай. Дини ғилемгә эйә, үҙенә лә, башҡаларға ла үтә лә талапсан, биш намаҙын ҡалдырмаған Сәруҡамал ҡарсәһе тәрбиәһендә үҫеүе лә йоғонто яһағандыр: баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ ҡына түгел, етдилек тә, сәмселлек тә хас була уға. Үҙенең йөрәге тулы моң ғына. Тик ниңәлер башҡаларға әллә ни асылып бармай. Берәүҙе лә күңеленә яҡын юлатмай. Бар кисерештәрен атаһы үлгәндән һуң килененә ярҙам итергә тип улар янында ҡалып, ғүмеренең ахырынаса шунда йәшәгән өләсәһенә һөйләй. Әйткәндәй, Сәруҡамал инәй им-том эйәһе лә, кендек инәһе лә булған. Ә әсәһе Зилә Ғәлимйән ҡыҙы ғүмере буйы фермала һауынсы булып эшләй. Тормош иптәше йөрәк сиренән йәшләй генә яҡты донъяларҙан китеп барғас, әсәле-ҡыҙлы һымаҡ ҡәйнәһе менән утыҙ алты йыл бергә йәшәй улар. «Әсәй «доставщик» булды инде, беҙҙе кеше араһында кәм-хур итмәйем тип көн-төн эшләне, шуға тәрбиә мәсьәләһе башлыса ҡарсәй иңенә төштө», – тип һөйләй актер. Зилә апай иһә алдынғы һауынсы ғына булмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ете йыл рәттән район кимәлендә депутат итеп тә һайлайҙар үҙен. Хатта бер мәлде Мәскәүгә депутатлыҡҡа ла кандидатураһын тәҡдим итәләр. Тик күп балалы әсә был йөкләмәнән баш тарта. Бала сағы Төркмәнстанда үтеп, ун биш йәштәр самаһында ғына Башҡортостанға күсеп ҡайтып, сәмләнеп башҡорт һәм рус телдәрен өйрәнгәнгәлерме, ул ауылдаштары араһында отҡорлоғо менән айырылып тора. Русса документтар тултырырға, берәй мөһим хат яҙырға кәрәк булһа ла уға мөрәжәғәт итәләр. Әйткәндәй, ул бөгөн дә тормоштан тәм табып йәшәй, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең күңел йылыһын тойоп ғүмер кисерә.
Актерҙың атаһы Фәрит Хәсән улы ла заманына күрә алдынғы ҡарашлы кеше була. Байтаҡ йылдар колхозда бригадир вазифаһын башҡара ул. Әммә йөрәк сиренә тарығас, уны, еңелерәк эш тип, клуб мөдире итеп ҡуялар. Унда халыҡ театры менән етәкселек итә, спектаклдәр сәхнәләштерә, үҙе лә бик оҫта итеп уйнай. Бынан тыш ун алты парҙан торған бейеү ансамбле ойоштора. Уларға махсус костюмдар тектерә. Уның эшмәкәрлеген районда бөгөн дә онотмайҙар. Исемен һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә алалар. Шуға ла актерлыҡ оҫталығы, сәнғәткә иғтибар тойғоһо Хәкимгә, моғайын, атаһынан бирелгәндер тигән һығымта яһарға мөмкин. Йәнә шуныһы бар, баҡтиһәң, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатованың да уларға әсәһе яғынан сыбыҡ осо булһа ла туғанлығы бар икән. Был хаҡта Хәким талантлы актрисаның үлеменән һуң ғына белеп ҡала.
Актерлыҡҡа махсус уҡытыуҙары хаҡында белмәй ҙә
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Хәким мәктәптә уҡыған йылдарында театр сәнғәте, актер карьераһы хаҡында уйламай ҙа. Ул саҡта хатта актерлыҡҡа махсус уҡытыуҙары хаҡында белмәй ҙә әле. Эйе, мәктәптә көслө генә театр түңәрәге эшләгән була. Ойоштороусылар бик ныҡ өгөтләһә лә, Хәким унда йөрөргә баҙнат итмәй. Тарихсы йә уҡытыусы булырмын тип ниәтләй ул. Әммә сығарылыш кисәһендә класс етәкселәре Ғизетдин Әхмәтғәли улы улар янына гәзит тотоп инә лә район үҙәге Иҫәнғолға Өфө сәнғәт институтынан театр факультетына актерҙар һайлап алыу өсөн комиссия ағзалары килеүен хәбәр итә. Уҡыусыһының һәләтен тойомлағандыр инде, күрәһең: «Хәким, һин мотлаҡ барып күрен әле уларға», ‒ тип кәңәш бирә.
Хәким өсөн был көтөлмәгән хәл була. Нимә эшләргә? Комиссия ағзаларына барып күренергәме, юҡмы? Әсәһе лә аныҡ ҡына яуап бирмәй: «Һиңә һөнәр кәрәк, балам, үҙең хәл ит», ‒ тип уны үҙ иркенә ҡуя. Бара Хәким район үҙәгенә. Баҡтиһәң, комиссия рәйесе булып Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова үҙе килгән икән. Салауат театры өсөн махсус төркөм тупларға иҫәп тотҡан улар. Хәким ике класташы менән бергә килә. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы иһә уға шунда уҡ иғтибар итә. Һуңынан янына саҡырып алып: «Имтихан тапшырырға мотлаҡ кил, Хәким. Кәрәк булһа, үҙем ярҙам итермен. Башҡалар килмәһә, әллә ни үкенесле булмаҫ, ә бына һине көтөп ҡалам», – тип егеттә ҡыҙыҡһыныу, ышаныс уята. Шулай итеп Хәким сәнғәт институты студенты булып китә. Әммә тәүге мәлдәрҙә әлеге шул ҡоршауҙарҙан ҡотола, асылып китә алмай яфалана. Шулай ҙа Гөлли Арыҫлан ҡыҙы уға, күңелен ҡыйып, ҡанатын һындырып ҡуймайым типтер инде, кеше алдында иҫкәрмә яһамай, яңғыҙ ҡалғанда ғына кәңәштәрен бирә.
Ә ауылда иһә, ысынлап та, Хәкимдең театр факультеты студенты булыуына ышанмағандар икән. Хатта ул оялсанлығы менән нисек унда уҡырға алһындар ти инде уны! Моғайын, уҡымай ҙа, ҡайтып беҙҙең күҙгә күренергә ҡыйыулығы етмәй ҙә йөрөйҙөр әле шунда, тип һүҙ таратҡандар икән. Был хәбәр уның әсәһенә лә барып еткәс, Зилә апай улы өсөн хафаланып, Өфөгә юллана. Ә Хәким һәүетемсә генә уҡып йөрөй икән. Әсәһе Гөлли Арыҫлан ҡыҙына ла инеп: «Дөрөҫөн әйтегеҙ, кеше сығырлыҡмы, юҡмы был малайҙан? Булмай икән, хәҙер үк алып ҡайтып китәм үҙен», ‒ тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйған. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы иһә: «Бер кем дә әҙер артист булып тыумай, Зилә ханым. Әммә Хәкимдә актерлыҡ һәләте бар. Ул әлегә асылып бөтмәгән. Бына күрерһегеҙ, улығыҙ бынамын тигән сәхнә әһеле буласаҡ. Мин уны ҡайтармайым», – тип әсә кешене тынысландырып, оҙатып ҡалған. Ысынлап та, Хәким икенсе курста уҡығанда һиҙелерлек үҙгәрештәр тоя. Үҙенә ышанысы арта. Нимәгә тотонһа ла булдыра алыуын аңлай. Һәм бынан егерме биш йыл элек ул Салауат театрында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Унда ике йыл эшләгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырыу ала. Шулай итеп Хәким остаздары – Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәтулла Үтәшев, Рәфил Нәбиуллин, Нурия Ирсаевалар менән бер театрҙа хеҙмәт итә, бер сәхнәлә уйнай башлай. Был, берҙән, ҙур яуаплылыҡ булһа, икенсенән, күңеленә йыуаныс өҫтәй. Студент йылдарында уҡ академтеатрҙың бер спектаклен ҡалдырмай ҡарап, һәр актерҙың ижадын күҙәтеп бара ул. Шуға бында эшләгәндәрҙең барыһы ла таныш була. Коллегалары менән уртаҡ тел табыуы ауырға тура килмәй. Мәрхүм дуҫтары Илфат Йомағолов һәм Хәмит Шәмсетдиновтар хаҡында ла Хәким Мортазин ҙур йыллыҡ һәм ихтирам менән телгә ала.
Ә ролдәргә килгәндә, Хәким Мортазинда уларға ҡарата айырым, фәлсәфәүи мөнәсәбәт. Уның өсөн, ысынлап та, образдың ҙуры-бәләкәйе юҡ. Талантың бар икән, тамашасы күңелен хатта өнһөҙ генә ролең менән дә яуларға мөмкин тип иҫәпләй ул. Шуға ла ниндәй характерҙағы роль булыуына ҡарамаҫтан: комик образмы ул, әллә фәлсәфәүи пландағы ролме, йәки әкиәт геройымы, күмәк сәхнәлә генә ҡатнашамы – һәр эше лә берҙәй ҡәҙерле икән уға. «Хеҙмәт дәүерендә үҙегеҙгә һалынған потенциалдың нисә процентын файҙаландым тип уйлайһығыҙ? Һәләтегеҙ тулыһынса асылып бөттөмө икән?» – тигән һорауыма: «Бер ун- ун биш процент потенциалымды ғына файҙалана алғанмындыр әле», – тип яуапланы ул. «Шулай ҙа ниндәй ролдә һеҙгә һалынған һәләт нығыраҡ асыла алыр ине икән?» – тип ҡыҙыҡһынам. Ул иһә: «Ғөмүмән, тарихи шәхестәргә ҡарата иғтибарым да, ихтирамым да ҙур. Беләһегеҙме, мин Петр батшаны уйнар инем», – тип шаҡ ҡатырҙы.
«Балаларҙы етем ҡалдыраһың килһә, ят та үл...»
Бер кемгә лә сер түгел, ғаиләһендә тыныслыҡ, һиллек, аңлау юҡ икән, ижад кешеһе өсөн был оло ғазапҡа әүерелеүе ихтимал. Хәким Мортазин был йәһәттән дә ифрат бәхетле икән дә. Һөйөклө ҡатыны Айгөл Феликс ҡыҙы Әбдрәшитова менән улар бынан сирек быуаттан ашыу ваҡыт элек эш барышында таныша. Буласаҡ ҡатыны ул саҡта «Тамыр» студияһында режиссер ярҙамсыһы булып эшләгән һәм актерҙы төрлө тапшырыуҙарға яҙылырға саҡырған. Башта йәштәр, ысынлап та, бер-береһенә әллә ни иғтибар итмәй. Ете йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң ғына улар араһында мөхәббәт осҡоно ҡабына. Бына шулай, Хәкимдең берҙән-бере янында ғына йөрөгән булып сыға.
Өйләнеү – етди аҙым. Үҙе лә ижади ғаиләлә үҫеп, ижади мөхитте тоя, аңлай белгән Айгөл Хәкимдең йән һөйгәненә генә түгел, кәрәк саҡта кәңәштәре менән йыуатыусы, күңеленә дәрт, илһам өҫтәүсе затҡа ла әүерелә. Хәким дә телевидениела режиссер булып эшләгән ҡатынының тынғыһыҙ хеҙмәтен аңлап ҡабул итә. Уларҙың ғаиләһендә өс бала үҫә – Динислам, Ихсан, Аҡйондоҙ. Өлкән улдарына – 28, уртансыларына – 18, кинйәкәйҙәренә 15 йәш. Ҡыҙҙары Аҡйондоҙҙоң да атаһы һымаҡ актер һөнәрен һайларға теләге бар. Өс йәшенән үк «Сәңгелдәк» тапшырыуын алып бара. Уға Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә атаһы менән бергә «Зөләйха күҙҙәрен аса» драмаһында уйнау бәхете лә йылмайған. Шулай итеп балалары ата-әсәһен уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора. Ә Хәким менән Айгөл бөгөн дә егет менән ҡыҙ кеүек етәкләшеп кенә йөрөй. Ҡатыны – телевидениенан, Хәким театрҙан эштән сыға ла бер- береһенә ҡаршы барып, артабан икәүләшеп өйҙәренә саҡлы йәйәүләп ҡайталар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй икән уларҙың.
Әммә тормош гел шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормай. Уларҙың ғаиләһенә ҙур һынауҙар үтергә лә тура килә. 2008 йылда Хәким Мортазин яман сир менән ауырып китә. Уҙа барһа ярты йыл ғүмере ҡалғандыр, ти табиптар.
‒ Мине үлемдән ҡатыным ғына йолоп алып ҡалды, – ти актер ул мәлдәрҙе иҫкә алып. – Инде тамам өмөтһөҙлөккә бирелгәс, бер көндө балаларҙы эйәртеп дауаханаға килде лә: «Хәким, балаларҙың күҙҙәренә ҡара әле, уларҙы етем ҡалдыраһың килһә, ят та үл», ‒ тине лә уларҙы минең янда ҡалдырып, палатанан сығып китте. Бер ваҡытта ла мине йәлләп, янымда илап ултырманы, ауырыуым хаҡында һүҙ сурытманы. Киреһенсә, мине һау-сәләмәт тип ҡабул итте. Эштән ҡайтышлай дауаханаға килгәнендә, юлда уҡ: «Хәким, тиҙҙән килеп етәм. Палатаға күтәрелмәйем, үҙең төш», – тип саҡыра торғайны. Мине хәлһеҙләнеп, хәрәкәтһеҙ ятмаһын тип шулай итә ине. Ана шул ҡатынымдың ышанысы миңә мейемә сир хаҡында уйҙы индереп оялатырға ирек бирмәне. Шул осорҙа хатта клиник үлем дә кисерҙем. Нимә күрҙемме? Ниндәйҙер бер сепрәк һымаҡ нәмәгә әүерелеп, һыу төбөнә төшөп киттем. Өс тәүлектән һуң аңыма килгәндә таң һыҙылып атҡан саҡ ине. Ошо хәлдән һуң тормошто, яҡындарымды нисек бар шулай ҡабул итеп, һәр минутымдың ҡәҙерен белеп артабан йәшәргә тейешлегемде төшөндөм. Тимәк, минең башҡараһы эштәрем бөтмәгән әле...
Был һынауҙан һуң тормошҡа ҡарашы ла үҙгәрә төшә актерҙың. Ығы-зығыға әллә ни иғтибар итмәй, бер нәмәне лә күңеленә артыҡ яҡын алмай башлай. Киреһенсә, күберәк яңғыҙ ҡалып уйланырға әүәҫләнә. Яҡындарын тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә, эшенән ләззәт алырға өйрәнә. Бер генә килгән ғүмерҙе булдыра алған тиклем матур, мәғәнәле итеп үткәрергә кәрәклегенә тағы ла бер тапҡыр инана ул. «Ғөмүмән, ошо хәлдән һуң сәхнәләге генә түгел, тормоштағы ролем хаҡында ла йышыраҡ уйлана башланым. Мин был ергә кешеләргә шатлыҡ өләшер өсөн килгәнмен. Шуғалыр ҙа кемдеңдер күңеле төшөп, ҡайғыға бирелеүен күрһәм, берәй мәрәкә һүҙ әйтеп булһа ла кәйефен күтәрергә тырышам. Тормош шундай матур бит ул. Бары күрә белергә генә кәрәк!» ‒ ти ул.
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: