+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Сентябрь 2020, 23:00

АТАҺЫНАН АРТТЫРЫР УЛ

Ун йәшендә ике пьеса ижад итә

Айҙар Хәмзин – халыҡ артисы Ғәли Хәмзиндың улы. Йондоҙ булып таныла башлағанда ғына ул ҙур ҡала – Мәскәүгә юллана.
Талантлы композитор Айҙар Хәмзин Мәскәү йондоҙҙары өсөн генә түгел, алыҫ араларға ҡарамаҫтан Башҡортостан өсөн дә ижад итеүен дауам итә.
Ул дүрт йәшендә генә сәхнәгә сығып тамашасының һөйөүен яулай. “Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанымды яҡшы хәтерләйем. Миңә ул ваҡытта дүрт кенә йәш ине. Сәхнәгә сыҡҡас та, иң тәүҙә халыҡ менән шығырым тулы зал, яҡты прожекторҙар күзгә ташланды. “Хәтирә”не башҡарыуымды халыҡ бик яратып ҡабул итте”, - тип хәтерләй Айҙар.
Ете йәшендә Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыкаль лицей-мәктәптә белем ала. Бер-ике йылдан һуң фортепиано өсөн ике пьеса ижад итә: “Сәғәт” һәм “Хәүефле кәйеф”. Атаһынан арттырыр ул)
Читайте нас: