+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Сентябрь 2020, 21:00

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, рәссам Вера ФРОЛОВА:

Минең, рус милләтенән булһам да, ижадымда башҡорт милләтен, башҡорт тарихын сағылдырыуыма ғәжәпләнәләр.

РӘССАМ ӨСӨН МИЛЛӘТ
АЙЫРМАҺЫ ЮҠ УЛ
Ышанаһығыҙмы-юҡмы, бер мәлде көнбағыштар ғына төшөрҙөм. Төрлөсә төшөрҙөм... Ниндәйҙер биҙәк рәүешендә лә, кеше сүрәтендә лә һынландырҙым. Әҙәм ғүмеренең төрлө миҙгелдәрен: бала сағын да, үҫмер осорон да, йәшлеген, олпат мәлен, ҡартлығын да күрһәттем әлеге шул көнбағыш сәскәһе ярҙамында. Һуңынан православие дине темаһы ижадымда ярайһы ҙур сағылыш тапты. Артабан милли темаға тотоноп киттем. Һуғыш темаһына ла әленән-әле мөрәжәғәт итеп торам. Рәссамға ижадында ни өсөн теге йәки был мәсьәләгә мөрәжәғәт итеүен әйтеп аңлатыу мөмкин түгелдер. Барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла. Бына шуларҙы төшөрөргә тейешмен, бурыслымын тип план үтәү менән шөғөлләнмәй бит ижад кешеһе. Йөрәге нимә ҡуша, шуны яҙа. Йыш ҡына, ни өсөн ижадыңда башҡорт мотивтары ярайһы ҙур урынды алып тора, һиңә был тема нимәһе менән яҡын, тип һорайҙар. Минең, рус милләтенән булһам да, ижадымда башҡорт милләтен, башҡорт тарихын сағылдырыуыма ғәжәпләнәләр. Ә мин шуны әйтер инем: рәссам өсөн милләт айырмаһы юҡ ул. Иң мөһиме, тема уның күңеленә яҡын булһын. Эйе, миңә милли костюмдарҙың калориты оҡшай. Уларҙы төшөргәндә, бигерәк тә боронғолоҡ менән бәйлеләренә ҡағылғанда, ысын мәғәнәһендә күңел байрамы кисерәм...
Читайте нас: