+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Сентябрь 2020, 12:08

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ СӘНҒӘТЕ

Ирҙәр өсөн элмә сигеүле күлдәк - кәләш бүләге...

Башҡорт сәнғәтендә тамбурлы сигеү – туҡымаларҙы декоратив эшкәртеү буйынса боронғо алым. Был сигеүҙең иң киң таралған төрө. Башҡорт тамбурына традицион элементтар ҡатыш сәскәле-үҫемлекле орнамент хас, сигеүҙәрҙә сәскә, емеш суҡтары, үҫемлек һабаҡтарының сағылышы күренә. XIX быуат уртаһына тиклем сигеү өсөн төп материал булып йорт шарттарында етештерелгән туҡыма хеҙмәт итһә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан – кизе-мамыҡ һәм ебәк туҡымалар була. Энә һәм ырғаҡ ярҙамында, киргегә ҡуйып та тегәләр.
Тамбурлы сигеү өлгөһө сәнғәте төньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа һаҡланған.
Бөгөн бындай сигеү өлгөләрен Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондарында, Пермь өлкәһенең Барҙы районында, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районында, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Нижнесергинск райондарында табырға була.
Читайте нас: