+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Сентябрь 2020, 15:03

НИНДӘЙ ЙЫР МЕНӘН ИЛШАТ СИБӘҒӘТУЛЛИН МӘСКӘҮҘӘ, ҠАҘАҒСТАНДА ГРАН-ПРИ ЯУЛАЙ?

Моңло йырсыны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә сығыш яһарға йыш саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Латвия, Эстония, Төркиә һәм башҡа ил тамашасылары уның бәрхәт тауышына хайран ҡала.

Илшат Сибәғәтуллин 1978 йылда Илеш районының Үрге Маншыр ауылында тыуған. Йыр-моң һөйгән ғаиләлә үҫә ул. Атаһы өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәһе Сафия апай моңло тауышлы йырсы булараҡ ауылдаштарын әсир итә. Шуға ла малай бәләкәй саҡтан уҡ ауыл сәхнәләрендә сығыш яһап, бар халыҡты һоҡландыра. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, махсус белем алырға кәрәклеген уйынан сығармай, Өфө сәнғәт академияһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Республикала көндән-көн таныла барған егетте баш ҡалала филармонияға эшкә ҡалырға өгөтләүселәр ҙә, Ҡазанға саҡырып ҡоҙалаусылар ҙа була, әммә ул был тәҡдимдәрҙән баш тарта. “Саҡмағош” нефть һәм газ сығарыу идаралығында оператор булып эшләгән Илшат Әнәс улы әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та ҙур эш алып бара: ул – Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Республиканың 100 йыллығына бағышлап “Быуаттар ауазы – шиғри юлдарҙа” тип аталған шиғри конкурс ойоштороп, районда башҡорт шиғриәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныусыларҙы арттырҙы. Илшат шулай уҡ республикала ғына түгел, илдең төрлө төбәктәрендә үткәрелгән бәйгеләрҙә халҡыбыҙҙың мәшһүр йырҙарын бүтән милләттәр күңеленә еткереү өлкәһендә лә әүҙемлек күрһәтә. “Һандуғас”, “Азамат”, “Уйыл”, “Таштуғай”, “Томан”, “Ильяс”, “Салауат” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын илһамланып башҡара. Моңло йырсыны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә сығыш яһарға йыш саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Латвия, Эстония, Төркиә һәм башҡа ил тамашасылары уның бәрхәт тауышына хайран ҡала. Аллаға шөкөр, беҙҙә таланттарҙы баһалай беләләр: 2004 йылда Илшатҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. Мәскәүҙә “Роснефть” ойошторған сәнғәт әһелдәре конкурсында башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты башҡарып, Гран-при яуланы. Унан һуң Ҡаҙағстанда халыҡ-ара фестивалдә лә тап ошо йыр менән беренсе урынға лайыҡ була. Илшат был көндә үҙен киң яҡлы йырсы итеп күрһәтте. Башҡорт халыҡ йырҙары менән бергә хәҙерге композиторҙарҙың эстрада әҫәрҙәрен дә бик аһәңле итеп башҡарыуын тамашасылар йылы ҡабул итте. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, шағирә Гөлфиә Юнысова һәм башҡа авторҙарҙың шиғырҙарына үҙе ижад иткән йырҙар ҙа тамашасылар күңелендә урын алды. Венер ИСХАҠОВ
Читайте нас: