Һайлап алыу туры республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә ойоштороласаҡ. Конкурста 16 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша. Һайлап алыу турын уңышлы үткән ҡатнашыусыларға гала-концертта сығыш яһау хоҡуғы бирелә.
Фестиваль-марафонға 18 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Art-квадрат майҙанында башҡорт эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт-дискотека старт бирә.
26 сентябрҙән «Йәшлек шоу - 2020» фестиваленең һайлап алыу туры башлана һәм һәр тур аҙағында open-air концерт ойошторола, кастингтың иң яҡшы ҡатнашыусылары башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бер рәттән сығыш яһаясаҡ.
Район һәм өлкәләрҙә һайлап алыу турын уңышлы үтеүселәр 17-18 ноябрҙә Өфө ҡалаһында осраша һәм гала-концертҡа сығыу өсөн һынау тота.
20 ноябрҙә Башҡортостан Дәүләт концерт залында «Йәшлек шоу-2020» фестиваленең гала-концерты үтә. Жюри һайлап алыу турын уңышлы үткән йәш таланттар араһынан фестиваль еңеүсеһен билдәләйәсәк. Төп приз – еңеүсенең йыры Элвин Грей лэйблы ярҙамы менән продюсерлана.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы