+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Сентябрь 2020, 17:00

НӘРКӘС СИРАЖЕТДИНОВАНЫҢ

серле төшө

Мин йыр-моңға ғашиҡмын. Ғөмүмән, бала саҡтан йырланым, бейенем, музыка мәктәбенә лә йөрөнөм. Бәләкәй саҡта күптәр йыр-бейеү менән мауыға, шуға яҡындарым минең был шөғөлөмдө ваҡытлыса ғына тип ҡараны. Бер тапҡыр ауыл халҡы алдында сығыш яһағас, барыһы ла хайран ҡалғайны!
Мәктәптә юғары синыфта уҡығанда бер ваҡыт төш күрҙем: “Ант” төркөмөнөң ағзалары Алмас ағай, Рәмил менән һөйләшеп ултырам икән. Аҙаҡ әңгәмә аҙағында Рәмил миңә:
- Һин, ҡыҙыҡай, яйлап йөрөмә, тиҙерәк бул! Беҙ һине көтәбеҙ! – ти икән. Мин уянып киттем дә, был ниндәйҙер билдә, Рәмил бушҡа ғына улай әйтмәне бит, тип уйланым.
Атайым мин бәләкәй саҡта уҡ был донъянан китеп барҙы инде. Йырсы булам тигәнемә әсәй әҙерәк ҡаршы ине. Бер ваҡыт күрше ауылға “Дәрүишхан” төркөмө концерт менән килгәйне. Сара тышта һәм төнө буйына үткәреүгә иҫәпләнгән. Мин дә, әлбиттә, ситтә ҡалманым, концертты аҙағына тиклем ҡараным. Ҡайтҡас, әсәйемдән ныҡ әрләндем. Асыуынан “Сығып кит “Дәрүиш”тәреңә!” тип әйткәйне. Шуныһы ҡыҙыҡ: минең тәүге гастролем шул төркөм менән бергә булды!
Читайте нас: