Аллаһ Тәғәлә мине Үҙе шул юлдан алып бара, йөрөтә һәм һәр ваҡыт минең өсөн төрлө яҡтан да тик яҡшыһын ғына бирә! Һәр бер кешенең был донъяла үҙ юлы, үҙ миссияһы бар. Минең дә йөрәгем түрендә үҙемдең халҡыма әйтер бик мөһим һүҙҙәрем бар. Үҙемдең ижадым, йырҙарым аша халҡыбыҙға аңлайышлы итеп уларҙы еткерергә тырышырмын, Аллаһ бирһә!
Аллаға шөкөр, республикабыҙҙың ҡалаларында, райондарында төрлө концерттар менән сығыш яһарға тура килә. Улар кәйеф-сафа ҡороуға, күңел асыуға нигеҙләнгән сара түгел! Концерттарыбыҙҙың маҡсаты изге, ә әһәмиәте бигерәк тә ныҡ ҙур: үҙебеҙҙең мәғәнәле йырҙарыбыҙ, һүҙҙәребеҙ аша халыҡты рухландырыу, дәртләндереү, уларҙы илһамландырыу! Аллаға шөкөр, сығыштарыбыҙҙың һөҙөмтәләрен күрәбеҙ, күпселек концерттарыбыҙға йәштәр айыҡ килә башланы! Спиртлы эсемлектәрҙән үҙ теләктәре менән баш тартып, айыҡ, мәғәнәле, матур тормош башлап, йөҙҙәренән нур балҡып торған йәштәребеҙ эргәбеҙгә килеп, рәхмәт әйтәләр!
- Бәхет-шатлыҡ менән тулы яҡшы тормош башлап ебәреүгә этәргес булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип өндәшәләр!
Һәр бер кешенең үҙ юлы, пландары, хыялы булырға тейеш. Бынһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Кешенең үҙ йүнәлеше, үҙ хыялы булмаһа, ул океан уртаһында ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән кәмә шикелле бит! Ә минең хыялдарым бик бөйөк, маҡсаттарым бик ҙур һәм Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән, уларҙың тормошҡа ашыуына, маҡсаттарыма ирешеүемә мин бер ҙә шикләнмәйем.
Дуҫтар, Аллаһ Тәғәлә беҙгә шундай ҙур бүләк – ғүмер биргән! Ул бүләктең ҡәҙерен белеп, төрлө яҡтан да матурайтып, бәхетле һәм дөрөҫ итеп йәшәү өсөн Ислам динен биргән! Шуға күрә иманлы булайыҡ! Тырышып эшләйек, үҫешәйек, ә ҡалғанын Аллаһ Тәғәлә бирер!