-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Сентябрь 2020, 17:00

“Ҡош юлы” хәрәкәте етәксеһе Тимур ЙОСОПОВ:

Билдәлелек артынан ғына ҡыуып йәшәгән кешеләрҙең азатлығы, һис шикһеҙ, сикләнә, сөнки улар

– Тимур, рок-музыка нимәһе менән ылыҡтырҙы һине?
– Гитара рифтары, тере тауыш һәм бунтарлыҡ хисе менән.
– Ижадта иң мөһиме нимә?
– Үҙ-үҙең булып ҡала белеү, барыһын да ысын күңелдән һәм күңел өсөн башҡарыу. Үҙеңә оҡшаған музыка ғына тере(!) була. Юғиһә ижадыңдың мәғәнәһе юҡ.
– Илһам – ул...?
– ...тормоштоң үҙе. Һин ҡәҙимгесә йәшәйһең, аралашаһың, уҡыйһың, нимәлер өйрәнәһең һәм бер мәл
көтмәгәндә... музыка тыуа.
– Һинеңсә, бөгөнгө көндә рокты ниндәй йәштәр тыңлай?
– Бөйөк Британ белгестәре бик ҡыҙыҡлы күҙәтеү яһаған. Улар кешенең ниндәй музыка тыңларға яратыуы менән интеллект кимәле араһындағы бәйләнеште асыҡлаған. Баҡтиһәң, ауыр музыканы (рок, металл һ.б.) үҙ итеүселәрҙең аң кимәле иң юғары булып сыҡҡан. Шуға ла мин рокты, шул иҫәптән беҙҙең ижадты ла,
йәштәребеҙҙең иң-иңдәре һайлай тигән ышаныстамын.
– Башҡорт рок музыкаһының киләсәге бармы?
– Башҡорт халҡы бөтмәһә – башҡорт рок музыкаһының да киләсәге буласаҡ.
– Остаздарың...
– “Дәрүишхан” төркөмөнөң гитарасыһы Альберт Ғәббәсов, “Alter Bridge” төркөмө вокалисы Майлз Кеннеди һәм “Ария”ның вокалисы Валерий Кипелов.
– Эште планлаштырыу ҡыҙығыраҡмы, әллә тормошҡа ашырыумы?
– Планлаштырыу – беренсел һәм бик мөһим этап. Ә теркәлгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуы күпкә
ауырыраҡ, шуныһы менән дә ул мауыҡтырғыс.
– Кем менән сығыш яһарға теләр инең?
– Бер сәхнәгә “U2”, “Rolling Stones”, “Red Hot Chili Peppers” һәм “Би-2” рок йондоҙҙары менән сәхнәгә сығыр инем.
– Кешенең дан хаҡында хыялланыуы яҡшымы, насармы?
– Әгәр эш танылыу тураһындағы уйҙар менән генә башлана икән, уның уңышлы булыуы икеле. Тәү сиратта, һинең бар күңелең, бар булмышың менән янып эшләгән шөғөлөң булырға тейеш. Ә дан... ул эйәрсән күренеш.
– Һинеңсә, кешенең даны артҡан һайын уның азатлығы сикләнәме?
– Эйе, билдәлелек артынан ғына ҡыуып йәшәгән кешеләрҙең азатлығы, һис шикһеҙ, сикләнә, сөнки улар шөһрәт ҡолона әйләнә. Ундайҙарға данын ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн аҡыл етмәҫлек ҡылыҡтар эшләү ҙә, намыҫтары аша атлап сығыу ҙа бер ни тормай.
– Музыка ҡоралыңа 5 һүҙ менән ҡылыҡ һырлама бир әле.
– Вокал, скрипка, электрогитара, бас-гитара, барабан.
– Әгәр бер мәл йырлауҙы, музыка ҡоралдарында уйнауҙы тыйһалар, нимә эшләр инең?
– Фильмдар төшөрөр инем.
– Кешелә ниндәй сифаттарҙы хөрмәт итәһең?
– Намыҫлылыҡ, эскерһеҙлек һәм ғәҙеллек.
– Башҡортто нимә биҙәй?
– Башҡорт телен белеү.
– Һине нимә тиҙ генә сығырыңдан сығара ала?
– Һуҡма секцияның ритмға уйнамауы☺.
– Көндөҙ шәм яҡтыртып нимә эҙләр инегеҙ?
– Мөхәббәтте☺.
– Нимәнән ҡурҡаһың?
– Һуғыштан. Мин тыныслыҡ яҡлы!
– Көн фразаһы:
– Бөгөн – кисәге уй һәм эштәреңдең, ә иртәгә – бөгөнгө уй-ғәмәлдәреңдең һөҙөмтәһе. Киләсәгең “бөгөнгө һин” ҡулында.
Филүзә ӘХМӘТОВА.
Читайте нас: