+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2020, 17:50

Моңо оҙон, ғүмере ҡыҫҡа булды...

Уның репертуары бик үҙенсәлекле була. Ул бер ҡайҙа ла яңғырамаған, онотолоу кимәленә еткән башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе һәм шаян таҡмаҡтарҙы халыҡ араһынан эҙләп алып башҡара.

СУЛПАН ӘСХӘТ ҡыҙы КЕЙЕКБИРҘИНА 1976 йылдың 12 июлендә Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуған.Үҙенсәлекле тауыш эйәһе Сулпан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған осорҙа уҡ республика вокалистары конкурстарында призлы урындар яулай. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһында уға Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флюрә Килдейәрова ҡул аҫтында белем алыу бәхете тейә. Академияны тамамлағас, «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөндә эшләй башлай. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен һәм шаян йырҙарын, башҡорт композиторҙарының романстарын һәм арияларын башҡарған Сулпан үҙенсәлекле коллективтың репертуарына яңы һулыш бирә, ижади багажын һирәк яңғыраған фольклор өлгөләре менән байыта. Солистка Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойошторған хәйриә концерттарында йыш сығыш яһай, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Республика сәнғәт оҫталары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында ҡатнаша. 2015 йылдан Сулпан Кейекбирҙина “Сармат” эстрада төркөмөндә эшләй башлай (етәксеһе БР-ның халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов), республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Коллектив менән Пермь ҡалаһында һәм Әбйәлил районында ойошторолған һабантуйҙарҙа ҡатнаша. 2015 йылда «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында «Р. И. Продакшн» студияһы төшөргән «Бибигөл менән Сәйфелмөлөк» тип аталған тарихи-музыкаль фильмы төшөрөлә (Сулпандың идеяһы). Өс башҡорт халыҡ йырҙарына нигеҙләнеп төшөрөлгән фильмда «Ғәрипҡол», «Сәйфелмөлөк», «Һөйгән йәр» тигән халыҡ йырҙарын Сулпан башҡара. Фильм реаль ваҡиғаларҙы һүрәтләй, ХIХ быуат аҙағындағы — XX быуат башындағы ябай халыҡтың тормошон сағылдыра. Фильм II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофильмдар фестиваленә һайлап алынған эштәр исемлегенә инде. Уның сценарийын режиссер Айсыуаҡ Йомағолов менән видеооператор Рияз Исхаҡов «Сөйфелмөлөк» йырының ҡыҙғаныс сюжетына нигеҙләп ҡорған. Төп ролдәрҙә уйнаған Сулпан Кейекбирҙина, Эльмир Хәйретдинов, Нәркәс Байбулдина менән бер рәттән Сулпандың Тимерхан һәм Тамьян исемле улдары ла фильмда төшә. Йырсы үҙе тере саҡта фильмдың презентацияһын күреп өлгөрмәне... Талант үлмәй... Ул мәңгелек!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: