+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2020, 12:50

“ИҪӘН САҒЫМДА КИЛЕГЕҘ”

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары... Имсәк балалы йәш актриса театры менән бер нисә ай инде Башҡортостан ауылдары буйлап гастролдә йөрөй. Шарттар, әлбиттә, юҡ: аслы-туҡлы йәшәйҙәр, теләһә ҡайҙа сығыш яһайҙар, клубтар йылытылмай, театр костюмдары һәм декорациялар тейәлгән арбаларҙы үҙҙәре егелеп тарта. Тап шулай, сөнки аттар фронтҡа кәрәк, ә үгеҙ бөткөһөҙ күсенеүҙәр арҡаһында астан үлә, ир-аттар дошманға ҡаршы көрәшә. Шуға күрә үҙҙәренә ир-егеттәр ролен дә башҡарырға тура килә.Һыуыҡ тейҙергән сабый үлә. Актриса иртән балаһын ерләй, ә кисен... сәхнәгә сығып, шаталаҡ ҡатын ролен уйнай.

Беҙ, ғәҙәттә, актерҙар тураһында барыһын да беләбеҙ төҫлө, ләкин, ҡағиҙә булараҡ, уларҙы сәхнәлә генә күрәбеҙ. Ә яҙмыштары, күңел кисерештәре?..
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары... Имсәк балалы йәш актриса театры менән бер нисә ай инде Башҡортостан ауылдары буйлап гастролдә йөрөй. Шарттар, әлбиттә, юҡ: аслы-туҡлы йәшәйҙәр, теләһә ҡайҙа сығыш яһайҙар, клубтар йылытылмай, театр костюмдары һәм декорациялар тейәлгән арбаларҙы үҙҙәре егелеп тарта. Тап шулай, сөнки аттар фронтҡа кәрәк, ә үгеҙ бөткөһөҙ күсенеүҙәр арҡаһында астан үлә, ир-аттар дошманға ҡаршы көрәшә. Шуға күрә үҙҙәренә ир-егеттәр ролен дә башҡарырға тура килә.
Һыуыҡ тейҙергән сабый үлә. Актриса иртән балаһын ерләй, ә кисен... сәхнәгә сығып, шаталаҡ ҡатын ролен уйнай.
Был Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәкиә Әхмәрованың тормошонан. Ул данлыҡлы Ауырғазы колхоз-совхоз театры директоры Ибраһим Әхмәровтың ҡатыны ине. Уның тырышлығы арҡаһында театр 1956 йылда Талбазынан йәш сәнәғәт ҡалаһы Салауатҡа күсә. Театрға “Салауат дәүләт башҡорт драма театры” исеме бирелә.
Зәкиә апай – театрҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡотҡарып ҡалған ете актрисаның береһе. Башҡортостанда һуғыш сығыр алдынан 36 драма театры булһа, яуҙан һуң улар дүртәү генә ҡала.
Салауат театрында мин директор булып эшләй башлағас, Зәкиә апай минең менән танышырға килде. Коллективта уны “театр әсәһе” тип йөрөтөүҙәрен белә инем. Танышырға ҡул һуҙғас, ул: “Театрҙың яҙмышы һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, мин ул хаҡта һөйләй алам. Иҫән сағымда килегеҙ”, – тине.
Түшәккә ятыуын ишеткәс, уның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, “Выбор” ҡала гәзите хәбәрсеһе Людмила Станкова һәм театр музейы мөдире Анфиса Аҙнабаева менән уның янына ашыҡтым. Зәкиә апай көнө буйына әле көлә-көлә, әле илай-илай хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөгөн һуңғы әңгәмәбеҙҙән уның тауышы ҡалды. Иң мөһиме – бына тигән “Ете ҡыҙ” спектакле тыуҙы! Авторы – Нәжиб Асанбаев, ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов. Премьераһы театрҙың 75 йыллығы көнөндә булды. 80 йыллыҡта театр йорто алдында ете актрисаның исеме яҙылған һәйкәл астыҡ. Уны асыуҙа республикабыҙҙың бөтә театр йәмәғәтселеге ҡатнашты. Күптән түгел Мәскәүҙә беҙҙең легендар актрисалар тураһында Кирстен Гайнеттың “Ете актриса театры” тигән фильмы күрһәтелде, фильм Ҡазанда үткән Халыҡ-ара мосолман фильмдары кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашты.
Зәкиә апай Әхмәрова ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем театрға хеҙмәт итте, уның тураһында уйланы, уның өсөн ҡайғырҙы. Миңә уны үҙ ҡулдарым менән йыуып, матурлап оҙатырға насип булды. Уның иҫтәлеге һәм башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен, телен һаҡлау эшенә ғүмерҙәрен арнаусылар алдында башымды эйәм. Үҙенең яҙмышы һәм тарихы менән дә дан ҡаҙанған театрыбыҙ оҙон-оҙаҡ йәшәһен ине!
Наилә СӘФӘРҒОЛОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Читайте нас: