Мортаза Рәхимов тураһындағы шиғырың менән шунда уҡ тамашасыны үҙеңә ҡараттың, тиҙәр. Был шиғырҙың тыуыу тарихына туҡталғанда...
Мортаза Рәхимов минең өсөн ныҡ хөрмәт икән шәхестәремдең береһе. Хеҙмәт юлымды ла ул ойошторған Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башланым. “Тамыр” студияһында 7 йыл эшләнем. Шул осорҙа уҡ Ил ағаһының үҙ халҡына, республикаһына, теленә булған мөнәсәбәтен күреп, һоҡлана, хөрмәт итә торғайным. Һигеҙ йылға яҡын ауыл хакимиәте башлығы булып эшләү дәүерендә халыҡ араһында ла уның хаҡында гел йылы һүҙҙәр ишеттем.
Был шиғыр ярамһаҡланыу хисенән яралманы, ә нисәмә йылдар йөрәкте өйкәп торған йөрәк һүҙе ине. Был шиғырҙы мин оҙаҡ уйланып яҙҙым. Ошо сығыштан һуң минең баҡсама таш атыусы ҡәләмдәштәрем дә табылды. Ел икенсе яҡҡа иҫә башлағас яҙҙыңмы, тиеүселәр ҙә булды.
Ил ағаһы ниҙәр кисергәнен бары үҙе генә белә. Был шиғыр уның кисерештәренең меңдән бер өлөшөн генә асып биргәндер. Шәхестәребеҙҙе үҙҙәре тере саҡта хөрмәт итә беләйек. Ҡыҙғаныс, беҙҙең башҡортта бөйөктәр үлгәс үкһеп илайбыҙ, күккә күтәреп маҡтайбыҙ.
Ҡол булдыҡмы, ҡурҡаҡмы беҙ –
Хаҡлыҡ ҡалҡа, һыуға батмай –
Беҙ башҡорттар булырбыҙмы,
Үҙ һүҙҙәрен әйтә алмаған.
Тирә-яҡта тынлыҡ... вайымһыҙлыҡ...
Беҙҙе, кешеләрҙе, ялмаған.
Үткәндәргә ҡарайбыҙ ҙа, бөгөн
Өйөрөнән яҙған бүреләр беҙ,
Нисек булыр беҙҙең иртәбеҙ?
Өнһөҙҙәр беҙ, телһеҙҙәр ҙә беҙ бит...
Айға ҡарап бөгөн олорлоҡ.
Балаларға яттар телен һалып
Үҫтерәбеҙ ыулы бер орлоҡ.
Өйөрһөҙ беҙ... яңғыҙ бүреләрҙе
Берҙәмлектең хисен йөрәктәге
Күп бүреләр сәйер кеүек хәҙер:
Ҡойроҡтарын болғай эттәрсә,
Өрөп сыҡҡан бәйһеҙ эттәргә.
Ҡыҙҙарымдың күҙҙәренә бағам да мин,
Йәшәүемдең мәғәнәһен табам да мин.
Йән-усаҡҡа өмөт өҫтәр ҡуҙҙарым да,
Был тормошта ҡанат ҡуйған ҡыҙҙарым да.
Ғүмеремдең үкенмәйем аҡҡанына,
Ҡояш ҡалҡып иртәгәсә батҡанына.
Йыуанысым, ҡыуанысым – ҡыҙҙарымда,
Ҡара төндә балҡып торған нурҙарымда.
Аҡланмаған өмөттәрҙе юғалтмайым,
Мин үҙемде һис ҡасан да йыуатмайым.
Ҡошсоҡтарым, өмөтөмдөң нурҙары ла,
Тормошомдоң иң моңло ла йырҙары ла.
Ынйыҡайҙар, һыйыналар ҡосағыма,
Мин бәхетле үҙем яҡҡан усағымда.
Бәхетте мин гел теләйем ҡыҙҙарыма,
Йөрәгемә ялҡын биргән ҡуҙҙарыма.