+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Сентябрь 2020, 13:49

Был һуҡма музыка ҡоралы моңо йөрәк ритмына тиң

Уның менән халыҡ баҡсылары яуыз йәндәрҙе ҡыуып, ауырыуҙарҙы дауалау (ҡармау) өсөн ҡулланған.

Ҡармау өсөн махсус кейем һәм сихыр көсөнә эйә әйберҙәр: арҡан, йүгән, ҡумыҙ, ҡылыс ҡулланыла. Дөңгөргә ритмлы һуғыуҙар менән оҙатылған йола бейеүе башҡарып баҡсы арбау һүҙҙәре әйтеп һамаҡлай. Мәҫәлән, “Ағын йылға менән кит! Ҡояш байышы менән кит! Бында һиңә урын юҡ...” Дөңгөр — шөңгөр (бубен) тибындағы һуҡма инструмент. Бейеклеге — 19, диаметры 35 сантиметр булған оҙонса түңәрәк ағас дүңгәләк ике яҡлап яры менән тарттырыла. Корпус түңәрәге буйлап икешәрләп көмөш тәңкәләр беркетелә. Бармаҡтар һәм ус менән күнгә йәки дүңгәләккә һуғалар. Бер яғы күн мембрана менән көпләнгән тар ағас дүңгәләк. Ике яғы ла мембрана менән көпләнгән киң (ғәҙәттә һаплы) дөңгөр осрай; ҡайһыларына көмөш тәңкәләрҙән ике ҡат сулпы ҡуйыла. Көй башлыса мембранаға йә дүңгәләккә ус, бармаҡтар, һирәгерәк ағас таяҡсыҡ менән һуғыуҙан барлыҡҡа килә. Уның менән баҡсылар, яуыз йәндәрҙе ҡыуып, ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған (ҡамлау). Халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, башлыса таҡмаҡтарҙы инструменталь оҙатыу өсөн дә ҡулланыла. Күп кенә төрки һәм башҡа халыҡтарҙа осрай.
Читайте нас: