Бәләкәс кенә буйлы, ҙур йөрәкле был башҡорт ҡатыны Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын ғына түгел, Финляндия, Эстония, Италия, Төркиә, Белорусия урамдарын марафонда йүгереп кенә уҙып киткән, күп тапҡырҙар йүгереү буйынса чемпион исемен яулаған спортсы ла. Ыҡсым ғына булмышына ҡайҙан шул тиклем көс-ҡеүәтте, изгелекте, дәрт-дарманды һыйҙыра икән, тип хайран ҡалдыра ул. Бер күреүҙән һылыулығы, илгәҙәклеге, нәфислеге менән иғтибарҙы йәлеп итһә, яҡынданыраҡ танышҡас, әүлиәләй саф, Бәндәбикәләй көслө ихтыярлы, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарға хас бөтә шөғөлдәргә лә маһир Вәсилә Камалетдинова күңелдә мәңгелек хөрмәт һәм ихтирам менән урын ала.
Яҡын уҡ ара булмаһа ла Архангель районынан йөрөп Өфөләге “Селтәр”, “Өләсәйем һандығы”, “Ауаз” башҡорт фольклор төркөмөндә шөғөлләнә. Юҡ, ике-өс ауыҙ һүҙ менән генә һөйләп бөтөп булмай уның хазина һандығындағы ниғмәтте. “Тамаша” журналының киләһе һанында танышырһығыҙ был һоҡланғыс башҡорт ҡатыны менән.