Милләтебеҙҙең ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен барлап, теүәлләп, арымай-талмай эҙләнеүсе сәсәниәләрҙең береһе, башҡорт милли кейемдәренең, биҙәүестәренең, көнкүреш әйберҙәренең юғалып барған өлгөләрен илһамланып ҡабаттан тергеҙеүсе илһөйәр оҫтабикә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина тураһында “Тамаша” журналының киләһе һанында уҡырһығыҙ.