“ҠАРАҒАЙ УРМАНЫНДАҒЫ ИРТӘ” һүрәтенең авторҙары – Иван Шишкин менән Константин Савицкий тигән рус рәссамдары. Әммә рәсемдәрҙән коллекция эшләргә яратҡан Павел Третьяков һүрәттәге Савицкийҙың ҡултамғаһын юйып ташлай: “Был рәсемдә Шишкиндың ижад итеү манераһы ныҡлы сағылған, тимәк, авторы ла ул ғына булырға тейеш,” – тигән ул.