-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Сентябрь 2020, 17:00

Шәһит Хамматов – Ҡорҙаш

Митхун Чакраборти булырға хыялландым:

Бала саҡта Митхун Чакраборти булырға хыялландым. Ул ваҡытта телевизорҙар барыһында ла юҡ. Беҙҙә “Весна” тигәне булды, таҡ-таҡ тип тыҡылдап эшләгәнен хәтерләйем. Ә үр яҡтағы бер инәйҙәрҙә (беҙҙә атай-әсәйҙән оло кешене шулай тиҙәр) ҡайҙандыр видеомагнитофон бар. Әсәйем мине шунда етәкләп алып йөрөй. Урындыҡта күмәк инәйҙәр ултыра, мин иҙәндән урын алам. Һинд киноһын ҡарайбыҙ, ҡайтышлай муйыныма аҡ шарф урайым да, әсәйемдән алда төшөп урам буйлап йырлап барам: “Джянейка, джянейка! Әсәй, мин йырсы булам!” – тип ҡысҡырам!
Шәһит, ысынлап та, һинд актеры Митхун Чакрабортиҙы хәтерләтә. Ул тәбиғәте менән – ысын актер, үҙе әйтмешләй, был уның стихияһы. Ябайлығы, балаларса эскерһеҙ күңеле менән тамашасыны үҙенә йәлеп итә, ылыҡтыра. Интернеттағы көйәрмәндәре тарафынан яҙылған фекерҙәр, баһалар ҙа ошо хаҡта һөйләй.
Читайте нас: